Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
4 Декабрь 2017, 18:13

Бәләкәй илдә ҙур юбилей

Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡ иленән, тимәк, балалар баҡсаһынан. Ысынында бик күп нәмә, хатта ниндәйҙер кимәлдә бәләкәй кешенең артабанғы яҙмышы ла уның ни тиклем күңелле һәм файҙалы урын булыуына бәйләнгән.


Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Башаҡҡай” балалар баҡсаһы асылған көндән илле йыл үткән. Беҙҙә тәрбиәләнгән- дәрҙең күбеһе күптән инде өлкән кешеләр, әммә 50 йыл элекке кеүек үк бында ашыға – хәҙер инде балалары, ейәндәре менән.

Балалар баҡсаһының тарихы утыҙынсы йылдар уртаһынан башлана, беҙҙең ауылда ике: “Серп и молот” һәм Чапаев исемендәге колхоз була, колхоздар бригадаларға бүленә һәм һәр ҡай-һыһы үҙ бригада йортон булдырып, унда колхозсыларҙың 3-4 айлыҡтан алып 7 йәшкә тиклемге балалары өсөн тәүге мәктәпкәсә төркөмдәр ойошторола. Балалар аҙнаһына алты көн тәүлек әйләнәһенә баҡсала ҡала, сөнки ата-әсәләре ал-ял белмәй колхоз баҫыуҙарында һәм фермаларында хеҙмәт итә. Балаларҙың күпселек өлөшө, әлбиттә, ясле йәшендә булғанлыҡтан, ауылда балалар баҡсаһын “ясле” тип атайҙар. Имсәк балаларҙы төшкө ашҡа туҡтаған арала әсәләре килеп имеҙеп китә. Яслеләрҙең тәүге хеҙмәткәрҙәре ябай ҡатын-ҡыҙҙар була, улар ҙа колхозсылар кеүек “трудоден”гә хеҙмәт итә. Эшмәкәрлектәре балаларға күҙ-ҡолаҡ булып, бағып тәрбиәләүгә ҡайтып ҡала.

Һуғыштан һуңғы йылдар-ҙа колхоздарҙы берләштереү бара, ясле төркөмдәре лә бер ясле-баҡсаға берләштерелә, ул “Серп и молот” колхозының Тракт урамындағы идара бинаһында урынлаша. Беренсе ҡатта балаларҙы ҡабул итеү өсөн бүлмәләр, кухня йыһазландырыла. Ләкин кер йыуыу бүлмәһе булмай, керҙе кер йыуыусы Евдокия Филиппованың өйөндә йыуырға тура килә.

1965 йылда Красноуфимск педагогия училищеһының мәктәпкәсә бүлеген тамамлаған йәш белгес Зоя Чистякова тәүге мөдир була.

1966 йылда Өфө педагогия училищеһының мәктәпкәсә бүлеген тамамлау менән тәрбиәсе булып эшкә Нэля Закомлистова менән Валентина Топычканова килә.

Балалар күп, ә биналар – уңайһыҙ. Балалар баҡсаһы өсөн айырым бина төҙөү мәсьәләһе килеп баҫа. Шулай итеп, 1967 йылдың йәйендә рәйес Иван Крючков етәкселегендәге “Серп и молот” колхозы, колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһы тарафынан хәҙерге “Башаҡҡай” балалар баҡсаһы бинаһы төҙөлә. Унда илле балаға иҫәпләнгән ике төрлө йәштәге: мәктәпкә тиклемге һәм ясле төркөмдәре урынлаша. Балалар баҡсаһы тәүлек әйләнәһенә эшләүен дауам итә.

Тәрбиәселәрҙең эшендә, әлбиттә, бала ҡараусылар ярҙамлаша, улар: Галина Кузнецова, Анна Андреевских, Фәнзиә Ғәлина, Наилә Хөрмәтуллина, Иулита Крючкова, оҙаҡ йылдар көндөҙгө, ә һуңынан төнгө бала ҡараусы ла булып эшләгән атаҡлы “баба Лида”.

Ул ваҡытта эштә ҡыйынлыҡтар күп була. Бина пар менән йылытыла, мейес яғалар, усаҡ яғып һыу ҡайнаталар, ашарға бешерәләр, күмер әҙерләргә тура килә. Ул замандағы хеҙмәткәрҙәрҙең хәтирәләренән: балаларҙы иртән килеү менән “ясле” әйберенә кейендерәләр һәм көнөнә бер нисә тапҡыр алмаштырырға тура килә, айырыуса йәш балаларҙыҡын. Керҙе Любовь Ковина, Вера Орлова йыуа.

Әлегә ҡәҙәр беҙҙең балалар баҡсаһының ашарға тәмле әҙерләүе менән дан тотоуы билдәле. Ә традицияға беренсе ашнаҡсылар Анна Крючкова менән Алла Романова нигеҙ һала.

1970 йылда балалар баҡсаһы менән етәкселек итеүҙе йәш, көс-дәрте ташып торған педагог Нэля Закомлистова ҡабул итә һәм мөдир булып 33 йыл эшләй. Үҙе тирәләй ул иң бәләкәстәргә битараф булмаған ижади коллектив туплай. Коллективтың төп бурысы балалар баҡсаһын кескәйҙәргә уңайлы һәм йәмле булырлыҡ итеп төҙөкләндереү була. Яңы һыу үткәргес барлыҡҡа килә, пар менән йылытыу урынына үҙәктән йылытыла башлай, кухня модернизациялана, унда электр плитаһы, духовкалы шкаф, икмәк телгес, картуф таҙарт-ҡыс, һауыт-һаба йыуыу ҡулайламаһы урынлаштырыла.

