Евгения Яковлевна 1936 йылда Иглин районының Балтика ҡасабаһында күп балалы хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуған, ата-әсәһе дәүләт учреждениеһында, “Көнсығыш” колхозы идаралығында эшләй.
Әммә Бөйөк Ватан һуғышы балалыҡ йылдарын ҡыҫҡарта. Һуғыш башланыуы тураһында халыҡ радионан ишетә. Ул ваҡытта балалар урамда уйнай, ә ата-әсәләр эштә була. Оҙаҡламай идара эргәһендә кешеләр йыйыла башлай һәм хәрби комиссариат ир-егеттәрҙе йыйыу тураһында иғлан итә. Ҡыҙҙың атаһы Пстыго Яковты фронтҡа алып китәләр. Ошо мәлдән алып ҡатмарлы осор башлана.
Балалар өлкәндәргә ярҙам итергә тырыша: һалдаттарға ойоҡ, бирсәткә, шарф бәйләй, хаттар яҙа, һүрәт төшөрә. Фронттан яҡындарынан хәбәр-ҙәрҙе түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Ашау яғы наҡыҫ була, әммә шәхси хужалыҡ һәм баҡса ҡотҡара. Һуғыш барышы тураһында гәзит һәм радио аша беләләр.
Ҡыҙ мәктәпкә һуғыш аҙағында бара. Яҡшы уҡый, әүҙем була, мәктәп тормошонда ҡатнаша, спорт түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Һуғыш тамамланғанын ишеткән ҡыҙ сикһеҙ бәхет кисерә.
1944 йылда атаһы һуғыш яланында һәләк була. Атаһының туғаны Алексей Самосюк ҡыҙҙы тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә ала һәм уны Өфөгә йәшәргә алып китә. Ҡалала Евгения Яковлевна туғыҙынсы класҡа тиклем уҡый, һуңынан ғаилә Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп килә, ҡыҙ унынсы класты шунда тамамлай. Ул ваҡытта тәрбиәгә алған туғаны Балаҡатай һәм Мәсетле райондарында КПСС-тың район комитеты секретары вазифаһын биләй һәм оҙаҡ йылдар шунда эшләй. Унынсы кластан һуң Евгения педагогия институтына инергә теләй, ләкин конкурстан үтмәй һәм мәктәптә физик культура уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.
Йәш уҡытыусы аралашыусан булыуы менән айырылып тора, барыһы менән дә еңел уртаҡ тел таба. Күп ваҡытын саңғы ярыштарына һәм еңел атлетикаға бүлә. Мәктәп йылдарында уҡ Өфөлә ул саңғы буйынса спорт-үҫмерҙәр разрядын ала. Бында, Оло Ыҡтамаҡта, уның һәләттәрен география уҡытыусыһы Елена Швецова үҫтерә: улар икәүләп ауыл тирәләй саңғы маршруты һала. Уға айырыуса башланғыс класс уҡыусылары менән шөғөлләнеү оҡшай. 1956 йылда Красноуфимск педагогия училищеһына уҡырға инә. Студент йылдарында ла ҡыҙ спорт менән шөғөлләнә, Горький ҡалаһында РСФСР педагогия училищелары араһында уҙған саңғы ярышында ҡатнаша. Уларҙың командаһы 64 команда араһында бишенсе урын ала.
Училищены тамамлағас, Евгения Паначева Свердловск өлкәһенең Невьянск ҡалаһында юллама буйынса ике йыл эшләй. Артабан Мәсетле районына ҡайта һәм Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып урынлаша. Унда 2011 йылға тиклем эшләй – пенсияға сыҡҡандан һуң тағы 20 йыл уҡыта. Шулай итеп, Евгения Яковлевнаның педагогик стажы – 55 йыл. Ошо йылдар эсендә ул 10 класс, 300-ҙән ашыу бала сығарған. Уның тәрбиәләнеүселәре Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә лә йәшәй һәм эшләй. Класҡа берҙән-бер маҡсат менән инеп, уҡыусыларында яуаплылыҡ, намыҫ һәм ғәҙеллек кеүек сифаттар тәрбиәләргә тырыша.
Уҡыусылары, ата-әсәләр һәм коллегалары уның хаҡында һәр ваҡыт йылы һүҙҙәр һәм ихтирам менән телгә ала. Евгения Яковлевна – асыҡ күңелле һәм позитив кеше, ауыр минутта ла ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Уның һүнмәҫ энергияһының сере ябай: үҙен һәр саҡ эшкә һәм балаларға бағышлай. Шулай уҡ спорт ғүмере буйына уның юлдашы булды: 90 йәшендә ул һаман да әүҙем.
Намыҫлы хеҙмәте һәм йәштәр менән әүҙем эшмәкәрлеге бихисап наградалар менән билдәләнгән. 1985 йылда Евгения Яковлевнаға “Өлкән уҡытыусы” исеме бирелә, ә 1990 йылда мәғариф системаһында уңышлы эшләгәне өсөн БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Бынан тыш, ул халыҡ мәғарифы бүлеге, район хакимиәте, БАССР Юғары Советы, БАССР Мәғариф министрлығы һәм комсомолдың үҙәк комитеты почет грамоталарына, шулай уҡ спорт ҡаҙаныштары өсөн грамоталарға, ГТО алтын билдәһенә, “Лицейҙы үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн” билдәһенә эйә, “Хеҙмәт ветераны” һәм “Спорт ветераны” исемдәренә лайыҡ. Барлыҡ наградаларын һанап үтеү мөмкин түгел – улар бихисап.
Евгения Яковлевна ғүмере буйына йәмәғәт бурыстарын оло яуаплылыҡ һәм ҙур теләк менән башҡара. Ул Оло Ыҡтамаҡ мәктәбенең профсоюз комитеты рәйесе һәм ағзаһы, Оло Ыҡтамаҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, “Белем” йәмғиәте рәйесе һәм район халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ағзаһы була, бер нисә тапҡыр ауыл советы депутаты итеп һайлана. 31 йылдан ашыу лицейҙың ветерандар советын етәкләй, шулай уҡ бер нисә тиҫтә йыл райондың ветерандар советы президиумы составында тора.
Бынан тыш, Наталья Елисеева менән бергә “Рябинушка” халыҡ ансамбленә нигеҙ һала һәм унда 35 йыл дауамында йырлай.
Евгения Яковлевна – атҡаҙанған уҡытыусы ғына түгел, шулай уҡ һоҡланғыс, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй. Ире Леонид Васильевич менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр, белем алырға ярҙам итәләр. Улар барыһы ла педагог һөнәрен һайлай, әсәһе юлын дауам итә. Ул Паначевтар-Гришиндар-Щипуновтар педагогтар династияһына (бөтәһе 11 уҡытыусы һәм тәрбиәсе) нигеҙ һала.
– Мин һөнәремде, балаларҙы яраттым. Ә янымда һәр ваҡыт ышаныслы хеҙмәттәштәрем һәм тормош иптәшем булды, – ти Евгения Яковлевна.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА