Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
27 Октябрь 2017, 02:00

Шат тауыштар тынмаһын!

“Светлячок” балалар баҡсаһы тарихы 1977 йылдың октябрендә башлана. Бер нисә йыл барған төҙөлөш эштәренән һуң, яңы коллектив эшкә тотона. Башта тәрбиәләнеүселәр аҙ була, төрлө йәштәге 20-гә яҡын бала йөрөй. Йыл һуңына улар һаны етмештән ашып китә. Бөгөн балалар баҡсаһына икенән ете йәшкә тиклемге 164 бала йөрөй. Бөтәһе алты төркөм ойошторолған. Светлана ЯНУРОВА, Мәсетле районы мәғариф бүлеге методисы. Балалар баҡсаһы тупһаһын аша атлап үтеү менән, әйтерһең дә, балалыҡҡа әйләнеп ҡайтаһың: бында һәр кеше өсөн ғәҙәти еҫ тойола, балалар көлөүе һәм шау-шыуы ишетелә, ә стеналарҙа балалар төшөргән рәсемдәр күҙҙе ҡамаштыра. Кабинеттарҙа һәм төркөмдәрҙә ғәҙәти һәм көндәлек, ләкин һәр ваҡыт кәрәкле эш ҡайнай. Сөнки нәҡ ошо һөнәр эйәләре яңы быуынды тәрбиәләй. Балалар баҡсаһы мөдире Любовь Ярушина әйтеүенсә, коллектив ижади эшләй. Ә педагогтарҙың фантазияһының иге-сиге юҡ. Балаға ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт, намыҫлылыҡ, үҙ аллы әүҙем эшләү һәләте һәм ихлас ҡыҙыҡһыныусанлыҡ бында йылдар дауамында үҙгәрешһеҙ ҡала. 40 йыл эсендә “Светлячок” балалар баҡсаһында ике генә етәксе була. Галина Фуфаева эшкә 1977 йылдың сентябрендә килә һәм шунда уҡ мөдир итеп тәғәйенләнә. Галина Ивановна хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, 1999 йылдан алып бөгөнгә тиклем балалар баҡсаһын Любовь Ярушина етәкләй. Балаларҙың төрлө яҡлап һәм тулы ҡиммәтле үҫеше өсөн учреждениела бөтә шарттар ҙа булдырыл-ған. Балалар баҡсаһында иртәлектәр, дәрестәр һәм төрлө саралар үткәреү өсөн музыка залы бар. Урамда уйын майҙансыҡтары йыһазландырылған, ә бәләкәй генә ултырғыстар, өҫтәлдәр, уйынсыҡтар теҙелгән кәштәләр ҡуйылған төркөмдәр яҡты, күркәм. Учреждение хеҙмәткәрҙәре тәрбиәләнеүселәре өсөн ҡыҙыҡлы саралар ойоштора, район конкурстарында ҡатнаша. “Коллективта 27 кеше хеҙмәт итә. Ул беҙҙә тотороҡло, 30 йылдан ашыу эшләүселәр бар, – ти мөдир Любовь Вячеславовна. – Улар өлкән тәрбиәсе Светлана Коробкина, тәрбиәселәр Миләүшә Хисамова, Мәрфуға Мөхәрәмова, Галина Жильцова. Күп йылдар дауамында балаларға йылылыҡ өләшеүсе педагогтарға рәхмәт әйтке килә – улар тәрбиәселәр Лилиә Хажиева, Эльвира Зәбихуллина, Зимфира Әмирова, Татьяна Бабикова, Фидәлиә Ниязова, музыка етәксеһе Ольга Корекова. Яңыраҡ коллективҡа ҡушылғандарҙы ла билдәләп үтәм – уҡытыусы-логопед Айгөл Нәбиуллина, тәрбиәсе Рита Ҡотлоева һәм физкультура буйынса инструктор Лилиә Мөхәрләмова. Төркөмдәрҙә бөхтәлек һәм тәртип булдырыусылар, тәрбиәселәргә ярҙам итеүселәр: Әлфиә Йәнтүрина, Резеда Хажиева, Гөлназ Нәсибуллина, Лилиә Хажиева, Рәсимә Сәбиғиәрова. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы етәкселеге ашнаҡсылар Нәзирә Фәтихова менән Рима Нәжметдиноваға, кер йыуыусы Валентина Попцоваға, хужалыҡ мөдире Сәриә Сөләймәноваға, слесарь-сантехник Фаил Сөләймәновҡа, ҡарауылсылар Әл-фрит Хажиев менән Михаил Ташкиновҡа рәхмәт белдерә. Бөгөн хаҡлы ялда булғандарға – мөдир Галина Фуфаеваға, өлкән шәфҡәт туташы Лидия Корековаға, хужалыҡ мөдире Хафиса Аҙнабаеваға, тәрбиәселәр Любовь Тимофееваға, Фәниә Йосоповаға, Тәрзиә Абдулхаеваға һәм Рәмилә Сафинаға шулай уҡ рәхмәт әйтке килә”. 40 йыл – күркәм дата. Тиҫтәләгән йылдар дауамында күп нәмә үҙгәргән. Ләкин бөгөн дә “Светлячок” балалар баҡсаһында үҙ һөнәренә тоғро һәм балаларҙы татыу булырға, ижад итергә, матурлыҡты баһалай белергә һәм ғаиләне яратырға өйрәтеүсе кешеләр эшләй. Педагогтарға профессионаллектәре һәм ҙур тәжрибәләре һөнәри бурыстарын оҫта һәм уңышлы башҡарырға ярҙам итә.Юбилей айҡанлы “Светлячок” балалар баҡсаһының барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм уларға сабырлыҡ, тыныслыҡ, яҡшы кәйеф, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм ижади күтәренкелек теләйбеҙ. Балаларҙың шат көлөү тауыштары һеҙҙә тынмаһын!