Мәсетле тормошо
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
17 Ноябрь 2017, 02:00
Күп юлдар үтелде,
Нәҡ шулай тип ғорурлыҡ менән әйтә ала оло юбилейҙарын билдәләүсе геройҙарыбыҙ. Иртәгә улар туғандары һәм яҡындарынан тыуған көн хөрмәтенә ҡотлауҙар ҡабул итәсәк. Маһинур Ғәлләмова 1927 йылдың 18 ноябрендә Оло Аҡа ауылында тыуған. Һуғыш ваҡытында, башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк, фронтты кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү өсөн иртәнән кискә тиклем урындағы колхозда тырышып эшләй. Һуғыштан һуңғы йылдар ҙа ауыр була, көс етмәҫлек эштәр һәм юғалтыуҙар дауам итә. Ләкин тормош әкренләп яйлана һәм яҡты киләсәккә өмөт уяна. 1949 йылда Маһинур Таҡый ҡыҙы Әжекәй егете Сәләх Ғәлләмовҡа кейәүгә сыға һәм тормош иптәшенең ауылына күсә. Сәләх Тауаф улы ғүмере буйы “Октябрҙең 40 йыллығы” колхозында токарь булып эшләй. Маһинур Таҡый ҡыҙы үҙе лә ире янында, шул уҡ колхозда хаҡлы ялға сыҡҡансы төрлө эштәрҙә йөрөй. 1951 йылда йәш ғаиләлә тәүге бала – Аусаф донъяға килә. Ғаиләһе менән Первоуральск ҡалаһында төпләнгән милиция подполковнигы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн беҙҙең арала юҡ. Ҡыҙҙары Гөлнәзирә Миәкә районында йәшәй. Ашнаҡсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Икенсе ҡыҙҙары Мәрйәм ғүмере буйы Рәсәй дәүләт страховкалау компанияһында директор вазифаһында хеҙмәт итә, бөгөн ул шулай уҡ хаҡлы ялда. Кесе улдары Фәғил атаһы юлын һайлай, “Октябрҙең 40 йыллығы” колхозы ябылғанға тиклем шунда токарь була. Бөгөн ул – мәктәп ҡаҙанлығында оператор. Маһинур Ғәлләмова бәхетле өләсәй – уның һигеҙ ейән-ейәнсәре һәм 11 бүлә-бүләсәре бар. Йылдар бик тиҙ үтә. Ире вафат булғандан һуң бына инде байтаҡ йылдар Маһинур Ғәлләмова кесе улы һәм килене менән йәшәй. “Беҙ 32 йыл бергә йәшәйбеҙ. Бер генә тапҡыр ҙа һүҙгә килгәнебеҙ булманы. Әсәйебеҙ беҙгә һәр ваҡыт ярҙамлаша, аҡыллы кәңәштәрен бирә. Күршеләр ҙә уны хөрмәт итә”, –ти килене Анжела. Хеҙмәт ветераны һәм тыл хеҙмәтсәне Маһинур Таҡый ҡыҙы изге күңелле, яғымлы һәм мөләйем. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул донъя хәлдәре менән ҡыҙыҡһына, китап һәм гәзит-журналдар уҡый, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй, туғандары һәм күршеләре менән аралашып йәшәй, уға күтәренке рух менән йәшәү, оптимистик ҡарашта булыу хас. Яҙмышында булған бар ҡыйынлыҡтарҙы күтәреп, үҙендә артабан йәшәүгә көс тапҡан Маһинур Ғәлләмова бөгөн юбилейын бәхетле әсә, өләсәй, ҡарт өләсәй булараҡ яҡын кешеләре менән ҡәҙер-хөрмәттә ҡаршылай. Юлиә КРЮЧКОВА.
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан