Юбилейҙар
14 Апреля , 11:50

Аҡыл һәм хөрмәт – Әшрәфйән Хәбибуллинға 95 йәш

Үҙенең 95 йәшлек юбилейын яҙмышын ил һәм тыуған ер тарихы менән тығыҙ бәйләгән кеше, тыл хеҙмәтсәне, хеҙмәт ветераны, РСФСР-ҙың атҡаҙанған социаль тәьминәт хеҙмәткәре Әшрәфйән Хәбибуллин билдәләй.

Аҡыл һәм хөрмәт – Әшрәфйән Хәбибуллинға 95 йәшАҡыл һәм хөрмәт – Әшрәфйән Хәбибуллинға 95 йәш
Аҡыл һәм хөрмәт – Әшрәфйән Хәбибуллинға 95 йәш

Уның тормош юлы – Ватанға тоғро хеҙмәт итеүҙең сағыу миҫалы. Ул Әләгәҙ ауылында тыуған. Үҫмер сағында уҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда Еңеү яулаусылар сафына баҫа. 13 йәшендә “Игенсе” колхозының тулы хоҡуҡлы ағзаһы була, унда 1953 йылдың сентябренә тиклем төрлө эштәрҙә эшләй, бер үк ваҡытта киске мәктәптә уҡый һәм Әләгәҙ ете йыллыҡ мәктәбенең 7 класын тамамлай. Тынғыһыҙ була, еңеүселәр быуынына хас булған рух көсө һәм фиҙаҡәрлек күрһәтеп, дөйөм эшкә ҙур өлөш индерә.
Колхозда эшләгән йылдарында ауыл советы депутаты һәм К. Маркс исемендәге колхоздың комсомол ойошмаһы сәркәтибе була.
Һуғыштан һуң уның бөтә хеҙмәт биографияһы кешеләргә арнала. Әшрәфйән Нурулла улының райондың социаль өлкәһен үҫтереүгә индергән өлөшө айырыуса ҙур.
28 йыл дауамында ул Мәсетле район Советы башҡарма комитетының социаль тәьминәт бүлеген етәкләй. Был тиҫтәләгән йылдар буйына уның ғүмере яҡташтарыбыҙ тураһында хәстәрлек күреү, мохтаждарға ярҙам итеү һәм һәр кешегә иғтибар итеү менән бәйле. Уның профессионализмы, яуап-лылығы һәм кешеләргә ҡарата һиҙгер мөнәсәбәте лайыҡлы ихтирам яулай.
Етәксе сифатында эшләгән осорҙа Мәсетле бүлеге республикала һәр ваҡыт тәүге 10 бүлек иҫәбендә булды, һәм ул төньяҡ-көнсығыш район социаль тәьминәт бүлектәренең терәге булып һаналды.
Бынан тыш, бик күп йәмәғәт эштәрен башҡарҙы: 1959 йылдан 1973 йылға тиклем дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитетын етәкләй, район Советы башҡарма комитеты ҡарамағындағы административ комиссияның даими ағзаһы, балиғ булмағандар эштәре буйынса, торлаҡ мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы, башҡарма комитет ҡарамағындағы халыҡ дружинаһы командиры, 1978 йылдан 1982 йылға тиклем медицина хеҙмәткәрҙәренең йәмәғәт советы рәйесе була.
Әшрәфйән Нурулла улының ҡаҙаныштары юғары дәүләт наградалары менән билдәләнгән. Улар араһында – “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында маҡтаулы хеҙмәте өсөн” миҙалы, “РСФСР-ҙың атҡаҙанған социаль тәьминәт хеҙмәткәре” маҡтаулы исеме, “Социаль тәьминәт отличнигы” билдәһе, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы һәм Еңеү хөрмәтенә юбилей миҙалдары.
Ҡатыны менән йәш Әшрәфйән армиянан ҡайтҡас таныша. Ул ваҡытта йәштәр художестволы үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша. Йәш актерҙарҙы театр ҡауыштыра. Әшрәфйән Нурулла улы һәм Венера Фәйзулла ҡыҙы ғаилә ҡороп, 66 йыл мөхәббәт һәм татыу-лыҡта йәшәй.
Ирле-ҡатынлы өс ҡыҙ тәрбиәләне, уларҙың икәүһе – педагог, өсөнсөһө – инженер-иҡтисадсы. Хәҙер олатай ейәндәре һәм бүләләре уңыштарына һөйөнөп тормош көтә.
Светлана СЕРГЕЕВА.

Автор: