Мәсетле тормошо
+15 °С
Облачно
Юбилейҙар
11 Июня , 07:05

Беҙ Һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ!

Уҡытыусы һөнәре элек-электән иң абруйлы һәм хөрмәтлеләрҙән һанала. Улар беҙгә белем биреп кенә ҡалмай, ә ысын кеше, шәхес итеп тәрбиәләй.

Беҙ Һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ!Беҙ Һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ!
Беҙ Һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ!

Яңы Мөслим мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Розалия Ҡазыева – саф күңелле, ихлас остаз. Беҙҙең тәүге уҡытыусыбыҙ бөтә уҡыусыларын бер тигеҙ яҡын күрҙе, һәр беребеҙҙең характерын белә ине, һәр ҡайһыбыҙ менән эшләү алымдарын тапты. Уның менән үткән бала саҡ йылдары ғәжәйеп матур һәм онотолмаҫ. Розалия Мәүлә ҡыҙы беҙгә үҙе белгән бөтә нәмәне өйрәтте, ҡайһы берҙә хатта үҙе тураһында ла онота ине. Дүрт йыл эсендә ул беҙҙең өсөн әсәй кеүек яҡын кешебеҙгә әйләнде: киләсәгебеҙ өсөн борсолдо, бәхетле һәм изге күңелле, ә иң мөһиме, белемле һәм намыҫлы кешеләр булып үҫеүебеҙҙе теләне. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, беренсе уҡытыусыбыҙ беҙҙең менән ғорурланһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ.
“Күпме йылдар үтһә лә, беҙ Һеҙҙе яҡын күрәбеҙ һәм намыҫлы, тыйнаҡ булғанығыҙ, тәрән аҡылығыҙ, күҙҙәрегеҙҙән бөркөлгән нур, киң күңелегеҙ, изге булғанығыҙ өсөн бик ныҡ яратабыҙ”, – ти уның хаҡында уҡыусылары. “Мин бөтә нәмәлә лә беренсе уҡытыусыма оҡшарға теләйем. Розалия Мәүлә ҡыҙы – оло ихтирамға лайыҡ бөйөк уҡытыусы һәм тәрбиәсе...»
Ошо көндәрҙә хөрмәтле Розалия Мәүлә ҡыҙы үҙенең матур юбилейын билдәләй. Һеҙгә бәхет, ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ. Беҙ Һеҙҙе бик ныҡ яратабыҙ!
Розалия Ҡазыева 1956 йылдың 15 июнендә Абдулла ауылында тыуған. 1971 йылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте, ә дүрт йылдан Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлай. Башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алғас, йүнәлтмә буйынса Тәтешле районына барып, педагогик эшмәкәрлеген башлай. 1977 йылдан 2013 йылға тиклем Яңы Мөслим мәктәбендә эшләй. 1989 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының “Башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы” факультетын ситтән тороп тамамлай.
Күп йыллыҡ һәм уңышлы хеҙмәте өсөн Розалия Мәүлә ҡыҙы “РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы” күкрәк билдәһе (1992), СССР (1990) һәм РСФСР (1987) Мәғариф министрлығының почет грамоталары менән бүләкләнә. 2001 йылда уға “Хеҙмәт ветераны” исеме бирелә, ә 2008 йылда “Мәғариф” милли өҫтөнлөклө проекты буйынса “Иң яҡшы уҡытыусы” конкурсында еңеүсе тип табыла. Күп һанлы грамоталар һәм дипломдар менән бүләкләнә.
Педагогик эшмәкәрлегенән тыш, Розалия Мәүлә ҡыҙы мәктәптең, ауылдың, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Яңы Мөслим ауыл Советының өс саҡырылыш депутаты итеп һайлана, урындағы “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы секретары була, татар мәктәптәрендәге башланғыс кластар уҡытыусыларының район методик берекмәһе менән етәкселек итә.
Һәр уҡытыусы өсөн төп ҡаҙаныш – тәрбиәләнеүселәренең уңыштары. Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә уҡытыусыбыҙ йөҙәрләгән уҡыусыға белем бирҙе. Күптәребеҙ юғары белем алды һәм бөгөн ил мәнфәғәтендә лайыҡлы эшләйбеҙ.
Хөрмәтле Розалия Мәүлә ҡыҙы! Уҡыусыларығыҙ Һеҙҙе 70 йәшлек юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлай! Һеҙ беҙгә белем биреп кенә ҡалманығыҙ, ә дуҫ, намыҫлы һәм яуаплы булырға өйрәттегеҙ. Беҙ Һеҙҙән үрнәк алабыҙ. Һеҙҙең биргән һабаҡтарығыҙ ғүмер буйы беҙҙең менән, улар беҙгә һөнәрҙә һәм ғаилә тормошонда ярҙам итә.
Ошо юбилей көнөндә Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ энергия, шатлыҡ, ғаилә именлеге һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр көн тик күңелле мәлдәр генә бүләк итһен. Алдығыҙҙа хөрмәт менән баш эйәбеҙ!
Яңы Мөслим мәктәбен 1996 йылда тамамлаусылар.

Автор: