Ҙур йәмәғәт эше алып барыуҙан тыш, ул Мәсетле районында тыуып үҫкән яҡташтарыбыҙҙың тормошо, хеҙмәттәре тураһында йыйылған материалдарын, хәтирәләрен редакцияға ихлас ебәрә һәм “Мәсетле тормошо” гәзите уҡыусыларын күренекле яҡташтарыбыҙ менән даими таныштырып бара. Был эшмәкәрлеге Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индергән кешеләрҙең исемдәрен мәңгеләштерергә ынтылыуы менән бәйле. Тамырҙары Мәсетле еренә илткән күп кенә лайыҡлы кешеләрҙең биографияһы уның тырышлығы менән йәмәғәтселек байлығына әүерелә, йәш быуын өсөн өлгө була.
Фәниә Ҡазихан ҡыҙы 1936 йылдың 20 ғинуарында Һөләймән ауылында тыуған. Бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килә. Һуғыш башланғас, атаһын хеҙмәт армияһына алалар, шул уҡ көндө ағайҙарының береһен Совет армияһы сафына саҡыралар, икенсеһе фабрика-завод эшенә өйрәтеү мәктәбенә ебәрелә. Ғаилә шунда уҡ ирҙәр ярҙамынан тороп ҡала. Әсәһенең ҡулында – биш бала.
Аслыҡ заманы башлана. Фәниә Ҡазихан ҡыҙы хәтерләүенсә, ул ас булыуҙан ике тапҡыр шешенә. “Яҙ етһә, еңелерәк булыр”, – тип йыуата әсәһе. Шулай була ла: тәүге йәшел үлән, ә йәйен урман емештәре ҡотҡарып алып ҡала. Ләкин аслыҡ күптәрҙең ғүмерҙәрен ҡыя. Бер ваҡыт ҡурҡыныс хәл була: еләк йыйып тороп ҡалған күрше ҡатынды бүреләр талай, ул йылдарҙа бүреләр күпләп үрсей.
Һуғыш халыҡты берләштерә. Кистәрен, бергә йыйылғанда, ҡатын-ҡыҙҙар әхлаҡ, ғаилә, намыҫ тураһында әңгәмә ҡора. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәшәү рәүеше, уларҙың тәртибе балалар өсөн өлгө булып тора. Ауылдың барлыҡ эштәре бергәләп башҡарыла, ҡайғы-шатлыҡтарҙы уртаҡлашып йәшәй халыҡ. Фәниә Әсәҙуллина яраланған ағаһын бөтә ауыл халҡының ҡаршы алғанын яҡшы хәтерләй. Туғанын арбала алып ҡайталар. Ауыл ҡатындары уны ҡаршы алырға бара, ә ҡайһылары һалдаттың әсәһенә өйҙә иҙән йыуырға, ашарға әҙерләргә ярҙам итә.
Бына ул көн етә – 1945 йылдың 9 майы. Ауыл буйлап һыбайлы Еңеү тураһында хәбәр итә, балаларға иһә байрам печеньеһы тараталар. Был печеньены ҡыҙ көн буйына һурып йөрөй, ул айырыуса тәмле булып тойола. Шул саҡта ҡыҙ ныҡлы ҡарар итә: мотлаҡ ун класс тамамларға, институтҡа инергә һәм тәүге эш хаҡына ошондай өс килограмм печенье алырға!
К. А. Тимирязев исемендәге педагогия институтының тарих факультетын тамамлап, диплом алып, йәш белгес Архангел районында эшләй башлай. Үҙенә бала саҡта биргән вәғәҙәһен үтәй: тәүге эш хаҡына өс килограмм печенье һатып алып, бер үҙе һыйлана. Фәниә Ҡазихан ҡыҙы, хәҙер уға ҡарай ҙа алмайым, тип йылмая.
Уның хеҙмәт эшмәкәрлеге мәғариф бүлегендә инспектор вазифаһынан башлана. Һуңыраҡ Архангел районының Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылында мәктәп директоры булып эшләй. Бер нисә тапҡыр комсомол, партия район комитеты ағзаһы, район Советы депутаты итеп һайлана. Етәксе вазифаларҙа ул педагогик коллективтарҙы нығытыу, уҡыу процесын камиллаштырыу өҫтөндә эшләй, бай булмаған ғаиләләрҙән һәләтле сығарылыш уҡыусыларына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә, уларға баш ҡаланың уҡыу йорттарына уҡырға инергә ярҙам итә, күптәре һуңынан республиканың билдәле шәхестәре булып китә.
1965 йылда тормош иптәше артынан Ҡырмыҫҡалы районына күсә һәм мәғариф бүлегендә эшләй башлай, тиҙҙән уның мөдире булып китә. Әүҙем етәксене КПСС райкомының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире итеп һайлайҙар. Ул шулай уҡ район Советы депутаты итеп һайлана.
1974 йылдан алып 18 йыл дауамында мәғариф, юғары уҡыу йорттары һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының өлкә комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләй. Архангел районында эшләгән йылдарҙа йәш етәксе мәктәп һәм мәктәпкәсә учреждениеларҙағы педагогик коллективтарҙың кадрҙар потенциалын нығытыу, уҡытыу-тәрбиә процесын яҡшыртыу менән шөғөлләнә. Был вазифала ул педагогтарҙың социаль хоҡуҡтарын әүҙем яҡлай, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн сит илдәргә командировкаларға сығып, республика исеменән сығыш яһай. Профсоюз өлкә комитетына килгән граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ваҡытында һәм педагог файҙаһына хәл итергә тырыша.
1986 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Фәниә Ҡазихан ҡыҙы 15 йылдан ашыу Башҡортостан Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы урта педагогия учреждениеларының ойоштороу-методика бүлегендә эшләй, педагогия училищелары (колледждары) коллективтары өсөн яуап бирә. Күпмелер ваҡыт ул үҙе лә педагогия училищеларының береһендә уҡыта.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та, Фәниә Ҡазихан ҡыҙы әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара. Ул профессиональ мөхиттә ҙур хөрмәт менән файҙалана һәм республиканың мәғариф ветерандары советын етәкләй. Уның етәкселегендә мәғариф ветерандарын йәштәрҙе илһөйәрлек рухында һәм әхлаҡи тәрбиәләүгә йәлеп итеү, йәш уҡытыусыларҙы шефлыҡҡа алыу, мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәре араһында ветерандар хәрәкәтен үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барыла.
Уның хеҙмәте юғары наградалар менән билдәләнгән. Халыҡ мәғарифы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Фәниә Әсәҙуллина “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән почетлы исемгә лайыҡ. Ул “СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы”, “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы” почет билдәләре, Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары, РФ Мәғариф һәм фән министрлығы, БР Мәғариф министрлығы почет грамоталары, “Профсоюз хәрәкәте үҫешенә өлөш индергән өсөн”, “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына”, “Һуғыш балалары” миҙалдары һәм башҡалар менән бүләкләнгән.
“Башҡортостан уҡытыусыһы”
журналынан.