Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
18 Ғинуар 2018, 17:44

Яңы Мишәр йөҙйәшәре

Яңы Мишәр ауылынан Тутыя Ғарипова ошо көндәрҙә үҙенең оло юбилейын ҡаршы аласаҡ. 1 февралдә уға 100 йәш тула.

Тутыя Ибраһим ҡыҙы Яңы Мишәр ауылының хәлле крәҫтиән ғаиләһендәге дүрт баланың береһе булып донъя-ға килгән. Ғаиләһе ҙур хужалыҡ тота, ихата тултырып мал ҡарайҙар, заманына ҡарата техникалары ла була.

Бәләкәй Тутыя беренсе класта ғәрәп телендә, шунан дүртенсе класҡа тиклем латин телендә белем ала. Етенсе класты бөткәнсе Дыуан-Мәсетле мәктәбендә уҡый. Ул белем алырға ынтылған бик һәләтле бала була, тик уҡыуын дауам иткән Дыуан техникумын тамамлай алмай.

Реформалар һәм кулактарҙы юҡҡа сығарыу заманында ғаилә мөлкәтенең күпмелер өлөшө тартып алына. Ҡалған һыйырҙарын һәм техникаларын колхозға инеү өсөн тапшыралар. Ул йылдарҙа “Яңы тормош” тип атай-ҙар уны. Тутыяның хеҙмәт юлы шулай башланып китә. Ул яуаплылығы һәм ныҡышмалылығы менән айырылып тора. Уны иң ҡатмарлы һәм күп көс талап иткән участкаларға ебәрәләр. Осҡор ҡыҙҙы яҡшы хеҙмәткәр булараҡ маҡтайҙар һәм баһалайҙар.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән атаһы фронтҡа китә. Похоронка килгәс, уның ғаиләһен атаһының энеһе ҡарауға ала…

Өлкән ағаһы Муллабайҙы колхоз рәйесе итеп ҡуялар. Уның белеме булмай, шуға күрә Тутыя ағаһын грамотаға өйрәтә. Ағаһы уны димләп үҙенең колхозда келәт мөдире булып эшләгән дуҫына – 10 йәшкә өлкән Хәлил Хәкимовҡа кейәүгә бирә. Уларҙың ғаиләһендә өс бала тыуа.

1938-ҙән 1947 йылға тиклем Тутыя колхозда хисапсы булып эшләй.

Күпмелер ваҡыттан ирен фронт кәрәк-яраҡтары етештереү өсөн Белорет металлургия заводына эшкә ебәрәләр, Тутыя балалары менән ауылда ҡала. Иренең ҡайтып йөрөүе һирәгәйгәндән-һирәгәйеп, киткән ерендә бер юлыға тороп ҡала. Ҡыҙҙары яҡты донъянан бик иртә китә, ә улын, ваҡыт үтеү менән, атаһы үҙенә ала.

Тутыя Ғарипова Ләмәҙтамаҡ ауылында урман ҡырҡыуҙа эшләй. Уның менән бергә эшләгәндәрҙең барыһы ла тынғыһыҙлығына хайран ҡала. Бәләкәй генә буйлы булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙ үҙенең йылғырлығы һәм көслө булыуы менән айырылып тора.

Ул яңынан кейәүгә сыға. Ләмәҙтамаҡ ауылы егете Ғәбделйән Абдрафиҡов менән уларҙың өс ҡыҙы һәм улы донъяға килә.

Ун йылдан Тутыя Ибраһим ҡыҙы балалары менән тыуған ауылына ҡайта. Өй һатып ала, быҙау ҡараусы булып колхозға эшкә урынлаша, ә инде хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң идарала йыйыштырыусы булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта үҙ хужалығын алып бара. Ғүмер буйы йорто тулы мал була – һыйыр, һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә.

Бына инде 10 йылдан ашыу ул кесе ҡыҙы Рәсимә ғаиләһендә йәшәй. Уны күңел йылыһы һәм һөйөү менән солғап алғандар. Олуғ йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Тутыя Ғарипованың хәтере шәп, мәктәптә уҡыған сағында ятлаған Пушкин һәм Лермонтов шиғыр-ҙарын ул әле лә хәтерләй. Өйҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең юбилей-ҙары хөрмәтенә һәм 1995 йылда бирелгән “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары ҡәҙерләп һаҡлана.

Ауыр физик хеҙмәт Тутыя әбейҙең тәнен һәм рухын нығыта. Шуға күрә хәҙер ҙә, бер быуат йәшәгәндән һуң, айыҡ ҡараш менән аныҡ аҡылға эйә. Оҙон ғүмерле булыуының тағы ла бер сере – изге күңеллелек һәм эскер- һеҙлек. “Асыу тотмағыҙ, бер-берегеҙгә ҡарата мәрхәмәтлерәк булығыҙ”, – ти ул.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА