Флүзә Хәсән ҡыҙы 1990 йылдан алып Башҡорт гимназияһында эшләй. Хеҙмәт йылдарында үҙен намыҫлы, маҡсатҡа ынтылышлы уҡытыусы итеп күрһәтте. Ул үҙенең предметын, уҡытыу методикаһын юғары кимәлдә белеүе менән айырылып тора, уҡыусыларҙың предметҡа ҡыҙыҡһыныуын арттыра һәм яҡшы белем сифатына өлгәшә. Дәрестәрҙә уҡыусыларҙың коллектив, төркөм менән һәм индивидуаль эшен ҡуллана, шул уҡ ваҡытта модулле, интерактив, этаплап белем биреү технологияларын да индерә. Эшендә шулай уҡ ижади эштәр, төрлө кимәлдәге тестар һәм проект эшмәкәрлеге ҡуллана, был уҡыусыларҙың уҡыу процесына ҡыҙыҡһыныуын үҫтерергә һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирә. Уҡыусылар предмет буйынса һәр саҡ яҡшы белем сифатын күрһәтә. Улар математика буйынса мәктәп һәм район олимпиадаларында еңеү яулай, шулай уҡ “Йәштәр математика чемпионаты”, “Кенгуру”, “Авангард”, “Олимпус” кеүек Рәсәй конкурстарында ҡатнаша.
Флүзә Юнысованың уҡыусылары араһында мәктәпте алтын һәм көмөш миҙалға тамамлаусылар бар, бер нисә уҡыусыһы тормошон математика фәне менән бәйләгән.
Үҙенең педагогик эшмәкәрлегендә уҡыусыларҙың уҡыу һәм дәрестән тыш ижади эшмәкәрлеген оҫта берләштерә: математикаға бәйле викториналар, брейн-ринг, КВН-дарҙы урынлы ҡуллана.
Флүзә Хәсән ҡыҙы – ижади эшләүсе класс етәксеһе. Ул сығарған класс коллективтары дуҫ, тырыш булыуҙары, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуҙары, әүҙемлек, уҡыуға ҡарата яуаплы мөнәсәбәт, аңлы тәртип менән айырылып тора. Бөгөн Флүзә Хәсән ҡыҙы дәрестәр генә алып бара. Ул педагогик оҫталығын күтәреү өҫтөндә даими эшләй, йәш уҡытыусылар өсөн остаз булып тора. Мәктәп уҡытыусылары өсөн асыҡ дәрестәр үткәрә, райондың предмет секцияһы эшендә әүҙем ҡатнаша. Коллегаларының аттестация эштәрен тикшергәндә эксперт булараҡ сығыш яһай. 2006 йылда Флүзә Хәсән ҡыҙы “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектының иң яҡшы уҡытыусылары конкурсында һәм Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары конкурсында еңеүсе булды. Тәжрибәле остаз уҡыусылар, ата-әсәләр һәм коллегалары араһында ҙур абруй ҡаҙана.
Флүзә Хәсән ҡыҙы – үҙ эшенең оҫтаһы, заман талаптарына тап килгән педагог. Ул, һәр кемдең үҙенсәлегенән сығып, уҡыусыларының үҫеше хаҡында хәстәрлек күрә, уға асылырға, ышаныс уятырға, үҙенең ҡиммәтен аңларға ярҙам итергә тырыша.
Уның дәрестәре – йәш педагогтар өсөн өлгө, сөнки дәрестең темаларын, бурыстарын һәм маҡсаттарын дөрөҫ билдәләй, балаларҙың фекерҙәрен кәрәкле йүнәлешкә йүнәлтә, төрлө методик алымдарҙы, дәрестәр уҙғарыу формаларын ҡуллана белә.
Уҡытыусы һөнәрендә генә кеше үҙен уҡытыусы, остаз, дуҫ, ярҙамсы булараҡ төрлө яҡлап тормошҡа ашыра ала тигән фекерҙә Флүзә Хәсән ҡыҙы. Күп йыллыҡ педагогик хеҙмәте, уҡыусыларҙы берҙәм дәүләт имтихандарына яҡшы әҙерләгәне һәм уларҙың уҡыуҙағы уңыштары өсөн бик күп грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Ә 2023 йылдың 5 октябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Флүзә Хәсән ҡыҙына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән юғары исем бирҙе.
Флүзә Хәсән ҡыҙы – бик яҡшы хужабикә, һоҡланғыс ҡатын һәм хәстәрлекле әсә лә. Тормош иптәше менән бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Хужабикәнең ҡулынан бар эш килә: бәйләй, тегә, тәмле бәлештәр һәм күмәстәр бешерә, йәшелсәләрҙе оҫта тоҙлай, төрлө ҡайнатмалар әҙерләй. Баҡсаһында йәшелсә, емеш-еләк үҫә. Өйөндә лә, эшендә лә, баҡсаһында ла сәскәләре гөрләп үҫеп ултыра.
Аҡыллы, егәрле, ярҙамсыл, үҙ эшенең оҫтаһы булғаны өсөн яҡындары һәм коллегалары Флүзә Хәсән ҡыҙын хөрмәт итә.
Хөрмәтле һәм ҡәҙерле Флүзә Хәсән ҡыҙын ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Тағы ла күп йылдарға етерлек күңел күтәренкелеге, көс-дәрт, рух ныҡлығы, һаулыҡ теләйбеҙ. Балаларығыҙ һәм ейәндәрегеҙ иғтибары, хәстәрлеге менән Һеҙҙе һөйөндөрөп кенә торһон!
Башҡорт гимназияһы
коллективы.