Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
2 Ноябрь 2017, 02:00

Һөнәренә тоғро ҡалған

30 йыл Мәсетле районының архитектура өлкәһендә эшләгән Рәсимә Ҡушанова күптән түгел юбилейын билдәләне. Юлиә КРЮЧКОВА. Рәсимә Тимерғәли ҡыҙы Федоровка районының Юрматы тигән башҡорт ауылында тыуып үҫкән. – Мин дүртенсе класта уҡығанда, – тип иҫенә төшөрә ул, – беҙгә ул саҡта сәнғәт институты студенткаһы бул-ған ике туған апайым ҡунаҡҡа килде, ул рәсем төшөрөүгә булған һәләттәремде күреп ҡалып, әсәйемә мине профессиональ мәктәпкә бирергә тәҡдим итте. Бына шулай итеп йәйге каникулда ҡыҙыҡай Башҡортостандың баш ҡалаһын яуларға һәм республика художестволы урта мәктәбенә уҡырға инергә китә. –Иҫемдә, имтихандарҙан һуң мин, ҡабул итеү комиссияһына барып, башҡа балаларҙың эштәрен ҡарап баһаланым да, уҡырға инеү өсөн минең белемдәрем етмәүен аңланым. Унда, нигеҙҙә, композиция, һынлы сәнғәт, натюрморт һәм башҡа шундай төшөнсәләр менән таныш булған ҡала балалары килгән, ә беҙгә рәсем дәрестәрендә ундай нәмәләрҙе әле аңлатмағайнылар. Йәйге каникулын ҡалала үткәреп, Рәсимә Тимерғәли ҡыҙы ауылға ҡайт-ҡыһы килмәүен аңлай һәм музыка мәктәбенә уҡырға инә. Каникул һуңында ауылға художестволы мәктәпкә уҡырға алыныуы хаҡында хат килеп төшкәс, аптырауынан шаҡ ҡата. 10-сы кластан һуң, уҡытыусыһының, рәсем буйынса остазының кәңәше буйынса йәш рәссам Өфө нефть институтына уҡырға бара. Беренсе тапҡырҙан уҡ инә алмай, әлбиттә, инженер-төҙөлөш факультетына конкурс бик ҙур була. Эшкә барырға тура килә, заводта рәссам-биҙәүсе булып хеҙмәт итә. Киләһе йылына абитуриенттың икенсе ынтылышы уңышлы булып сыға, шулай итеп практикалар һәм проекттар менән тулы студент тормошо башлана. Тәүге курстан уҡ төркөмдөң, ә икенсе курстан бөтә һөнәр-ҙәр буйынса комсомол ойоштороусыһы була. Яҡшы уҡығаны һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаш-ҡаны өсөн бер нисә тапҡыр нефть институты ВЛКСМ комитетының һәм Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының почет грамоталары менән бүләкләнә. Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 3 ноябрендәге 88-се һанында уҡығыҙ.