Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
30 Ноябрь 2017, 02:00

Гәүһәр туйға илткән юл

Быйылғы көҙ Тәкә ауылынан ирле-ҡатынлы Әнжилә һәм Мулланур Әхмәтшиндар өсөн иҫтәлекле булды. Йәшлек таңдарында бер-береһен осратып, 60 йыл элек улар никахтарын теркәгән. Бергә үткән ғүмерҙәрен үҙ-ара аңлашып, тулы татыулыҡта, мөхәббәтле йәшәп, бөгөн улар ҡасандыр бер-береһен осратыуҙарына бик һөйөнә.

Ғаилә башлығы Мулланур ағай 1929 йылдың 5 ноябрендә Тәкә ауылында 9 балалы ғаиләлә өсөнсө булып донъяға килгән. Күп кенә йәштәштәре кеүек уға ла ауыр хеҙмәтте бик иртә татырға тура килә – 6-сы класты тамамлаған үҫмер һыйырҙар көтә башлай. 1949 йылда хеҙмәт юлын ФЗО-ла дауам итә, унда тракторсылар курсын тамамлай. Армияға алынғансы тракторсы булып эшләп өлгөрә. 3 йыл хеҙмәт итеп ҡайт-ҡандан һуң, ғүмере буйы ауылда эшләй, тәжрибәле механизатор булып китә. Бер ҡасан да ауыр эштән ҡурҡып тормай, иртәнән алып төн еткәнсе район мәнфәғәтенә хеҙмәт итә.

Әнжилә апай 1935 йылдың 24 июнендә Теләш ауылында тыуған. 7 йәшендә ул атайһыҙ ҡала. Балаларҙан иң олоһо булараҡ, уға әсәһенә һәр ерҙә терәк бу- лырға тура килә. 7-се кластан һуң фермаға эшкә төшә. Ике йыл Жвакино ауылы эргәһендәге урмандарҙа эшләй. Һынмай йәш ҡыҙ – эштең бөтөн ауырлығын лайыҡлы күтәрә.

1957 йылда Әнжилә Мөхәрләм ҡыҙы менән Мулланур Сәфәрғәле улы ғаилә ҡора, һәм бер-береһендә бәхеттәрен таба. Еңел бирелмәй бәхет уларға. Шатлыҡлы ваҡиғаларын яҡындары менән уртаҡ- лашһалар, ә ҡайғы килгәндә күҙ йәштәре менән йыуалар.

Мулланур Сәфәрғәле улы пенсияға сыҡҡансы һайлаған һөнәренә тоғро ҡала. Намыҫлы хеҙмәте һәм яҡшы күрһәткестәре өсөн почет грамоталары менән бүләкләнгән. Эштән буш ваҡыттарында мейес сығарыу, быйма баҫыу, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Әнжилә апай колхозда төрлө эштәр башҡара. Шул уҡ ваҡытта балаларын тәрбиәләргә, хужалығын алып барырға ла өлгөрә. Уның хеҙмәте лә ҡиммәтле бүләктәр менән баһаланған.

Әхмәтшиндар биш бала үҫтергән, уларға яҡшы тәрбиә биргән. Бөгөн улар – 10 ейән-ейәнсәргә, 5 бүлә-бүләсәгә өләсәй һәм олатай. 80 йәште үткән ирле-ҡатынлылар әле лә ҡош-ҡорт аҫрай, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Ауылда Әхмәтшиндар ғаиләһен ихтирам итәләр.

“Парлы булып бәхетле оҙон ғүмер кисереүҙең сере ниҙә?” – тигән һорауға ауылдың хөрмәтле аҡһаҡалы: “Бер-береңде аңлауҙа һәм ихтирам итеүҙә. Балаларҙың эргәлә булыуы яҡшы. Хәстәрлектәре, иғтибарҙары һәм уңыштары менән улар беҙҙең ғүмерҙе оҙайта”, – тине.

Рәҡибә ЯНБАЕВА,

Тәкә ауылы.