Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
31 Март , 16:00

Ҙур тәжрибәле уҡытыусы

28 мартта Оло Ыҡтамаҡ лицейының инглиз теле уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы Ольга Александровна Ваһапова 80 йәшлек юбилейын билдәләне.

Ҙур тәжрибәле уҡытыусы
Ҙур тәжрибәле уҡытыусы

Ольга Александровна 1946 йылдың 28 мартында Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. Әсәһе Ефимия Ильинична Фуфаева йорт хужалығын алып бара һәм балалар тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Атаһы Александр Васильевич Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, фронттан инвалид булып ҡайта. 1943–1953 йылдарҙа Мәсетле район Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләй, ә 1953–1961 йылдарҙа Оло Ыҡтамаҡ ГЭС-ы директоры була.
Ольга Александровна – булмышы менән уҡытыусы. Мәктәп йылдарында уҡ ул ошо һөнәрҙе һайлай һәм маҡсатына ирешә. Уҡыу осоронда тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ул саңғы буйынса разрядлы спортсы, активист, комсомол.
БДУ ҡарамағындағы инглиз теле уҡытыусыларын әҙерләү буйынса курстар һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтының роман-герман телдәре факультетын тамамлап, Ольга Александровна туған мәктәбенә ҡайта. Хыялы тормошҡа аша – уның ғүмер юлы ҡыҙыҡлы дәрестәр, кластан тыш саралар, балаларҙы өйрәтеү эшенә бағышлана.
Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Зөһрә Зыяфетдин ҡыҙы Михайлова үҙенең остазына бик рәхмәтле: “Ошо матур ваҡиға уңайынан үҙемдең уҡытыусым һәм инглиз теленән остазым Ольга Александровнаға рәхмәтемде белдерәм. Сит телде яратырға ярҙам иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт Һеҙгә. Ә уға һөйөү бер ваҡыт, “Мәскәү яңылыҡтары” гәзитен алып килеп, КПСС-тың 27-се съезы материалдарын инглиз телендә өйрәнә башлағандан һуң барлыҡҡа килде. Шул мәлдән алып инглиз теле менән “сирләнем”. Был съездың артабанғы яҙмышымды хәл итәсәген белмәй инем әле. Шуның өсөн Һеҙгә бик рәхмәтлемен, Ольга Александровна. Һеҙҙең тәжрибәгеҙ һәм аңлайышлы уҡытыу алымы минең белем алыуыма һәм ошо һөнәрҙе һайлауыма этәргес булды. Һеҙ беҙҙе дәрестәрегеҙҙә грамматика һәм лексиканан тыш, фекерләү, йәшәү, аңлау, иҫбатлау, үҙ фекереңде яҡлау оҫталығына ла өйрәттегеҙ”.
1999 йылғы сығарылыш уҡыусылары ла үҙ уҡытыусыһын тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала: “Был иҫ киткес кеше менән ғүмер юлында үҙенсәлекле осрашыу бүләк иткәне өсөн яҙмышыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ. Ольга Александровна үҙенең өлгөһөндә беҙҙе ҡылған эштәребеҙ өсөн яуап бирергә, лайыҡлы, үҙ аллы һәм ғәҙел кешеләр булырға өйрәтте. Беҙ тормошта өлгәшкән үрҙәрҙә уның хеҙмәтенең дә өлөшө бар”.
Ул Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә 1966 йылдан 2007 йылға тиклем эшләй. Ошо ваҡыт эсендә Ольга Александровнаның дуҫ-коллегалары күбәйҙе, улар менән әле лә хеҙмәттәшлек итә. Лицейҙың инглиз теле кафедраһы уҡытыусылары уның хаҡында бына нимә ти: “Ольга Александровна – теремек, ҡыҙыҡлы, үҙен камиллаштырырға ынтылған педагог, һәр ваҡыт ярҙамға килергә һәм файҙалы, мөһим кәңәштәрен бирергә әҙер шәп коллега. Хәҙер инде уның күп кенә уҡыусылары – мәктәптәрҙә инглиз теле уҡытыусылары. Хаҡлы ялға сыҡҡас та үҙе өҫтөндә эшләүен дауам итә. Уның Оло Ыҡтамаҡ лицейы һәм Түбәнге Бобин урта мәктәбе (2007–2018 йылдар) уҡыусылары бер нисә тапҡыр инглиз теле буйынса район конкурсында, олимпиадаһында еңеүсе һәм призер булды, инглиз теленән төп дәүләт имтиханы һәм берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырҙы, илебеҙҙең юғары уҡыу йорттарында роман-герман факультеттарын тамамлап, яратҡан уҡытыусыһының эшен дауам итте. Ул үҙенең хеҙмәттәштәре һәм тәрбиәләнеүселәре өсөн әле лә борсола һәм уңыштарына шатлана. Ольга Александровнаның һәр саҡ беҙҙең менән бергә булыуына сикһеҙ шатбыҙ!”.
Рух көсө, кешеләргә яҡтылыҡ бүләк итеү теләге уға ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Ольга Александровна үҙенең башҡарған эштәренең халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлтелеүен белә. Был һүҙҙәрҙе беҙ Һеҙгә бағышлайбыҙ, Ольга Александровна.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оптимизм, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ.

Ихтирам менән, Оло Ыҡтамаҡ лицейының инглиз теле уҡытыусылары кафедраһы.

Автор: