Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
25 Декабрь 2017, 15:40

Дәүләт страховкалау хеҙмәтендә 38 йыл

Ғүмер буйы бер урында эшләү кешенең профессионаллеге, яуаплылығы һәм үҙ эшенә тоғролоғо тураһында һөйләй. Анастасия Федоровна Кустикованың хеҙмәт кенәгәһендә бер нисә яҙыу бар һәм уларҙың барыһы ла Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы дәүләт страховкалау бүлегенән. 22 декабрҙә уға 90 йәш тулды.

Анастасия Федоровна Үрге Бобин ауылында тыуған һәм үҫкән. Бында ул ете класс тамамлай. Ҡыҙ бала уҡыуын артабан дауам итә алмай, сөнки шул осор балаларына өлкәндәр менән бер тигеҙ эшләргә тура килә. Ун йәшлек Настя колхозда бил бөгә, уны төрлө участкаларға ебәрәләр.

1946 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсә, бында ул буласаҡ ире Иван Петрович менән таныша. Күпмелер ваҡыттан һуң өйләнешәләр. Йәш ғаиләлә ике ул һәм ике ҡыҙ тыуа.

Анастасия Кустикова шул уҡ йылды Дәүләт страховкалау хеҙмәтендә иҫәпсе булып эш башлай. 1952 йылдан өлкән бухгалтер итеп күсерәләр.

– Мин эшләй башлағанда, коллектив ике кешенән – минән һәм инспекторҙан тор-ҙо, – тип хәтерләй мәҡәлә геройы. – Әкренләп штат арттырылды. Эшебеҙ еңел булды тип әйтеп булмай, бухгалтер эше һәр ваҡыт ҡатмарлы. Беҙҙең юғарылағы ойошма Өфөлә ине. Отчет тапшырыу өсөн йыш ҡына баш ҡалаға йөрөргә тура килде. Ә ул саҡтарҙа транспорт аҙ булды, Сулия аша йөрөнөк. Нисек булһа ла Өфөгә барып етәбеҙ, тик кире ҡайтырға ла кәрәк бит…

Ләкин эшләгән йылдарын Анастасия Федоровна йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала:

– Коллектив һәр ваҡыт татыу булыуы менән айырылып торҙо. Беҙ бергәләп эшләнек тә, ял да иттек. Әлегә тиклем коллегаларым шылтыратып тора, хәлемде белешә.

Анастасия Кустикова дәүләт страховкалау тармағында 38 йыл хеҙмәт итә. Ул – социалистик ярыш еңеүсеһе (1973 йыл), Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең юбилей миҙалдары бар. Дәүләт страховкалау бүлегендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн район Советының һәм Хакимиәтенең Почет грамоталарына эйә, “Финанс эштәр отличнигы” билдәһе (1976 йыл) менән бүләкләнгән, шулай уҡ уға “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” исеме (1980 йыл) бирелгән.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.