Иҙелман Хәйҙәр улы 1931 йылдың 19 мартында Айып ауылында тыуған. Ҙур ойоштороу һәләтенә эйә атаһы колхоз рәйесе булып эшләй, ә 1940 йылда Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бронь булыуына ҡарамаҫтан, атаһы үҙ теләге менән фронтҡа китә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Сталинград өсөн һуғышта һәләк була. Атаһының 1942 йылдың июненә яҙылған һуңғы хатында: “Әсәйеңдең ҡәҙерен бел. Һәр ваҡыт кешеләр өсөн кәрәкле булырға тырыш. Башҡаларҙың хеҙмәтен ихтирам ит”, – тигән васыяты була, һәм Иҙелман Хәйҙәр улы ғүмере буйына был васыятҡа тоғро ҡала.
Тол ҡалған әсәһенә малай төп ярҙамсы, терәк һәм ышаныс була. Уға һуғыш осорондағы һәм унан һуңғы йылдарҙағы бөтә ауырлыҡтарҙы татырға тура килә: әсәһе менән бергә ер эшкәртеүҙә, бесән әҙерләүҙә ҡатнаша, колхозда ауыр эштәр башҡара. “Әсәй-ҙәр һәм үҫмерҙәр өлөшөнә төшкән ауырлыҡтарҙы һөйләп кенә аңлатырлыҡ түгел”, – тип хәтерләй ветеран. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 1949 йылда ул Ләмәҙтамаҡ мәктәбен “бишле” билдәләре менән тамамлай. Ул йылдарҙа мәктәптәрҙә уҡытыусылар етмәй, шуға күрә тырыш һәм тапҡыр егетте яңыраҡ төҙөлгән Тайыш ете йыллыҡ мәктәбенә эшкә саҡыралар, унда ул физика һәм математиканан уҡыта башлай.
Белемгә һәм уҡытыусы һөнәренә ынтылыш тырыш егетте Мәсәғүт уҡытыусылар институтына алып килә. 1953 йылда дипломлы йәш белгесте ете йыллыҡ Әбдрәхим мәктәбенә директор вазифаһына йүнәлтәләр. Талантлы уҡытыусы һәм оҫта етәксе коллегаларының, уҡыусыларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең ихтирамын тиҙ яулай. Ул йылдарҙа мәктәп ысын мәғәнәһендә ауыл мәҙәни тормошо үҙәгенә әүерелә: бында кисәләр һәм интеллектуаль уйындар үткәрелә, уларҙа бөтә ауыл халҡы ҡатнаша. 1961 йылда Йоноста һигеҙ йыллыҡ мәктәп асылғас, Иҙелман Хәйҙәр улын директор итеп тәғәйенләйҙәр. Етәксе вазифаларҙа эшләп, Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә һәм белемен камиллаштыра. Уның ҡыйыулығы һәм егәрлелеге кафедра етәкселеген дә хайран итә: ситтән тороп уҡыусы студент беренселәрҙән булып дәүләт имтихан комиссияһы алдында диплом эше менән сығыш яһай.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та хеҙмәт ветераны ҡул ҡаушырып ултырмай, ул “Китап” нәшриәтенә математика дәреслектәрен башҡорт теленә тәржемә итеүҙә әүҙем ярҙамлаша.
Иҙелман Хәйҙәр улы 30 йылдан ашыу пропагандалаусы, лектор һәм агитатор булып эшләй. Ул ил тарихын тәрән белә, лекцияларын һәр саҡ ҡыҙыҡһынып тыңлайҙар. Һәләтле ойоштороусы, ғәҙел һәм талапсан етәксе, ул һәр саҡ яҡташтарының ышанысы менән файҙалана: ауылдаштары уны һигеҙ тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлай, шулай уҡ бер нисә йыл ауыл биләмәһе хакимиәте рәйесе булып эшләй.
Уҡытыусының 41 йыллыҡ хеҙмәте юғары дәүләт наградалары менән баһалана, улар араһында “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы” һәм “СССР-ҙың мәғариф отличнигы” билдәләре, “Намыҫлы хеҙмәт өсөн”, “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары, шулай уҡ “Хеҙмәт ветераны” исеме бар. Уның ҡаҙаныштары Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеү менән бәйле “Мәсетле районының 100 данлы шәхесе” проекты сиктәрендә диплом менән билдәләнде, ә биографияһы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған кешеләре” китабына инде.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән балаларға белем биргән Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы уның ғүмерлек тормош юлдашы һәм терәге була. Ҡазыевтар бәхетле оҙон ғүмер кисерәләр, дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн уҙаман Мәсетле районының мәғариф бүлегендә туған телдәр буйынса методист булып эшләгән ҡыҙы Венера Шафикова тәрбиәһендә йәшәй. Ветерандың һигеҙ ейән-ейәнсәре, алты бүлә-бүләсәре бар.