Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
11 Ғинуар 2018, 16:42

Бында һәр ваҡыт асыҡ ишектәр көнө

Үҙәк моделле балалар китапханаһының саралар планында бик матур дата бар – юбилей. Бәләкәй түгел – 60 йыллыҡ юбилей. Район үҙәгендә балалар китапханаһы эшләй башлау-ға шунса ваҡыт үткән.

Район китапханалары тарихы 1903 йылдан башлана. Тап шул саҡта тәүге йәмәғәт китапханалары асыла. 1921 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылында клуб һәм китапхана эшләй башлай. 1937 йылда Оло

Ыҡтамаҡ ауыл китапханаһы райондыҡы итеп үҙгәртеп ҡорола һәм “Серп и молот” колхозы идараһы бүлмәләренең береһендә урынлаша, ә 1950 йылда район дауаханаһының Ленин урамындағы элекке бинаһына күсә. Китапхана ҡарамағында балалар бүлексәһе ойошторола. 1957 йылда уның нигеҙендә балалар китапханаһы асыла. 1982 йылда үҙәк, ә уның менән бергә балалар китапханаһы ла заманса типовой бинаға эйә була.

Балалар китапханаһы тарихына һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙҙарҙың исемдәре бәйләнгән, улар китапҡа тоғро ҡалып, үҙҙәрен кешеләргә хеҙмәт итеүгә бағышлап ҡына ҡалмай, ә Мәсетле районы мәҙәниәтенә тос өлөш индерә. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәлиха Һаҙыева, Галина Ярушина, Ольга Фефелова, Надежда Жданова, Нәзирә Әхкәмова йәш белгестәр булып үҙҙәренең хеҙмәт эшмәкәрлектәрен тап ошонда башлай. Төрлө ваҡытта Рузилә Омелькова, Лилиә Юлдашева, Людмила Крючкова кеүек күпкә йәшерәк китапхана хеҙмәткәрҙәре лә үҙ профессионаллектәрен, тәжрибәләрен һәм белемдәрен ҡуллана.

Балалар китапханаһының бөгөнгө коллективы өс хеҙмәткәрҙән тора. Моделле китапхана мөдире Зилиә Вәлиева, китапханасылар Лариса Мофазалова һәм Рубин Әхкәмов күптән инде бында килеүсе үҫмерҙәр өсөн яҡын дуҫтарға әйләнгән. Китапхана бер ҡасан да буш тормай, уның ишектәре һәр ваҡыт һәм һәр кемгә асыҡ. Балалар ҙур теләк менән ваҡытлы баҫмаларҙы уҡый, китаптарҙы өйҙәренә ала, хеҙмәткәрҙәр ойошторған төрлө сараларҙа ҡатнаша. Конкурстарға һәм тематик осрашыуҙарға китапханасылар етди ҡарай: әҙәбиәтте ҡайтанан ҡарап сыға, күргәҙмә материал, костюмдар, атрибутика әҙерләй. Йыр-бейеүҙә лә улар күптән инде үҙҙәрен һынап ҡараған.

Балалар китапханаһының 60 йыллығына иң яҡын кешеләр – элекке хеҙмәткәр-ҙәр, ауыл һәм мәктәп китапханасылары, күршеләр – Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогтары, һәм, әлбиттә, йәш китап һөйөүселәр йыйылды. Китапхананы юбилейы менән район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, мәҙәниәт бүлеге белгесе Лариса Худякова, китапхана сис-темаһы директоры Светлана Ғәлимова һәм ҡунаҡтар ҡотланы. Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәндәре өсөн Зилиә Вәлиеваға, Лариса Мофазаловаға, Рубин Әхкәмовҡа Мәсетле районы муниципаль районы Хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең рәхмәте иғлан ителде. Әүҙем хеҙмәттәшлектәре өсөн моделле балалар китапханаһының Рәхмәт хаттары Ильзида Шәйеховаға, Луиза Ғайнановаға, Венера Шафиҡоваға, Нина Перевышинаға тапшырылды.

Тантанала ҡатнашыусылар иғтибарына китапхана тарихы һәм ветерандар тураһында видеофильм тәҡдим ителде. Үҙ яҙмыштарында китаптың ниндәй роль уйнауы, яратҡан авторҙары, әҙәби геройҙары һәм тормоштарындағы китапхана менән бәйле ҡыҙыҡлы мәлдәр тураһында тулҡынланып һөйләгән ветерандар һәм ҡунаҡтарҙың хәтирәләре бик ҡыҙыҡлы һәм тәьҫирле булды.