Юбилейҙар
23 Июня , 06:35

Фән һәм асыштар донъяһына әйҙәүсе

19 июнь – Динар Хәйруллинды хөрмәт иткән педагогтар коллективы, уҡыусылары һәм таныштары өсөн әһәмиәтле көн. Нәҡ 19 июндә һәләтле физика уҡытыусыһына 60 йәш тула! Был ябай һан ғына түгел, ә фәнгә, балаларға һәм тыуған төйәгенә тоғро хеҙмәт итеүгә бағышланған тотош дәүер.

Фән һәм асыштар донъяһына әйҙәүсеФән һәм асыштар донъяһына әйҙәүсе
Фән һәм асыштар донъяһына әйҙәүсе

Динар Нәбиулла улының исеме Оло Ыҡтамаҡ лицейы менән тығыҙ бәйле. Был уҡыу йортонда ул оҙаҡ йылдар уҡыусыларға физика һәм астрономия буйынса белем бирә, теүәл фәндәргә ҡыҙыҡһыныу уята. Мөғәллимлек эшенә уның юлы үҙенсәлекле.
Буласаҡ остаз Ҡариҙел районының Абдулла ауылында тыуып үҫкән. Бала сағы тәбиғәт ҡосағында хеҙмәт татып үтә. Атаһы Нәбиулла Хәйрулла улы урман сәнәғәтендә эшләй, ә әсәһе Сәғиҙә Ғарифулла ҡыҙы – гидрометеорология станцияһы белгесе. Динар Нәбиулла улына ата-әсәһенең иң яҡшы сифаттары күсә – ул яуаплы, егәрле һәм деталдәргә иғтибарлы. Мәктәпкә төшкәнсе үк әсәһенең эшенә барып йөрөй, һуңғараҡ отчеттар яҙырға, яуым-төшөм графигын күҙәтергә ярҙам итә. Ошо ғилми күҙәтеүҙәргә ҡыҙыҡһыныу уның артабанғы юлын билдәләгәндер ҙә, бәлки.
Динар Хәйруллин мәктәп йылдарында яҡшы билдәләргә өлгәшә. Айырыуса уға логик фекерләүҙе һәм үҙ-ара бәйләнеште күрә белеүҙе талап иткән физика һәм математика еңел бирелә. Шуға күрә мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инергә ҡарар итеүенә һис тә ғәжәпләнерлек түгел.
1990 йылда диплом алғас, Динар Нәбиулла улы йүнәлтмә буйынса Иглин районының Таутөмән урта дөйөм белем биреү мәктәбенә юллана. Унда дүрт йыл физика, математика һәм астрономия фәндәренән уҡыта, шулай уҡ мәктәп директоры вазифаһын башҡара. Был тәжрибә уны сыныҡтыра, яуаплы ҡарарҙар ҡабул итергә һәм етәкселек эшенә өйрәтә.
Бер аҙҙан Динар Нәбиулла улы тыуған яғына яҡыныраҡ күсеп килә. 1994 йылдан Оло Ыҡтамаҡ лицейында уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген дауам итә һәм әле лә унда уңышлы эшләп йөрөй. Тәжрибәле педагогтың физика һәм астрономия дәрестәре – тәбиғәт ҡанундары донъяһына мауыҡтырғыс сәйәхәт. Бында һәр күренеш фәнни күҙлектән аңлатыла.
2002–2010 йылдарҙа Динар Нәбиулла улы район мәғариф бүлегендә баш белгес вазифаһын биләп, мәғариф үҫешенә тос өлөш индерҙе. 2010 йылдан ул физика уҡытыусыларының район методик берекмәһен уңышлы етәкләне һәм шуның менән уҡытыу сифатын яҡшыртыуға, алдынғы тәжрибәләр менән уртаҡлашыуға булышлыҡ итте. 2024–2026 йылдарҙа лицейҙың профсоюз комитетын етәкләй, уның тырышлығы менән бик күп башланғыстар тормошҡа ашырыла. МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса эште әүҙемләштереүгә айырыуса иғтибар бүлә.
Динар Нәбиулла улының уҡыусылары тотороҡло рәүештә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә, район һәм республика олимпиадаларында, шулай уҡ Рәсәй конкурстарында призлы урындар яулай. Район исеменән лайыҡлы сығыш яһаған уҡыусылары Эрика Камалова, Илнур Шакиров, Ғәлиәскәр Ғибәҙуллин, Егор Русинов, Максим Кирилов, Эльмира Сәлимова, Луара Ғибәҙуллина, Зарина Хәйруллина, Адэлия Ҡәләмованы билдәләргә мөмкин.
2022 йылдан алып тәрбиәләнеүселәре Алексей Лаптев, Адис Талипов, Тимур Зиннәтуллин, Сергей Ғиниәтуллин, Динара Хәйруллина, Данил Дәүләтшин, Артур Хужин һәм Алексей Скрябин “Физика буйынса кубок” республика турнирында даими призлы урындар яулай. Уҡыусыларҙың физика буйынса берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарындағы юғары күрһәткестәре уның һөнәри оҫталығын һәм методик эшенең һөҙөмтәлелеген дәлилләй.
Уңышлы эшләү дәүерендә Динар Хәйруллин үҙен юғары квалификациялы педагог булараҡ күрһәтә. Уның хеҙмәте район хакимиәтенең, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының һәм Рәсәй Федерацияһының бик күп грамоталары менән билдәләнгән. Уға “Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре” һәм “Хеҙмәт ветераны” исемдәре бирелгән. Күп уҡыусылары абруйлы уҡыу йорттарында белем ала.
Динар Нәбиулла улы – хәстәрлекле ир һәм атай. Ҡатыны Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы менән бергә Марат, Зарина һәм Динараны тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ул ғаилә өсөн ваҡыт таба, балалары өсөн тәрән аҡыл, изгелек һәм эшһөйәрлек өлгөһө булып тора.
* * *
Хөрмәтле коллегабыҙ ДИНАР НӘБИУЛЛА улы ХӘЙРУЛЛИНды 60 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ дәрт, яңы һөнәри уңыштар һәм бәхет теләйбеҙ. Тормошоғоҙ шатлыҡ, яҡындарығыҙ йылыһы һәм уҡыусыларығыҙҙың рәхмәт һүҙҙәре менән тулы булһын! Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм эшкә тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт Һеҙгә!

Оло Ыҡтамаҡ лицейы коллективы, профсоюз комитеты, физика, математика һәм информатика уҡытыусылары кафедраһы.

Автор: