Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
7 Ноябрь 2017, 02:00

Туйҙың ябайы түгел, ә алтыны!

Алтын туй – үтә сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға. Ул ярты быуат бергә ғүмер иткән Рәйсә һәм Рәмил Оморҙаҡовтар, улар-ҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм дуҫтары өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. 50 йыл эсендә төрлө хәлдәр була, ләкин алтын туй мөхәббәтте ғүмер буйына һаҡлап алып барырға мөмкин икәнлеген иҫбатлай. Рәйсә Ғатаулла ҡыҙы 1945 йылдың 4 июнендә Ишембай районының Әрмет ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ төҙөлөш училищеһына уҡырға инә. Һөнәргә эйә Рәйсә һабаҡташтары Надежда Никитина, Марат Әсән-ғолов һәм Иван Тимофеев менән бергә комсомол путевкаһы буйынса Мәсетле районының колхоз-ара күсмә механизацияланған колоннаһына эшкә ебәрелә. Уның бригадаһы һал-ған тәүге объект – әлеге “Тепловик” ЯСЙ-һы бинаһы. Артабан улар Тыныслыҡ урамындағы күп фатирлы йортто төҙөүҙә ҡатнаша. Намыҫлы һәм күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт отличиеһы өсөн” миҙалы менән бүләкләнә, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ була. Рәмил Рамазан улы 1941 йылдың 21 июнендә Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылында тыуа. Яраҫтау һөнәрселек училищеһында водитель һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын 1967 йылда Балаҡатай районының Ямаш ауылындағы автотранспорт предприятиеһында башлай. Рәмил Рамазан улы буласаҡ кәләше менән Мәсетле районының әлеге колхоз-ара күсмә механизацияланған колоннаһына эшкә күскәс таныша. 1967 йылдың ноябрендә йәштәр гөрләтеп туй яһай, Яңы Мөслим ауылында өй һалып сыға. Шулай йылдар үтә тора, улар-ҙы һанап ҡына өлгөр. Балалар үҫә: өлкән улдары Рәфил Пермь ҡалаһында йәшәй, Рәзил ата-әсәһе янында – Яңы Мөслим ауылында, кесе ҡыҙҙары Гөлназ Оло Ыҡтамаҡ ауылында донъя көтә. Бәхетле олатай менән өләсәйҙең алты ейән-ейәнсәре нәҫел ебен дауам итә.Рәйсә Ғатаулла ҡыҙы менән Рәмил Рамазан улы иңгә-иң терәшеп байтаҡ тормош кисергән. Төрлө саҡтарҙы кисерергә тура килгән уларға, ләкин лайыҡлы һәм матур ғүмер итәләр. Бөгөн, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар хужалыҡ тота, мал һәм ҡорт аҫрай. Оморҙаҡовтар – мөхәббәт һәм тоғролоҡтоң ваҡыттан көслөрәк булыуына сағыу өлгө.