Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
24 Ғинуар 2017, 02:00

Һөнәре менән бәхетле

Коллегабыҙ, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Риза ҡыҙы Сафина беренсе ғинуарҙа 65 йәшлек юбилейын билдәләне.

Коллегабыҙ, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Риза ҡыҙы Сафина беренсе ғинуарҙа 65 йәшлек юбилейын билдәләне.
Гөлсәсәк Риза ҡыҙы Бөрө педагогия институтын тамамлаған, Мөслим һигеҙ һәм Әләгәҙ урта мәктәптәрендә эшләгән, 1982 йылдан район көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу мәктәбен етәкләй, шунан КПСС-тың Мәсетле районы пропагандалау бүлеге инструкторы итеп тәғәйенләнә. Ләкин педагогикаға һөйөү көслөрәк булып сыға, шуға күрә 1987 йылда Гөлсәсәк Риза ҡыҙы Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбенә килә. Иң тәжрибәле педагогтар-ҙың береһе иҫәбендә лицейҙа хәҙер инде ул 30 йыл эшләй.
Балалар, үҙҙәренә ҡарата йылы мөнәсәбәт тойоп, Гөлсәсәк Риза ҡыҙын ярата һәм ихтирам итә. Уҡытыусы өсөн кластағы һәр бала мөһим. Миҫал өсөн, әлеге уҡыу йылында район ғилми-ғәмәли конференцияһына Гөлсәсәк Риза ҡыҙы кластағы барыһын да йәлеп итте: һәр кем бер нисә генә булһа ла һүҙ әйтергә тейеш ине, был балалар-ҙың үҙҙәрен кәрәкле итеп тойоу-ҙары өсөн мөһим.
Гөлсәсәк Риза ҡыҙы коллегалары араһында ла абруй менән файҙалана. Уның профессиональ ғына түгел, ә шәхси сифаттары ла ихтирамға лайыҡ: был уҡытыусы өсөн үҙдисциплина, бөхтәлек мөһим – уҡыусыларында ла ошо уҡ сифаттарҙы тәрбиәләй.
Гөлсәсәк Риза ҡыҙының төрлө кимәлдәге грамоталары бихисап, ул – Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы номинацияһында еңеүсе. Беҙгә әлеге быуатта совет осоро ҡиммәттәрен нығытырға тырышҡан, шул уҡ ваҡытта заман менән бергә атлаған (миҫал өсөн, уның дәрестәре мәғлүмәт-коммуникация технологияларынан башҡа үтмәй) педагог менән бергә эшләү ҡыҙыҡлы.
Гөлсәсәк Риза ҡыҙы күркәм ғаилә ҡорған. Коллегабыҙ балаларына әҙәби геройҙарҙың исемдәрен ҡушҡан – Руслан һәм Людмила. Улар күптән инде үҙ аллы донъя көтә, өләсәйҙе ҡыуандырып, алты ейән үҫеп килә.
1-се лицей
уҡытыусылары.