Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
11 Ғинуар 2018, 16:52

Ижады күңелдә өмөт тыуҙыра

Башҡорт яҙыусыһы, драматург, Башҡортостан Республикаһы Яҙыу-сылар берлеге ағзаһы, Рәшит Әхтәри һәм Мәхмүт Ҡашғари исемендәге премиялар лауреаты Тәскирә Даянова 10 ғинуарҙа үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләне.

Ҡайҙа нисектер, әммә беҙҙең Әй буй-ҙарында шундай матур йола бар: ҡәй- нә йортона килен булып төшкән ҡыҙға тәү көндәрҙән үк морондоҡ инәй билдәләйҙәр. Тимерәк ауылына үҙе күптән килен булып төшкән Тәскирә Байрам ҡыҙы Даянова миңә икенсе инәй булып китә. Морондоҡ инәй – тимәк, сит ят ерҙә морон төртөр кешең, яҡының, туғаның бар тигән мәғәнәлә. Миңә терәк булырҙай, матур, аҡыллы кәңәштәрен бирерҙәй, ҡыйын саҡтарҙа ярҙам ҡулын һуҙырҙай кешем булыуы менән, ысынлап та, мин бик бәхетле килен булғанмын. Беҙ күрше генә йәшәйбеҙ, тормош иптәштәребеҙ ҙә шул ауылда тыуып, бала саҡта бергә уйнап, бергә эшләп үҫкәндәр.

Тимерәк ауылы бәләкәй генә булһа ла, иҫ киткес матур тәбиғәтле, эргәлә генә – гүзәллеге менән илһамландырған Әй, емеш-еләккә бай Ҡотлобай төбәге, еләкле Салғыя ҡул, Ҡыҫыҡ шишмәһе, Иҫке Әй, Шар буйы, Эйәле күл... Йәйен ҡыр өйрәктәре, аҡҡоштар, торналар төшә. Иртә яҙҙан кәкүк тауышы, һандуғас моңо тынмай. Бындай хозурлыҡта, иркенлектә нисек күңелең тойғоларын ҡағыҙға күсермәҫһең, башҡалар-ҙың күңеле менән нисек уртаҡлашмаҫһың?! Ә инде Әйҙе аша сыҡһаң, Тәскирә Байрам ҡыҙының тыуған ауылы – Һөләймән күренә.

Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, Даяновтарҙың йортона аяҡ баҫыу менән хужаларҙың тырышлығы күҙгә ташлана. Өй алдында сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ. Күңеле матурҙың донъяһы ла матур шул. Уларҙың йорт хайуандарына булған һөйөүенә таң ҡалырлыҡ: ишек алдында Алғыр ҡушаматлы эт ҡаршылаһа, өйҙә һөйкөмлө бесәй балалары уйнай, ситлегенә бер инеп-бер сығып тутыйғош оса.

Диванда хужабикәнең оҫта ҡулы менән тегелгән зауыҡлы, йәйғорҙай ҡорамалар. Сигеүле мендәр тыштары, тәҙрә төбө һайын төрлө гөлдәр. Стенала яҙыусының фотогалереяһы, тыуған яғының гүзәллеген сағылдырған тәбиғәт күренештәре, билдәле “Тамыр” тапшырыуын алып барыусы һылыуҡай Зөлфиәһе, улдары – бөркөттәре: телеоператор Азамат менән ГАИ хеҙмәткәре Айсыуаҡ, һөйкөмлө матур ейәндәре, ейәнсәрҙәре...

Йәшәү ағым ыңғайына ғына йөҙөп барыу түгел. Тәскирә апайға ла үҙ ғүмерендә бик күп кисерергә тура килә. Әммә ул бирешмәй, балаларына һөйөклө инәй, тормош иптәшенә дуҫ, терәк булып йәшәй.

Уның геройҙары ла тап шундайҙар: ниндәй ҡыйын мәлдәрҙә лә бирешмәй, күптәре ирҙәренең хыянатын кисереп, балалары хаҡына ғаиләне тарҡатмай, ғәфү итә белеп, һуңынан татыу берҙәм булып йәшәп киткән һоҡландырғыс көслө рухлы башҡорт ҡатындары.

Яҙыусының шиғырҙары ла тәрән фекерле, донъяның асыһын, сөсөһөн татыған, ижади мөхиттән ситтә, бәләкәй генә ауылда йәшәп, матурлыҡтан ваз кисмәгән ҡатын-ҡыҙ моңо.