1987 йылда реконструкциялағандан һуң биналар ҡайтанан йыһазландырыла, методик һәм медицина кабинеттары, музыка залы, ә иң мөһиме, тағы ла бер төркөм барлыҡҡа килә, сөнки балалар баҡсаһы өс төркөмлөгә әйләнә.

Балалар баҡсаһының территорияһы ла төҙөкләндерелә: ҡоймаһы яңыртыла, ағас-тар һәм ҡыуаҡтар ултыртыла, уйын майҙансыҡтарында яңы ҡорамалдар һәм башҡа күп нәмәләр урынлаштырыла.

Тап Нэля Евгеньевна беҙҙең балалар баҡсаһын “Башаҡҡай” тип атаған. Уның оҙаҡ йылдар етәкселек итеү дәүерендә балалар баҡсаһы формалаша, хеҙмәт шарттары яҡшыра. Балалар баҡсаһы икенсе төҫ ала. 2003 йылдың июнендә Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Нэля Евгеньевна, вазифаһын Наталья Чистяковаға тапшырып, хаҡлы ялға китә.

Белем биреү процесын тәьмин итеүҙә оҙаҡ йылдар мөдирҙең төп ярҙамсыһы өлкән шәфҡәт туташы Винера Ғәлләметдинова була. 38 йыл буйы сабыйҙарҙың һаулығы һәм туҡланыуы, биналарҙың йәмлелеге, таҙалығы, һәм, әлбиттә, прививкалар планының үтәлеше тураһындағы хәстәрлек уның иңендә ята. Ул бөгөн дә беҙҙең коллективтың һөйөүе һәм ихтирамы менән файҙалана.

Ветерандарыбыҙҙы беҙ бер ҡасан да онотмайбыҙ. Үҙенә генә хас баҫалҡы холоҡло, һәр балаға яратып һәм ихтирам менән баҡҡан, Баш-ҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнгән Людмила Ватолина; ваҡытында һәр балаға күңел һәм йөрәк йылыһын өләшкән, РСФСР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған Людмила Петрова утыҙ йылдан ашыу тәрбиәселәр булып хеҙмәт иткән. Шулай уҡ бында Ольга Нәҙершина, Ирина Юнысова, Светлана Ишменева, Евгения Каменских тәрбиәселәр булып эшләгән. Тәрбиәсе ярҙамсылары – ветерандарыбыҙ Нәжибә Хужина менән Гөлнур Баймөхәмәтоваға ла рәхмәт белдерәбеҙ.

Тәрбиәселәрҙе уртаҡ бурыстар һәм маҡсаттар берләштерә. Беҙҙең балалар баҡсаһында осраҡлы кешеләр юҡ. Бөтә педагогтар ҙа – балаларҙы яратҡан һәм аңлаған, бер-береһен үҙ-ара тулыландырыусы ижади кешеләр. Улар: Гөлсара Абдулхаева, Дилә Хәлимова, Алина Рамазанова, Рита Кучерова һәм әле яңыраҡ ҡына беҙҙең коллективҡа ҡушылып киткән яңы педагог Гөлназ Сафина.

Һәр төркөмдә – таҙалыҡ һәм тәртип. Был беҙҙең тәрбиәсе ярҙамсылары Людмила Нурғәлина, Светлана Храмцова, Лилиә Фазыловаларҙың хеҙмәте.

Беҙҙең бөтә музыкаль саралар ҙа музыка етәксеһе Рита Кучерова етәкселегендә үтә. Уның хеҙмәте шунда: бөтә байрамдарыбыҙ ҙа юғары кимәлдә һәм ата-әсәләрҙә уңыш менән файҙалана.

Бында йәмле, яҡты һәм матур. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың баҡсалағы тормошон сағылдырыусы стеналар, мөйөштәр күҙҙең яуын алып тора. Һәр төркөмдөң һәм йоҡо бүлмәһенең – үҙ матурлығы, үҙ йәме. Балалар баҡсаһында тағы ла педагог-психолог, уҡытыусы-логопед кабинеттары бар. Занятиелар балаларҙың шәхси үҙенсәлектәрен һәм ихтыяждарын иҫәпкә алып уҙғарыла.

Аш-һыу блогында иртәнге һәм төшкө аштарҙы ашнаҡсы Гөлшат Тәҡиева әҙерләй, ә хужалыҡ мөдире Ольга Латипова аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Иң төп жюри – балалар, улар ашнаҡсыларыбыҙҙың эшен һәр ваҡыт биш балл менән баһалай.

Тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләренә беҙҙең учреждение менән уңышлы хеҙмәттәшлек иткәндәре өсөн беҙ ысын күңелдән рәхмәтле. Эшегеҙ күп булыуға ҡарамаҫтан, тормош хәл-шарттарына бирешмәҫкә көс табыуығыҙ, балалар баҡсаһы тормошона битараф ҡалмауығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә.


Наталья ЧИСТЯКОВА,

“Башаҡҡай” балалар баҡсаһы мөдире.