Юбилейҙар
16 Апреля , 05:05

Уникаль һәм абруйлы һөнәр эйәһе

“Һин иҫләйһеңме, тирә-яҡта сәскәләр диңгеҙе һәм күңелле тауыштар. Әсәйҙең йылы ҡулдарынан алып һинең ҡулыңды уҡытыусы тотто...” Ҡулдан ғына тотоп ҡалмай, ә үҙенең изге йөрәгенә һыйындыра. Дүрт йыл буйына ул уны тормош һуҡмағынан алып бара, хәстәрлек күрһәтә, фән һәм мәҙәниәт нигеҙҙәрен өйрәтә, илдең буласаҡ гражданын тәрбиәләй...

Уникаль һәм абруйлы һөнәр эйәһеУникаль һәм абруйлы һөнәр эйәһе
Уникаль һәм абруйлы һөнәр эйәһе

Башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Айһылыу Ғабдрахманова бөтә ғүмерен ошо һөнәргә бағышланы. Бала саҡтан ул уҡытыусы һөнәрен һайлай һәм бына инде 35 йыл үҙ миссияһын бик яҡшы башҡара.
Мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләү – ғәжәп, уникаль һәм абруйлы һөнәр. Башланғыс кластар уҡытыусыһы барыһын да белә! Ул ижади кеше, ысын тылсым эйәһе. Айһылыу Әхтәмйән ҡыҙы ла шундай сифатҡа эйә.
Баланы уҡырға, яҙырға, коллективта эшләргә өйрәтеү, әхлаҡи башланғыс һалыу, был еңел булмаған донъяла матурлыҡты һәм изгелекте күрергә өйрәтеү – беренсе уҡытыусы көн һайын ижад иткән тылсым ошонда ята.
Айһылыу Әхтәмйән ҡыҙы Әбдрәхим ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң Мәсәғүт педагогия училищеһына, ә һуңынан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инә.
– Уҡытыусылар иҫ киткес, үҙ эшенә тоғро, педагогика виртуоздары ине. Тап шул саҡта, шундай сағыу миҫалдарға ҡарап, уҡытыусы булыу еңел түгеллеген аңланым, сөнки уйламай әйтелгән һүҙ баланың күңелен һындыра ала, – ти Айһылыу Әхтәмйән ҡыҙы.
Эшләгән йылдарында ул бай тәжрибә туплай. Уның белеме, аҡылы һәм йөрәге аша тиҫтәләгән малайҙар һәм ҡыҙҙар үтә. Күптәр өсөн ул уҡытыусы ғына түгел, ә икенсе әсәй ҙә була. Талапсан, әммә шул уҡ ваҡытта һиҙгер һәм алсаҡ күңелле Айһылыу Әхтәмйән ҡыҙы һәр уҡыусының йөрәгенә асҡыс таба белә.
Уның бөтә дәрестәрен дә асыҡ дәрес тип иҫәпләргә мөмкин, сөнки улар юғары профессиональ кимәлдә үтә. Уның өсөн иң мөһиме – балалар алған белемдәренән шатлыҡ алһын, мәктәпте тамамлағас, тормошта үҙ урынын асыҡ аңлаһын өсөн уларҙың күңеленә һалынған иң яҡшы сифаттарҙы асыҡлау.
– Үҙеңде балаларға бағышлау, аңлау, улар менән аралашыуҙа шатлыҡ табыу, һәр береһе – ҡабатланмаҫ шәхес булыуына ышаныу – бына, минеңсә, ысын уҡытыусының төп эшмәкәрлеге. Уҡытыусы бөтә балаларҙың да һәләтле һәм уңышлы булыуына ышанырға тейеш, тип уйлайым. Шул саҡта ғына ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшергә мөмкин, – тип уртаҡлаша ул.
Айһылыу Ғабдрахманова – юғары категориялы белгес, ысын профессионал, һөнәренә тоғро, үҙ эшенә ихлас бирелгән уҡытыусы. Уның методик тупланмаһы дәрестәрҙең ҡыҙыҡлы эшләнмәләре, кластан тыш саралар, тикшеренеү проекттары һәм төрлө презентациялар менән тулы.
– Дәрестә баланы донъяны белергә ылыҡтырырға, уның алдына ҡуйылған проблеманы хәл итеү менән ҡыҙыҡһындырырға, үҙ-үҙенә ышаныс, көс һәм ижад итергә теләк тыуҙырырға тырышам. Һәр бала үҙенсәлекле, шуға күрә үҙ үҙен тормошҡа ашырырға мөмкинлек биреү, ваҡытында иғтибар итеү һәм хуплау, уңыштарын билдәләү бик мөһим, – тип һөйләй Айһылыу Әхтәмйән ҡыҙы.
Уҡытыусы уҡыусыларының экология, тыуған яҡты өйрәнеү, спорт өлкәһендә һәләттәрен үҫтереүгә, улар-ҙың ижади һәләттәрен асыҡлауға айырыуса иғтибар бүлә. Уның күп кенә уҡыусылары муниципаль һәм республика конкурстарында еңеүсе һәм призер булып тора.
Уҡытыусының класс етәксеһе булараҡ эшенең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып берҙәм балалар коллективын булдырыу. Айһылыу Әхтәмйән ҡыҙы уҡыусыларында кесе Ватанына ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Ә ата-әсәләр менән килешеп эшләү патриотизм, әхлаҡи, гражданлыҡ тәрбиәһе биреү мөмкинлеген бирә.
Ул матур күңел сифаттары – балаларға һәм үҙ һөнәренә һөйөү, намыҫлылыҡ, принципиаллек, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булыуы менән айырылып тора. Үҙенең уңыштарында ул берҙәм коллективтың ҙур өлөшөн күрә.
Коллегалары уның тураһында: “Һәләтле уҡытыусы, үҙ эшенең ысын профессионалы, ышаныслы дуҫ һәм иптәш”, – тип әйтәләр. Ә ошо йылдар эсендә уҡытып сығарған уҡыусылары һаман да беренсе уҡытыусыһына һөйөү, һоҡланыу һәм тәрән ихтирам менән ҡарай һәм уға рәхмәт һүҙҙәре әйтә.

* * *

Хөрмәтле АЙҺЫЛЫУ ӘХТӘМЙӘН ҡыҙы ҒАБДРАХМАНОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һеҙҙең тормошоғоҙ күркәмерәк һәм бәхетлерәк була барһын. Һәр башланғысығыҙҙа уңыштар ғына юлдаш булһын, ә иң ҡәҙерле һәм яҡын кешеләрегеҙ янығыҙҙа булып ҡыуандырһын. Һеҙгә сабырлыҡ, илһам һәм көс теләйбеҙ, һәр көн эшегеҙҙән шатлыҡ, йәм табып йәшәгеҙ. Уҡыусыларығыҙҙың – рәхмәтен, коллегаларығыҙҙың хөрмәтен һәм ярҙамын тойоп, ә тормошта йылы осрашыуҙар кисереп, яҡшы яңылыҡ ишетеп йәшәгеҙ. Һеҙгә яҡшы кәйеф, һөйөү, ныҡлы һаулыҡ, һәр эштә һәм башланғыстарҙа уңыштар теләйбеҙ!
Ҡотлау менән Башҡорт гимназияһы коллективы.

Автор: