Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
9 Ғинуар 2018, 17:34

Беҙ ғорурланабыҙ һинең менән, атай!

Иҫ киткес кеше, яҡшы уҡытыусы, алтын ҡуллы оҫта, хәстәрле тормош иптәше, атай-олатай Марсель Яҡуп улы Закирйәнов 1 ғинуарҙа үҙенең 70 йәшлек юбилейын ҡаршыланы. Ул – минең атайым. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ һәм беҙ генә түгел. Теләш ауылында уны изгелекле, ярҙамсыл, тәртипле, яуаплы кеше булараҡ беләләр.

Атайымдың ҡулдары алтын. Теләш урта мәктәбендә бер нисә быуын балаларҙа эшкә һөйөү тәрбиәләне, хеҙмәт дәрестәрен уңышлы алып барҙы. Марсель Яҡуп улы ағастан ғәжәйеп нәмәләр – вазалар, кухня кәрәк-яраҡтары, ҡумталар, һандыҡтар, өҫтәлдәр, бал өсөн мискәләр һәм башҡа бик күп әйберҙәр эшләй. Иғтибарлы уҡытыусы етәкселеге аҫтында уҡыусылар республика һәм район олимпиадалары еңеүселәре булды. Беҙҙең райондан төрлө халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашҡандар уның эштәрен сувенир сифатында бөтә донъя буйлап таратты. Шулай уҡ бик матур сувенирҙары бер нисә тапҡыр халыҡ-ара матурлыҡ конкурстарында тәҡдим ителде. Уларҙы беҙҙең башҡорт һылыуҙары аукциондарға һәм бүләк сифатында алып барҙы.

Хеҙмәт дәрестәренән тыш, Марсель Яҡуп улы машина ғилеме буйынса педагог булды. Ул өлкән класс уҡыусыларын техника менән идара итергә өйрәтте, шулай итеп егеттәр мәктәптән үк ауыл хужалығы машинаһын йөрөтөүгә хоҡуҡ биреүсе таныҡлыҡ алып сыҡты. Эшләү дәүерендә Марсель Яҡуп улына оҫтахананы һәм машина ғилеме кабинетын йыһазландырырға тура килде. Атайымдың үтә намыҫлы уҡыу-сылары күп, улар уҡытыусыларының хеҙмәтен һәм тәрбиәләүҙәге өлөшөн юғары баһалай. Теләш урта мәктәбендә эшләү йылдары атайым өсөн бик тә баһалы. Ул уҡыусыларын, коллегаларын йылы һүҙҙәр һәм оло хөрмәт менән иҫкә ала. Ғәҙел һәм тынғыһыҙ эше өсөн “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнгән.

Марсель Яҡуп улының тағы ла бер яратҡан шөғөлө –рәсем. Нигеҙҙә ул ағастан эшләгән хеҙмәттәренә һүрәт төшөрә, картиналары ла бар. Яратҡан темаһы – диңгеҙ. Һәм был юҡҡа түгел, сөнки атайым моряк булып Төньяҡ флотта хеҙмәт итә, шул арҡала күп ерҙәр күрә, һыуҙар кисә. Әле лә ул армияла хеҙмәт иткән йылдарын матур хәтирәләр итеп һөйләй һәм хеҙмәттәштәре менән даими аралашып тора. Маҡтаулы хеҙмәте өсөн “Хәрби батырлыҡ” миҙалы һәм ике “Океан” жетоны менән бүләкләнгән.

Атайым әсәйебеҙ Люциә Ғәни ҡыҙы менән өс балаға – ике ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бирә, барыһын да белемле итә. Өлкән ҡыҙҙары Лариса Нефтекама ҡалаһында йәшәй һәм тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Улдары Илдар Норильскта йәшәй, уңышлы эшләп йөрөй, улар-ҙың ғаиләһендә ике ул үҫә. Мин – иң кесе ҡыҙҙары Луиза – ирем менән Өфөлә йәшәйбеҙ, үҙ эшемде етәкләйем. Беҙ барыбыҙ ҙа атайыбыҙҙы яратабыҙ һәм уның менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең өсөн ул батырлыҡ, сабырлыҡ, ныҡлыҡ, эшһөйәрлек, тәртиплелек өлгөһө. Беҙ атайыбыҙға оҙон ғүмер, бәхет һәм именлек теләйбеҙ.

Һүрәттә: Марсель Яҡуп улы ҡатыны Люциә Ғәни ҡыҙы менән. Фото ғаилә архивынан.


Луиза ЗАКИРЙӘНОВА.