Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
16 Ноябрь 2017, 02:00

Бай хеҙмәт юлын үткән

7 ноябрҙә Валентина Михайловна Чебыкина үҙ юбилейын билдәләне. Валентина Чебыкина 1947 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуа. Ул мәктәп (1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейы) уҡытыу-сыларынан уңа: уны Әхмәт Йосопов, Наталья Елисеева, Софья Хафизова һәм башҡалар уҡыта. 1966 йылда мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағандан һуң, Валентина Михайловна БДУ-ның биология факультетына уҡырға инә. Юғары стипендияға уҡый. 1971 йылда ҡулына диплом алған йәш белгес тыуған ауылына химия уҡытыусыһы булып ҡайта. Уҡытыусы ролендә ул бер нисә быуын тәрбиәләй. Сығарылыш уҡыусылары араһында химия фәнен үҙ иткәндәр байтаҡ. Ныҡлы белемдәре уларға медицина һәм башҡа юғары уҡыу йорттарына инергә ярҙам итә. Валентина Михайловна – новатор. Уның дәрестәрендә теория менән практика бәйләнеше тойола, ә дәрестәрҙе төрлө итеп үткәрә: лекция, семинар, эшлекле уйын, аукцион, суд кеүек формалар ҡуллана. “Брейн-ринг”, “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” кеүек телевизион уйындарҙы тәүгеләрҙән булып дәрестәрендә файҙалана башлай. Валентина Михайловна тәбиғәт фәндәре кафедраһы эшен яҡшыртыуға күп тырышлыҡ һала: уның тәҡдиме менән химия буйынса ун көнлөктәр, турнирҙар, викториналар үткәрелә, гәзит конкурсы ойошторола башлай. Йыйған тәжрибәһен коллегалары менән ихлас уртаҡлаша. 1992 йылдан Валентина Чебыкина дәрестәр теҙмәһе буйынса завуч була. 1995 йылда уны директор итеп тәғәйенләйҙәр. Ул ваҡыттар бөтә ил өсөн ауыр килә, был мәктәптә лә сағыла. Валентина Михайловна тәүге эш көнө тураһында: “Мәктәпкә килеп инһәм, ни күрәм: бер нәмә лә буятылмаған, беренсе ҡатта иҙәнде һүткәндәр…” Аҡсаны бюджет бик аҙ бүлә, шулай ҙа Валентина Михайловна бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға ала. Ул сетерекле хәлдән сығыу юлын таба – мәктәп етәкселеге райондың коммерция структураларына мөрәжәғәт итә. Бынан һуң аҡса табыла һәм ремонт эшләнә. Матди ауырлыҡтар мәктәпкә әкренләп гимназия сифатында эксперименталь эш режимына күсергә ҡамасауламай. Уҡытыу эштәре буйынса завуч Любовь Потулова менән Валентина Михайловна тәжрибә үҙләштереү өсөн Өфө ҡалаһындағы һәм Малаяҙ ауылындағы гимназияларға бара. 1997 йылдың майында мәктәп лицей статусын ала. Валентина Михайловна әйтеүенсә, ул осорҙа матди хәл бик насар була: 3-4-әр ай эш хаҡы түләмәйҙәр. Шул уҡ ваҡытта уҡытыусыларҙың дәртләнеп, илһамланып эшләүе хәтерендә ҡалған. 1988 йылда Валентина Чебыкина фән буйынса завуч була. Шул ваҡыттан методик эш яңыса ойошторола, предметтар буйынса кафедралар булдырыла. Валентина Михайловна һәләтле балаларҙы асыҡлау маҡсаты менән “Интеллектуаль марафон” әҙерләй. Шулай уҡ уҡыусыларҙың “Эҙләү” фәнни берекмәһе ойошторола. Унда йәш быуын ғилми эш нигеҙҙәренә төшөнә. Бынан тыш, ул йәмәғәт эшен әүҙем алып бара. Биш йыл дауамында уҡытыусы-энтузиаст мәктәптең профсоюз комитетын етәкләй. Уның ысын фиҙаҡәрлеге – музейҙағы хеҙмәтендә. Һигеҙ йылға яҡын Валентина Михайловна тыуған яҡ һәм мәктәп тураһында һөйләп, уҡыусылар күңеленә патриотик орлоҡ сәсә. Класс сәғәттәре, йыл һайын үткәрелгән тыуған яҡты өйрәнеү конференциялары – быларҙың барыһы ла ғәйәт ҙур хеҙмәт. Валентина Чебыкина даими рәүештә стендтарҙы яңырта, Бөйөк Ватан һуғышының ветеран уҡытыусылары тураһында район гәзитенә мәҡәләләр әҙерләй. Уның тарафынан уҡытыусылар династияһы тураһында материалдар йыйыла. Грамоталы педагог етәкселегендә лицей уҡыусылары Бөтә Рәсәй һәм төбәк кимәлендә үткәрелгән конкурс-тарҙа әүҙем ҡатнаша һәм беренсе, призлы урындар яулай. Валентина Михайловна – булмышы менән уҡытыусы. Ул – Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1998 йыл) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2000 йыл). Ольга ДӘҮЛӘТШИНА.