Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
12 Октябрь 2017, 02:00

Мәңгегә бергә

Алтын – аҫыл металл. Уның пробаһын күтәреү өсөн, ҡойор алдынан оҫта ювелир, артыҡ ҡатнашмалары быу менән күтәрелеп юҡҡа сыҡҡанын көтөп, уны парҙа тота. Шуның кеүек беҙҙең юбилярҙарға ла аҫыл пар булыу, 50 йыл бергә ғүмер кисереү өсөн күп йыллыҡ әҙерлек, яраҡлашыу, ут-һыу менән тикшереү үтергә тура килә. Һөҙөмтәлә ысын хазина барлыҡҡа килә. Ул беҙҙең ҡәҙерле юбилярҙар – ирле-ҡатынлы Рәүилә Вәли ҡыҙы менән Фәйзелхаҡ Фәттәх улы Хөсниәровтар. Фәйзелхаҡ Фәттәх улы Оло Ҡыҙылбай ауылында тыуған. Үҙ ауылында башланғыс кластарҙы тамамлағас, Оло Аҡа мәктәбендә уҡыуын дауам итә, шунда буласаҡ тормош иптәше менән танышалар ҙа инде. Мәктәптән һуң, 1966 йылда, ғалим-зоотехник һөнәре буйынса Ленин исемендәге Омск ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Рәүилә Вәли ҡыҙы тыумышы менән Оло Аҡа ауылынан. 7 класс тамамлағандан һуң ул Бәләбәй ҡалаһына уҡырға китә һәм педучилище тамамлай. 1967 йылда йәштәр яҙмыштарын бәйләргә ҡарар итә. Был ваҡытта Рәүилә Вәли ҡыҙы Оло Аҡа урта мәктәбендә пионервожатый булып эшләй. Туйҙан һуң уҡыуын юғары уҡыу йортонда дауам итергә теләй һәм ире менән Омск ҡалаһына китәләр, унда педагогия университетын тамамлап, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен ала... Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 13 октябрендәге 82-се һанында уҡығыҙ.