“Әхмәтшин Фаил Вәсим улы 1958 йылдың 1 ғинуарында Мәсетле районының Тәкә ауылында тыу-ған, зоотехник. Теләш урта мәктәбен (1975), Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын (1980), Баш-ҡорт дәүләт идаралығы хеҙмәте академияһын (2000) тамамлаған, 1980 йылдан район комсомол ойошмаһы етәксеһе, 1983-тән “Коммунист” колхозы рәйесе урынбаҫары, 1989 – 2005 йылдарҙа ауыл советы рәйесе вазифаларын башҡар-ған. Ф. В. Әхмәтшин етәкләгәндә, Тәкә, Теләш, Ишәле ауылдарына газ үткәрелгән”.
Был мәғлүмәт Мәсетле районы энциклопедияһынан. Тәү ҡарамаҡҡа, кешенең бар тормошо ошо ҡыҫҡа ғына өс һөйләмгә һыйғандай. Баҫманың талабы шундай – китап-ҡа Мәсетле еренең ғорурлығы бул-ған бик күп шәхестәр исемдәре туп-ланған. Шуға ла ошо өс һөйләмдең дә асылы күпкә тәрәндәрәк. Беренсенән, хөрмәт ҡаҙаныу өсөн бит һәр кемгә үҙешмәкәрлеге менән генә түгел, холоҡ-фиғеле, хеҙмәтенә яуаплы ҡарашы менән халыҡ араһында абруй, ышаныс яуларға кәрәк. Икенсенән, һандарҙан күренеүенсә, Фаил Вәсим улы ауыл советында 16 йылдан ашыу эшләгән. Тап илебеҙ өсөн иң ҡатмарлы һынылыш осоронда, совет идеологияһы тарҡалып, яңы Рәсәй дәүләте нигеҙләнгән ваҡытта төпкөл һаналған өс ауылға ла зәңгәр яғыу- лыҡ килтереүгә өлгәшкән.
Ике йыл элек Фаил Вәсим улы ҡабаттан үҙ посына ҡайтты һәм ошо ҡыҫҡа арала ауыл йөҙөн тағы ла яңыртып өлгөрҙө: хакимиәт, почта, фельдшер пункты урынлашҡан бинаның ҡыйығы ябылды; ике ҡатлы клубтың тәҙрәләре алмаштырылды; Тәкә ауылында балалар май-ҙансығы асылды, Ишәле юлына таш түгелде һәм башҡалар. Әйткәндәй, юл төҙөкләндереү эшен проекттан тыш ярты йылға тиҙләтеү мөмкинлеген хәстәрләне етәксе, сөнки ауыл халҡы йәйгеһен оло шәжәрә байрамы үткәрә ине. Тик башҡарылған эштәре тураһында яр һалып, үҙ иңенә төрлө награда, диплом, грамоталар юллап йөрөүселәр рәтенән түгел Фаил Вәсим улы. Уның өсөн иң ҙур бүләк – халыҡ хөрмәте. Быны уға ата-олатаһы бала сағынан күңеленә һеңдергән.
Шәжәрәһе буйынса Фаил Вәсим улы Тәкә ауылын нигеҙләгән өпәй башҡорттары нәҫеленән. Ҡарт олатаһы – Әхмәтша, олатаһы – Ғәҙелша, атаһы – Вәсим. Өсөһө лә лайыҡлы тормош көткән, үҙ дауамын бар эшкә лә яуаплы ҡарарға, тәүәккәл булырға өйрәткән. Вәсим олатай үҙе бала саҡтан аяҡҡа ғәрип булған, шуға ла, уңайы тура килгәндә, һәр саҡ былай тигән: “Мин аҡһаҡ булһам да, һеҙ, балаларым, оло юлға ныҡлы аяҡ баҫығыҙ. Эшегеҙҙе еренә еткереп башҡарығыҙ – кешегә ҡыуаныс килтерһен. Ата-әсәгеҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгертмәгеҙ.”
Тәрбиәүи фәлсәфәһен эше менән дә, тормошҡа ҡарашы менән дә дәлилләй атай кеше, ҡатыны Зөһрәгә ныҡлы тормош иптәше, балаларына үрнәк булып йәшәй. Иң оҫта балтасы булып та таныла ул. Вәсим олатай эшләгән семәрле тәҙрә өлгөләре бөгөн дә биҙәй әле ауыл өйҙәрен. Бынан тыш, ул күрше-тирәһен тәмле бал менән дә ҡыуандыра, күпләп ҡорт үрсетә. Ғаиләлә тәрбиәләнгән ике ул, ике ҡыҙҙың өсөһө медицина юлын һайлай. Быға аптырарлыҡ та түгел: кешегә изгелек ҡылыу, хәлеңдән килгәнсә ярҙам итеү кеүек күркәм сифаттар Әхмәтшиндарҙың барыһына ла хас.
Фаил Вәсим улының өлкән ағаһы бына инде 30 йылдан ашыу Өфөләге Республика кардиология диспансеры табибы. Ә кесе улға, хал-ҡыбыҙ йолаһына ярашлы, ата-әсә нигеҙендә ҡалырға насип була. Шуға ла Фаил Вәсим улы ауыл хужалығы институтын һайлай һәм ата-әсәһенең ҡарт көндәрендә эргәләрендә була.
Хәҙер инде үҙ ғаиләһен ҡороуға ла 35 йыл. Тормош иптәше менән Өфөлә таныша улар. Педагогия институтында тарихсыға уҡыған Шаран ҡыҙы Зилә шаянлығы, үткерлеге менән арбай йәш егет күңелен. Ҡыҙ ҙа егетте, үҙ атаһына оҡшатып, шунда уҡ яҡын күрә һәм яңылышмай. “Таянысым, терәгем”, – ти уның хаҡында бөгөн. Был урында “Ирҙе ир иткән – ҡатын” тигән халыҡ мәҡәле иҫкә төшә. Зилә Әнүәр ҡыҙының был әйтемгә яуабы ябай: “Ҡатын-ҡыҙ балаларының атаһын бар яҡлап та ихтирам итергә тейеш. Ир-атҡа хөрмәт тап кескәй ғаилә мөнәсәбәттәренән башлана. Шул ваҡытта йылдар үтеү менән бер ҡалыпҡа ла һалынаһың, мөхәббәтең дә тик нығый ғына. Ә мөхәббәтле ғаиләлә үҫкән балалар икеләтә бәхетле”.
Ата-олаталары васыятына таянып тәрбиәләй улар балаларын. Өлкән улдары Рәлиф энергетик һөнәрен һайлай, нефть компанияһында эшләй, өйләнә, атай булып өлгөрә. Тик артабан яуланаһы үрҙәре генә яуланмай ҡала, йәш кенә килеш көтмәгәндә ҡаты сирҙән вафат була. Икенсе улдары Ринат – хәрби офицер. Әлеге көндә уға 32 йәш. Украина менән сиктәш Рос- тов өлкәһендә заманында Берлин рейхстагына тәүгеләрҙән булып совет байрағын ҡаҙаған данлыҡлы 150-се дивизия составында майор дәрәжәһендә хеҙмәт итә. Ғаиләһе бар, ҡатыны Лариса – Ставрополь казачкаһы, улы Арсенийға 3 йәш.
Ике ағаһы – Ринат менән Рәлиф ҡурсауында иркәләнеп кенә үҫкән ҡыҙ бала Зөбәржәткә 20 йәш тула. Мәктәпте алтын миҙалға тамамланы ул, әле М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында сит телдәрҙе үҙләштерә. Уҡыу йортоноң бик күп спорт, мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнаша, иң алдынғы студенттарға тәғәйенләнгән махсус стипендияға лайыҡ, Мәсетле йәштәре берлегенең ойоштороу комитеты ағзаһы ла.
Эйе, балаларына лайыҡлы тәрбиә бирә алыуы менән дә, яратҡан ҡатыны, башҡарған эше менән дә бәхетле Фаил Вәсим улы. Тиҫтәләгән йылдар дауамында бик күп тормош ҡатмарлыҡтары аша атларға ла, хуплау, маҡтау йәки тәнҡит ишетергә лә яҙғандыр етәксегә, тик ятып мүкләнгән ташҡа ғына бит күҙ ҙә төшмәй, һүҙ ҙә теймәй. Ә эшләгән кеше хеҙмәте менән үк хөрмәткә лайыҡ. Шулай ҙа энциклопедиялағы Фаил Вәсим улына ҡағылышлы ҡыҫҡаса мәғлүмәткә ир-азамат өсөн иң мөһим, иң оло төп өс сифатты өҫтәге килә: иғтибарлы ул, таянырлыҡ тормош иптәше, һоҡланырлыҡ атай. Тап шундайҙар кескәй ғаилә мәнфәғәттәрен тейешенсә ҡәнәғәтләндерә белә, оло мәсьәләләрҙе лә еңелсә йырып, йәм-ғиәтте алға табан алып бара. Тап шундайҙар менән ғорурлана Мәсетле ере.