Хоҙай Тәскирә апайға һәләтен һис йәлләмәй биргән тип һоҡланырға ғына ҡала. Ул үҙе тегенә, матур итеп килешле кейенә. Башҡорт милли костюмдарына өҫтөнлөк бирә. Матур итеп һүрәт төшөрә, йырлай. Рәмил ағай ҙа –матбуғат дуҫы, яңы әҫәрҙәрҙе уҡып, үҙ фекерен әйтергә ашыға, килешмәгән саҡтары ла була.

– Әҫәр бәхәс тыуҙырырға , уҡыусыны уйландырырға тейеш, –ти яҙыусы. – Уҡыусы китапты ҡулынан төшөрмәй уҡыһа, геройҙары менән бергә йәшәһә генә уны уңышлы яҙылған тип әйтеп була. Мин йәштәр тураһында яҙырға яратам, шуға күрә баҫмаларҙы күп алдырам, уларҙың тормошон өйрәнәм. Прозала белемле, кешеләр менән аралашыу, кеше яҙмыштарына битараф булмау кәрәк. Әҫәрҙәремдең геройҙары – ябай ауыл кешеләре, ирҙәренә тоғро, ғаиләм, балаларым, тип өҙгөләнеп, янып торған ҡатын-ҡыҙҙар, улар ихлас, саф күңелле. Шуға ла хикәйә-повестарымды теләп, яратып уҡыйҙар.

Тәскирә Байрам ҡыҙының ижади уңыштары һөйөндөрөрлөк. Донъя күргән тәүге әкиәте менән “Аманат” журналының лауреаты булып әҙәби донъяға аяҡ баҫты. “Һуңғы шырпы” повесы менән “Ағиҙел” журналының лауреаты булып танылды. Республикабыҙҙың Йәштәр театры талантлы драматургтың “Артыҡбикә” пьесаһын сәхнәгә ҡуйып һөйөндөрҙө.

Яҙыусының тормош маҡсаты яҡты – артабан да уҡыусылары күңеленә үтеп инерҙәй, бигерәк тә йәштәргә, балаларға тәрбиә бирерҙәй, улар көтөп алған матур әҫәрҙәр менән ҡыуандырыу.

Ул оҙаҡ йылдар Йонос урта мәктәбендә башланғыс синыф уҡыусылары менән оҙайтылған көн төркөмөндә эшләй: балаларҙың дәрестәрен тикшерә, уларҙы тәбиғәткә алып сыға, уның бөткөһөҙ серҙәре менән таныштыра, кескәйҙәргә ҡушылып уйнай. Балалар ҙа уға ылығып бара, Тәскирә апай тип өҙөлөп торалар.

Ә өйҙә бәләкәстәре, малсылыҡта ал-ял белмәй тир түккән Рәмиле көтә. Барыһына ла иғтибар, наҙ кәрәк. Шул саҡта ла ҡулына ҡәләм алырға ваҡыт таба. Ул саҡта Йонос урта мәктәбендә баш-ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Зөһрә Ҡазыева уға үҙенең әкиәттәрен ҡағыҙға күсерергә кәңәш итә.Уңыш оҙаҡ көттөрмәй, тәүге әҫәре “Пионер” журналында баҫылып та сыға. “Аҡһаҡ ҡарға бүләге” тигән китабын ҡулына алғас, дәртләнеберәк ижад итергә тотона.

Шул осорҙа Тәскирә Байрам ҡыҙының драма жанрына ынтылыш яһауы ла ғәжәп түгел. Балалар өсөн пьесалар бик аҙ. Фантазияңды егеп күп нәмәгә ирешергә була. Балалар сәхнәлә бик теләп уйнай, сөнки әҫәрҙәре тәрбиәүи, туған телдең байлығын, сафлығын күрһәтә, кешелеклелек, изгелеклелек, матурлыҡ тойғоларын аса. “Ҡанбаба” пьесалар йыйынтығы шуны раҫлай ҙа инде.

Тәскирә апайҙың күңеле мул һыулы һайыҡмаҫ Әй йылғаһына оҡшаш, илһам тулҡыны менән тирә-йүнде йәшәртеп, балҡытып, тыныс ҡына аға ла аға. Яҙыу-сы әйткәнсә, әҙәбиәт һәр ваҡыт яҡты, матур булырға, уҡыусы күңелендә өмөт тыуҙырырға, ҡыйын хәлдәрҙә көс бирергә тейеш.

* * *

“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы хөрмәтле Тәскирә Байрам ҡыҙы Даяноваға тәғәйенләнгән күп һанлы ҡотлауҙарға ҡушыла һәм уға ҡоростай һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхетле оҙон ғүмер һәм артабан да илһамлы ижад теләй.
Гөлсирә ШАФИҠОВА,

шағирә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар берлеге ағзаһы.