Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
9 Ғинуар 2018, 17:37

Хәрәкәттә – бәрәкәт

Ләмәҙтамаҡ ауылынан Гөлйыһан Ғәниева һәр тыу-ған көнөн йылына ике- шәр тапҡыр билдәләй. Беренсеһен ысын тыуған көнө буйынса 19 декабр-ҙә булһа, икенсеһен паспорт буйынса 5 ғинуарҙа. Быйыл уны 90 йәшлек юбилейы менән шулай уҡ икенсе тапҡыр ҡотлаясаҡтар.

Гөлйыһан Хажип ҡыҙы яңғыҙы йәшәй. Өйҙәге бөтөн эшен үҙе башҡара: йыйыштыра, ашарға бешерә, мейесен яға. Тәү ҡараштан уҡ уның яҡшы күңеллелеге һәм һәр бер тереклеккә һаҡсыл мөнәсәбәте күҙгә ташлана. Ул гәзит-журналдар уҡырға ярата. Әлегә ҡәҙәр тиерлек йыш ҡына сығып ауыл буйлап йөрөп килер булған.

Юбиляр Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Уға биш йәш сағында әсәһе үлеп китә һәм тороп ҡалған өс баланы тәрбиәләү атаһының ата-әсәһе иңенә ята.

– Мин етенсе класты бөткәндә һуғыш башланды. Йылытылмаған, утһыҙ бинала шөғөлләнеү ауыр булды, шулай ҙа уҡыуымды ташламаным, белем алырға тырыштым. Беҙ, мәктәп уҡыусылары, утынды үҙебеҙ әҙерләй торғайныҡ, – тип иҫенә төшөрә Гөлйыһан Ғәниева.

Ун класс тамамлағандан һуң өс йыл колхозда эшләнем, шунан – тимер юлында һәм баҡыр рудаһын сығарыуҙа. Клубта мәҙәниәт сараларын ойоштороусы булдым, ауыл-ға электр үткәрергә халыҡтан аҡса йыйҙым, интернатта тәрбиәсе булып эшләнем.

1954 йылда Гөлйыһан Хажип ҡыҙы Миндибай Фәрит улы менән яҙмышын бәйләй. Уның менән бергә Йыланыш ауылындағы МТС-ҡа урынлаша, ул саҡта унда хеҙмәткәрҙәренә өй һалып инеү өсөн урман бүленә. 1958 йылда Ғәниевтар Ләмәҙтамаҡ ауылында үҙ өйҙәрен һалып инә.

Улар тыуған колхоздарына ҡайтып төпләнә. Ире – шофер, үҙе 15 йыл быҙау ҡараусы, 5 йыл һауынсы булып хеҙмәт итәләр. Гөлйыһан Ғәниева 55 йәшендә хаҡлы ялға сыға. Ә ире 58 йәшендә донъя ҡуя.

Ҡыҙҙары һәм ейәндәре Гөлйыһан Хажип ҡыҙына килеп, хәлен белеп торалар. Ул шаян һүҙгә эйә бик ҡыҙыҡлы әңгәмәсе.

Йәше шаҡтай оло булыуға ҡарамаҫтан, әле күптән түгел генә мәсеткә йөрөгән. Үҙенең йыйған аҡсаһын биреп, мәсет төҙөлөшөнә ярҙам иткән. Иманы уға төшөнкөлөккә бирелмәҫкә һәм бөгөнгәсә оптимист булып ҡалырға ярҙам итә. Героинябыҙ үҙен-үҙе яҡшы тойоуҙың сере – хәрәкәттә икәненә ышана. Гел генә хәрәкәт итергә, ни менән дә булһа шөғөлләнергә кәрәк. “Хәрәкәттә – бәрәкәт”, – ти ул.

– Тирә-йүндәгеләргә гел изгелек ҡылығыҙ һәм ул һеҙгә йөҙләтә кире ҡайтасаҡ, – тип уртаҡлаша Гөлйыһан Хажип ҡыҙы.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.