

Гөлнара Ғабдулхаҡ ҡыҙының коллегалары: “Ул эшенә бөтә йөрәге менән тоғро, – тип әйтә бер тауыштан. – Әгәр беҙ уға теге йәиһә был дәресте нисек үткәреү һорауы менән мөрәжәғәт итһәк, ул һәр саҡ эшлекле кәңәштәрен бирә, ниндәй әҙәбиәтте ҡулланырға, ниндәй күргәҙмә материалдар кәрәклеген аңлата”.
“Миләш” балалар баҡсаһындағы атмосфера үҙенсәлекле. Балалар бында ҙур теләк менән килә, сөнки һәр дәрес алдағыһына оҡшамаған. Педагогтар аҡыллы остаз етәкселегендә даими рәүештә ниндәйҙер яңы һәм мауыҡтырғыс күнекмәләр, уйындар уйлап таба. Гөлнара Ғабдулхаҡ ҡыҙы әйтеүенсә, ул тәрбиәләнеүселәр һәм уларҙың уңыштары хаҡында сәғәттәр буйына һөйләй ала. Ә бына үҙе тураһында һөйләргә яратмай, кеше тураһында эшенә ҡарап фекер йөрөтөргә тейештәр, тип иҫәпләй.
1986 йылда педагогия училищеһын тамамлап, Өфө районының “Шыршыҡай” балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып килә. Бер йылдан шул уҡ баҡсаға мөдир итеп тәғәйенләнә. Һуңынан тыуған Мәсетле районына күсеп ҡайта. “Ромашка” балалар баҡсаһында тәрбиәсе, мәғариф бүлегендә методист булып эшләй, 2005 йылдан “Миләш” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын етәкләй. Гөлнара Ғабдулхаҡ ҡыҙы һәр үҙенсәлекле баланың ихтыяжын аңлау өсөн дефектология буйынса юғары белем ала.
Был һоҡланғыс кешенең хеҙмәте иң юғары кимәлдә билдәләнгән: ул – Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы һәм Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Биш йылдан ашыу Башҡортостандың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы эксперты, Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһынан Үҙәк һайлау комиссияһы күҙәтеүсеһе булды.
Әммә һуңғы йылдарҙағы төп ҡаҙанышы – ул, әлбиттә, яңы балалар баҡсаһын туйлау. 2020 йылда “Миләш” балалар баҡсаһы “Демография” милли проекты буйынса төҙөлгән заманса бинаға күсте. Был үҙе үк – оло хеҙмәт: күҙәтеү органдары тикшереүен үтеү, туҡтауһыҙ килешеүҙәр төҙөү, ҡорамалдарҙы ҡабул итеү, йоҡоһоҙ аҙналар.
“Ул – бик ихлас етәксе, барыһына ла ярҙам итә, дәртләндерә, уның менән бик бәхетлебеҙ”, – тиҙәр коллегалары. Гөлнара Ғабдулхаҡ ҡыҙының эш һөҙөмтәһенә ҡарап, был һүҙҙәргә ышанаһың. Уның әле пландары байтаҡ. Тимәк, “Миләш” балалар баҡсаһының киләсәге ҙур һәм бәхетле.
Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәренең район методик берләшмәһе.
* * *
Хөрмәтле етәксебеҙ – Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Миләш” балалар баҡсаһы мөдире ГӨЛНАРА ҒАБДУЛХАҠ ҡыҙы ЯУБӘШИРОВАны ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Хөрмәтле Гөлнара Ғабдулхаҡ ҡыҙы, балалар баҡсаһын етәкләүҙәге күп йыллыҡ хеҙмәтегеҙ – учреждение ҡаҙанышы ғына түгел, ә һөнәрегеҙгә тоғролоҡ өлгөһө лә ул. Һеҙ – ябай етәксе генә түгел, ә ышаныс һәм ярҙам мөхитен булдыра белгән, яңы идеяларға дәртләндергән һәм ауыр минуттарҙа ихлас ярҙам иткән кеше.
Ошо матур ғүмер байрамы көнөндә беҙҙең ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, рух күтәренкелеге теләйбеҙ. Тормошоғоҙ шатлыҡ, һөйөү һәм уңыштар менән тулы булһын!
Ҡотлау менән “Миләш” балалар баҡсаһы коллективы.