Мәсетле тормошо
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
17 Ноябрь 2017, 02:00
Күп юлдар үтелде, күп эшләнде тыуған ил өсөн
Нәҡ шулай тип ғорурлыҡ менән әйтә ала оло юбилейҙарын билдәләүсе геройҙарыбыҙ. Иртәгә улар туғандары һәм яҡындарынан тыуған көн хөрмәтенә ҡотлауҙар ҡабул итәсәк. Районыбыҙҙағы оҙон ғүмерлеләрҙең береһе – Һәҙиә Абдуллина Әләгәҙ ауылында йәшәй. 18 ноябрҙә уға 90 йәш тула. Һәҙиә Абдуллина Оло Ҡыҙылбай ауылында тыуған. Атаһы 1917 – 1923 йылдарҙағы һуғыштарҙа ҡатнашҡан һәм аяғы яраланып ҡайтҡан. Ҡыҙға өс йәш тулғанда, атаһы донъя ҡуя. Әсәһе икмәк бешереүсе, ашнаҡсы була. Ҡыҙ тыуған ауылында ете класс бөтөрә, уҡыуын Мәсәғүт ауылында дауам итергә теләй. Ләкин һуңғы мәлдә, иптәш ҡыҙҙарына эйәреп, Ләмәҙтамаҡ мәктәбенә уҡырға бара. Унда әсәһенең танышында, өс балалы ҡатында, тора. Оло Ҡыҙылбайҙан Ләмәҙтамаҡ ауылына тиклемге араны яҡын тип әйтеп булмай, ялдарға ҡайтҡан саҡтарҙа эҫелә-һыуыҡтарҙа ла, бысраҡтарҙа, ташҡын мәлдәрендә лә йәйәү йөрөргә тура килә. Арҡаларында – биштәр, аяҡтарында – сабата. Һәҙиә Абдуллина аслыҡ йылдарында үҫә. “Ул замандарҙы оноторлоҡ түгел…”, – ти ул. Унынсы класты уҡып бөтә алмай. Тәүҙә Мөслим ауылында пионер вожатыйы, шунан Оло Ҡыҙылбайҙа биш йыл бухгалтер-кассир булып эшләй. Ә һуғыш ваҡытында үлсәүсе һәм хисапсы вазифаһын үтәй. Ул 1948-49-сы йылдарҙа кешеләр заемға эшләгән саҡ була. Эшләп тапҡандарының барыһын дәүләткә тапшырып торалар. Һәҙиә Абдуллинаны башҡалар менән бергә ошо заемдарҙы йыйырға ҡушалар. Ул саҡта тапшырылғандарҙың барыһы ла егерме йылдан ҡайтарып биреләсәк, тип иғлан ителә. Шул саҡта ул заем кампанияһының әүҙем ҡатнашыусыһына әйләнә. 1954 йылда кейәүгә сыға, улдары тыуа. Бер нисә йылдан “Әй” совхозына кассир, өс йылдан “Мәсәғүт” совхозына бухгалтер булып урынлаша. Иренең апаһы Төркмәнстанда йәшәй. Ҡунаҡҡа барған һайын ир менән ҡатын улар-ҙың көнкүрешенә ғәжәпләнә: йылы, йылына бер нисә ҡабат мул уңыш алалар. Бына шулай итеп 49 йәшлек Һәҙиә Абдуллина ире һәм өс балаһы менән икенсе республикаға сығып китәләр. Яңы ерҙә ул йәшелсәселек колхозында, шунан банкта бухгалтер булып эшләй. Эшләгән дәүерендә ул дүрт тапҡыр аҡса реформаһының шаһиты була. Пенсияға сыҡҡас та әле 67 йәшенә ҡәҙәр хеҙмәт итә. Уның дөйөм эш стажы – 51 йыл. – Нисектер бер шулай тыуған яҡты күреп килергә булып ҡунаҡҡа ҡайттым һәм шунан китмәйенсә тороп ҡалдым, – тип иҫенә төшөрә ул. – Ваҡыт үтеү менән ҡыҙым да ҡайтты, хәҙер уның менән йәшәйем дә инде. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Һәҙиә Абдуллина – бик әүҙем һәм тормошто ярат-ҡан ҡатын. Намаҙҙар уҡый һәм башҡаларҙы өйрәтә, совхоздың төҙөлөш бүлеге контораһының иҫке бинаһынан ауылда мәсет төҙөтөү инициаторҙарының береһе ул. Бер генә мосолман сараһы ла Һәҙиә апайһыҙ үтмәй, бында йәшәгәндәр уны мосолман йолаларын үтәгәндә саҡыра. Әлегә тиклем ул таяҡ ярҙамына мохтаж булмаған, китаптар уҡый. Һәҙиә Абдуллинаның хәтере бик яҡшы. Һәр ваҡыт хәрәкәттә, мал ҡарай, бесән саба, һыйыр һауа. – Бәлки, шуға ла ауырырға ваҡытым юҡтыр, – ти ул. Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы