

Гөлфиә Юнысованың “Ауылдаштарыма” шиғыры менән башлайһы килә әйтәһе һүҙҙәрҙе. Сөнки бөгөнгө мәҡәлә геройы – художество етәксеһе, ауыл биләмәһе башлығы, әсәй, шағирә – Флүрә Кәлимуллинаның бөтә ғүмер юлы, эше һәр ваҡыт кешеләр, ауылдаштар, райондаштар менән аралашып үтә.
1973 йылда Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен тамамлаған йәш ҡыҙҙы бейеүгә, театрға булған һөйөүе Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт училищеһына илтә. Хыялын тормошҡа ашырып, дипломлы белгес булып, район мәҙәниәт йортонда методист булып хеҙмәт юлын башлай.
Ҡотош ауылы егетенә кейәүгә сығып, ғаилә ҡорғас, тыуған ауылы Ләмәҙтамаҡ мәҙәниәт йортонда шул уҡ яратҡан һөнәре буйынса художество етәксеһе эшен башҡара. Байрамдарға концерттар, агитбригада менән сығыштар, театрҙа ҡатнашыу – көндәр төнгә, аҙналар айҙарға әүерелеп, ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә “йөҙөп” йөрөп эшләй.
1990 йылдан Флүрә Мәғәсүм ҡыҙы Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. Йәнә лә халыҡ араһында эшләү, етмәһә бик яуаплы эш йөкмәтелә. Шул уҡ ваҡытта һайлау комиссияһында оҙаҡ йылдар председатель эшен алып бара, ә 1994 – 2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп филология факультетында юғары белем ала. Һиҙелмәйенсә ваҡыт та үтә – ошо өлкәлә 11 йыл эшләй.
“Ғүмерлеккә һеҙгә тоташҡан шул
Йәшәү юлым, хаҡ яҙмыштарым.
Һеҙ булғанға ғорур, бәхетлемен,
Рәхмәт һеҙгә, ауылдаштарым!” – тип шиғри юлдар менән белдерә сикһеҙ рәхмәтен Флүрә Мәғәсүм ҡыҙы ауылдаштарына. Тап улар һәр ваҡыт иғтирам менән ҡарап, ярҙам ҡулы һуҙалар. Шуғалыр ҙа, ниндәй яуаплы булыуына ҡарамаҫтан, үҙенә йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп үтәй.
– Ниндәй вазифала булһам да, бөтә эштәремде яратып башҡарҙым. Шулай тура килде: Ләмәҙҙән Ҡотошҡа йөрөп уҡыным, Ҡотоштан Ләмәҙгә йөрөп эшләнем, – ти ул йылмайып.
Артабан үҙенең яратҡан, мөҡҡибән булып башҡарған эше – клуб директоры вазифаһына кире ҡайта. Йәнә лә ваҡыт төрлө ауылдарҙа, райондарҙа концерттар, агитбригада сығыштары менән үтә. Әлбиттә, яратҡан театрын алып бара, бейеүенән дә айырылмай.
Тырыш хеҙмәте һөҙөмтә лә бирә: 2015 йылда Ләмәҙтамаҡ мәҙәниәт йортоноң “Хыял” театры “Халыҡ” исемен яулай, 2024 йылда ул театр ижадын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм Бөтә донъя театр көнөн байрам итеү уңайынан Башҡортостан Республикаһы Халыҡ ижады үҙәгенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Бик күп һанлы грамоталар, рәхмәт хаттары уның намыҫлы хеҙмәтен баһалай.
Ижадҡа ғашиҡ ҡатын мәҙәниәт тулҡынында “йөҙөп”, 62 йәшенә еткәнсе эшләй. Шиғырҙар ҙа яҙа, уларҙы район гәзите биттәрендә баҫтыра. Шул уҡ ваҡытта өс бала әсәһе: ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Балалары егәрле булып үҫә. Хәҙер инде улар үҙ аллы тормош көтә. Бәхетле өләсәй булып, һаман да шул бейеүгә, театрға булған һөйөүен ташламай, ғүмер юлын дауам итә.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә, 18 апрелдә, ең һыҙғанып эшләгән ҡатын үҙенең 70 йәшлек юбилейын – матур һәм лайыҡлы йәшен ҡаршылай.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.