Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
3 Февраль , 11:35

Хеҙмәткә һәм ғаиләгә арналған тормош

Ошо көндәрҙә, 2 февралдә, бөтә ғүмерен хеҙмәткә бағышлаған Фәғил Зариповҡа 90 йәш тула.

Хеҙмәткә һәм ғаиләгә арналған тормош
Хеҙмәткә һәм ғаиләгә арналған тормош

Фәғил Вәкил улы 1936 йылда Яңы Мөслим ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.
Зариповтар ғаиләһендә дүрт бала үҫә, Фәғил – өсөнсө. Атаһы Вәкил Мәғәсүм улы һуғыш алдынан колхозда бригадир була, шулай уҡ фермаға етәкселек итә. Әммә бәхетле тормош оҙаҡҡа бармай, 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Вәкил Мәғәсүм улы фронтҡа китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1942 йылдың июлендә уның бүлексәһе ҡамауға эләгә, тиҙҙән ғаилә уның һәләк булыуы тураһында хәбәр ала.
Биш йәшлек Фәғилгә ғаиләһенә хужалыҡ алып барырға ярҙам итергә тура килә. Бала килеш кенә көтөү көтә башлай, йылҡы өйөрҙәрен ҡарай һәм ауыл хужалығы эштәрендә ҡатнаша, шулай уҡ колхоз һарыҡтарын көтә, һуңыраҡ тракторсы уҡыусыһы була. Шуға ла егет мәктәпте тамамлай алмай. Аттестатты ир ҡорона ингәс, киске мәктәптең 10-сы класын тамамлағандан һуң ала. Быға тиклем ул 1953-1954 йылдарҙа Ямаш механизаторҙар мәктәбендә һөнәр үҙләштерергә өлгөрә.
Өс йыл дауамында Фәғил Вәкил улы Совет армияһы сафында хеҙмәт итә. Германияның танк ғәскәрҙәрендә үҙен намыҫлы һалдат булараҡ ҡына түгел, ярыштарҙа призлы урындар яулап, подразделениеның спорт тормошонда ла әүҙем ҡатнашыусы итеп күр-һәтә.
Өйгә ҡайтҡас, ауыл хужалығында эшләүен дауам итә: тәүҙә Жданов исемендәге колхозда механизатор, унан һуң ырҙын табағында мөдир була. 1995 йылда күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Фәғил Вәкил улы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ була.
Фәғил Зариповтың шәхси тормошо матур. Ҡатыны Мәрйәм Ҡәниф ҡыҙы менән ныҡлы ғаилә ҡоралар, улдары Фәих, Фәнзил һәм Илдарҙы лайыҡлы тәрбиәләп үҫтерәләр.
Зариповтар ғаиләһендә – ете ейән-ейәнсәр һәм ете бүлә-бүләсәр. Ҙур ғаилә байрамдарҙы бергә билдәләй, яратҡан олатай һәм өләсәй өйөнә йыйыла.
Үҙенең тормош юлы хаҡында һөйләгәндә, 90 йәшлек юбиляр хеҙмәттә үткән йылдарын иҫенә төшөрә.
– Ауылда элек тормош ҡайнап торҙо, колхоздар сәскә атты, – ти ул. – Бөгөн хәл бөтөнләй үҙгәрҙе: колхоздар тарҡалды, йәштәр ҡалаларға китә, мәктәптәрҙә уҡыусылар аҙ. Был бик борсоуға һала, әммә киләсәктә ауыл йәнә йәнләнер һәм тормош элеккесә күңелле булыр, тип ышанам.
Фәғил Вәкил улы йәш быуынға битараф булмаҫҡа, даими хәрәкәт итергә, спорт менән шөғөлләнергә һәм тырышып эшләргә кәңәш бирә. Уның фекеренсә, был тулы ҡанлы оҙон ғүмерҙең нигеҙе булып тора.
Луиза ЗАКИРОВА.

Автор: