Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
15 Ғинуар 2018, 18:08

Билдәле яҡташ

Рәмил Рафаил улы Бәҙретдинов 1958 йылдың 17 ғинуарында Мәсетле районының Йыланыш ауылында эшселәр ғаиләһендә тыуған.Ул тыуған торама пунктты әле булһа “МТС” тип йөрөтәләр, йәғни 50-се йылдар башында ҡола яланда машина-трактор станцияһы ойоштороп ебәрәләр. Эшсе ҡулдарҙы республиканың төрлө райондарынан йыйып алалар. Рәмил Рафаил улының ата-әсәһе лә шунда булып сыға. атаһы Рафаил – Исмәғил, әсәһе Мәрйәм Төрөпкилде ауылдарынан.

Урта мәктәпте Рәмил Рафаил улы маҡтау грамотаһы менән уңышлы тамамлай. Уға аныҡ фәндәр бик еңел бирелә, уларға айырым иғтибар бүленә, һәм, әлбиттә, спортҡа – еңел атлетика менән саңғы уҙыштарына. 1973 йылда, 9-сы класта уҡыған сағында, 3 км дистанцияға йүгереүҙә район чемпионы була.

1975 йылда ике вузға – Сызрань юғары хәрби осоу училищеһына һәм Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә, тик уларҙың икенсеһен һайлай.

Рәмил Рафаил улы башҡорт милли мәктәбен тамамлаған, шуға ҡарамаҫтан, медицина институтында уҡыу уға еңел бирелә. Институтта уҡыған йылдарында саңғы спорты менән әүҙем шөғөлләнә. 1978 йылда республикабыҙҙың йыйылма командаһы составында БАССР-ҙың абсолют чемпионы һәм ошо уҡ йылда СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы беренселегендә абсолют чемпион була. Спортта асылған ҙур перспективалар спорт карьераһын юрай.

Студент йылдарында спорт менән шөғөлләнгәндә буласаҡ ҡатыны Людмиланы – БАССР чемпионкаһын һәм еңел атлетика буйынса РСФСР-ҙың бронза призерын осрата.

1982 йылда Бәҙретдиновтар, медицина институтын уңышлы тамамлап, бүленеш буйынса Дыуан районына эшкә ҡайталар.

Табип-эпидемиолог булып йыл ярым эшләгәндән һуң уны 90 койкаға иҫәпләнгән Дыуан участка дауаханаһына – элекке үҙәк район дауаханаһына – баш табип итеп тәғәйен- ләйҙәр.

Тәүге эш көндәренән үк Р. Р. Бәҙретдинов һаулыҡ һаҡлауҙың инициативалы ойоштороусыһы итеп күр-һәтә, учреждениеның матди-техник базаһын нығытыу һәм табип участкаһының (был райондың 10-лаған ауылы) медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу менән шөғөлләнә.

Райондарҙы нығытыу йылдарында район үҙәген Дыуан ауылынан Мәсәғүткә күсерәләр, һәм 80-се йылдар башына бөтә район ойошмалары һәм учреждениелары ла Мәсәғүт ауылына күсерелә. бары тик район санитария хеҙмәте генә Дыуан ауылында ҡулайлаштырылған иҫке ағас бинала ҡала бирә.

Йәш етәксегә район санитария-эпидемиология станцияһын етәкләүҙе ышанып тапшыралар. 1987 йылда ул уны үҙәк район дауаханаһының элекке бинаһына күсерә, параллель рәүештә проектлау һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының төҙөлөш планына индереү менән шөғөлләнә.

Рәмил Рафаил улының ныҡышмалылығы арҡаһында 1989 йылда уның етәкселегендә бөтә талаптарға яуап биреүсе, ҡеүәтле лаборатория базаһы булған заманса бина төҙөлә.

1991 йылда уның инициативаһы менән һәм республика ведомствоһы ярҙамында Дыуан санитария-эпидемиология берекмәһе ойошторалар, артабан уға 1994 йылға тиклем етәкселек итә. Санитария хеҙмәте менән етәкселек иткән йылдарында төп күр-һәткестәр республикалағы лидерлыҡ итеүсе позицияларға ирешә.

1994 йылдан Рәмил Рафаил улы Дыуан районы Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләй. 1996 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлай. Район Хакимиәтендә эшләү йылдарында ул райондың һаулыҡ һаҡлау системаһын, мәғарифын, мәҙәниәтен, спортын, сауҙаһын үҫтереүгә, байлығын арттырыуға ҙур өлөш индерә.

Дыуан районында 20 йыл эшләгәндән һуң, 2001 йылда уны “Янғантау” шифаханаһы директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ул саҡта шифахана перспективаһыҙ, рентабелһеҙ, дотацион булып иҫәпләнә. Р. Р. Бәҙретдинов етәкселегендә “Янғантау” шифаханаһы эре күп профилле предприятиеға, төбәктең төп эш биреүселәренең береһенә әүерелә, рәсәйлеләрҙең дауаланыуы һәм әүҙем ялы өсөн уның йәлеп итеү һәләте арттырыла, үҙен-үҙе финанслау шарттарында шифахананың матди-техник базаһы тулыһынса яңыртыла, бик шәп аяҡҡа баҫтырыу медицинаһы белгестәре коллективы төҙөлә. Тулыһынса үҙен-үҙе финанслау шарттарында курорт заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыл-ған, сифат менеджменты системаһына эйә булған алдынғы медицина базаһына әйләнә, дауалау йорттары, дауалау-сәләмәтләндереү комплексы төҙөлә һәм реконструкциялана.

Рәмил Бәҙретдинов – медицина фәндәре докторы, МАНЭБ академигы, Халыҡ-ара сифат һәм маркетинг академияһының почетлы академигы. 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

Наградалары: “РФ-тың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре”, “Баш-ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе”, “Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы”, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың “Әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге өсөн” Почет грамотаһы, Бөтә Рәсәй “Һаулыҡ йорто-2008” форумының “Һаулыҡ йортоноң иң яҡшы етәксеһе” номинацияһында диплом, алтын миҙал һәм башҡалар.

Мәсетле районы яҡташтар берекмәһе.