Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
21 Сентябрь 2017, 02:00

Ҡотлайбыҙ, әсәй!

Һөйөклө әсәйебеҙ Миңһылыу Мөғин ҡыҙы Хамматоваға 23 сентябрҙә 70 йәш тула. Беҙҙең бала саҡты сағылдырған мәктәп йылдары хаҡындағы иҫтәлектәр һәр ҡайһыбыҙҙың күңелендә бөгөнгөләй уйылып ҡалған. Улар бәләкәй кешене ҙур тормош юлы менән тоташтыра. Ә унан кеше тормошта үҙ урынын таба. Әсәйебеҙ Мәсетле районының Тайыш ауылында донъяға килгән, аҙаҡтан ғаиләһе менән Йонос ауылына күсә. Йонос һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенә уҡырға бара. 1966 йылда мәктәпте тамамлай һәм Йонос мәктәбендә пионервожатый булып ең һыҙғанып эшкә тотона. Бер йыл эшләгәс, Өфөгә пионервожатыйҙар әҙерләй торған бер йыллыҡ курс үтә, артабан өлкән пионервожатый булып эшен дауам итә. Ул замандарҙағы пионерҙар эшен һанап бөткөһөҙ булһа ла, әсәйебеҙ етәкләгән пионер ойошмаһы район күләмендә гел алдынғылар рәтендә була. Йонос мәктәбенең пионер ойошмаһы тураһында республика, район баҫмаларында мәҡәләләр сыға. Бик күп грамоталар һәм кубоктар пионерҙар ойошмаһының эше тураһында асыҡ һөйләй. Әсәйебеҙҙең үҙен дә, эшен дә юғары баһаланылар. 1972 йылда сит илгә барыу өсөн путевка бирәләр, Венгрия, Югославия илдәрендә булып ҡайта. Шул уҡ йылда В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһының Үҙәк Комитеты тарафынан Почет грамотаһы менән бүләкләнә. 1973 йылда “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһенә, 1982 йылда ВЛКСМ Үҙәк комитетының Почет грамотаһына лайыҡ була. Бөтә Союз пионер ойошмаһының “Орленок” пионер лагерында үткән вожатыйҙар слетында ҡатнаша. 1987 йылда уға өлкән пионервожатый-методист исеме, 1989 йылда халыҡ иҫәбен яҡшы алып барғаны өсөн маҡтау ҡағыҙы бирелә. 1990 йылда Башҡортостан ВЛКСМ-ының өлкә комитеты Почет грамотаһы менән бүләкләнә. 1996 йылда “Мәғариф алдынғыһы”, 2001 йылда “Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелә. Шулай уҡ бик күп район һәм мәктәп почет грамоталарына эйә. Был наградалар әсәйебеҙҙең үҙ эшен яратып башҡарғаны өсөн тапшырылды. Ни өсөн тигәндә, ул балаларҙы яратты һәм уларҙа пионер эшенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята белде. Һәр эштең үҙ зауығы бар, тиҙәр халыҡта. Мәктәп тормошоноң һиҙелмәй үткән көндәлек эштәре менән 36 йыл ғүмерен ошо эшкә бағышлай ул. Әсәйебеҙ үҙ эшен яратып башҡара, балаларҙың саф тауыштары, пионер борғоһо һәм барабан моңо уның күңелендә мәңге һаҡланып ҡала. Вожатый һөнәрен һайлауы, балаларҙы яратыуы әсәйебеҙгә ғаилә мәшәҡәттәре, тормош ауырлыҡтары алдында баш эйергә юл ҡуймай. Ә беҙ, уның балалары, пионер-ҙары, һәр саҡ уны иң яҡын кеше итеп тоябыҙ һәм әхлаҡи тәрбиә биреүҙә оло ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Ауылдың, мәктәптең йәмәғәт эшмәкәрлеге уртаһында йөрөргә тура килә. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы һәм рәйесе була. Концерттарҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Әсәйебеҙҙең буш ваҡыты булманы тип әйтерлек. Сабыр холоҡло әсәйебеҙ атайыбыҙ Кәрәмәт Хөрмәт улы Хамматов менән, тормош ауырлыҡтарына ҡарамай, беҙҙе, өс ҡыҙҙы, тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Юғары белем биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Бәлки, эшен яратып башҡарғаны өсөн беҙ барыбыҙ ҙа уҡытыусы һөнәрен һайлағанбыҙҙыр. Хәҙерге ваҡытта икәүебеҙ Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһында эшләп йөрөй, ә өсөнсөбөҙ Өфөлә бала ҡарау буйынса ялда, ике малай тәрбиәләй. Өсөбөҙ ҙә матур тормош ҡороп, балалар үҫтереп, әсәйебеҙҙе ҡыуандырып йәшәйбеҙ. Ул өс ейәнсәр, ике ейән һөйөү шатлығын кисерә. Беҙ әсәйебеҙгә ҡоростай таҙалыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр һәм артабан да шулай ғаилә усағын һүндермәй, атайыбыҙ менән күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, татыу йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Ғүмер үренә менгән һайын йәшәүгә көс, бәхеттәр арта ғына барһын. Беҙгә таяныс булып оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Тыуған йортҡа юлдар өҙөлмәһен,Өмөттәрҙе хоҙай өҙмәһен.Ҡараңғыға ҡайтып кереү ауыр,Тыуған йорттоң уты һүнмәһен.Һәр ҡайһыбыҙ һинең өсөн ғәзиз,Һәр ҡайһыбыҙ һиңә һыйына,Әсәй, тыуған йортҡа оло терәк булыпТорһаң ине ғүмер буйына!Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Айгөл, Алһыу, Гөлдәр.