Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
21 Ноябрь 2025, 09:35

“Һәр көнөм өсөн рәхмәтлемен”

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Тамара Әмирова 90 йәшлек юбилейын билдәләне.Уның тормош юлын рух көсө тураһында тарих тип атарға була.

“Һәр көнөм өсөн рәхмәтлемен”
“Һәр көнөм өсөн рәхмәтлемен”

Юбиляр 1935 йылдың 5 ноябрендә Тамбов ҡалаһында тыуған. Тормош ауырлыҡтарын иртә татый: ике йәшендә генә әсәйһеҙ ҡала, ә 1941 йылда атаһын фронтҡа алалар. Алты йәшлек Тамара Ивановна апаһы Нина менән үгәй әсәһе ҡарамағында ҡала, әммә тиҙҙән ул да вафат була. Ҡыҙҙарҙы балалар йортона урынлаштыралар.
– Ул ваҡыттарҙы иҫкә төшөрөү бик ауыр. Аслыҡ, яланғаслыҡ булды, – тип ауыр хәтирәләргә бирелә Тамара Ивановна.
Иң ҙур бәхет – атаһының һуғыштан иҫән ҡайтыуы. Ул ҡыҙҙарын өйөнә алып ҡайта, әммә һуғышта алған яраларынан мандый алмай һәм 1953 йылда вафат була.
Ауырлыҡтарҙы еңеп, Тамара Ивановна белем алырға тырыша: Тамбов медицина училищеһын тамамлай, ғүмерен кешеләргә ярҙам итеүгә бағышлай. Ҡырҡ йылдан ашыу ул шәф-ҡәт туташы һәм фельдшер булып эшләй.
Училищены тамамлаған ҡыҙҙы йүнәлтмә буйынса Свердловск өлкәһенең Ивдель ҡалаһына эшкә ебәрәләр. Унда яҙмыш буласаҡ ире Рәмил Рәхимйән улы менән осраштыра.
Йәштәр Силәбе өлкәһендә, Мәсетле районының Октябрьск ауылында йәшәй, һуңынан Оло Ыҡтамаҡ ауылында төпләнә.
– Мин эштән бер ҡасан да ҡурҡманым. Дауаханала “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә эшләнем, ирем менән балалар тәрбиәләнек, баҡса үҫтерҙек, хужалыҡ тоттоҡ. Оҙон ғүмерле булыуымдың сере даими хәрәкәттә һәм тынғыһыҙ хеҙмәттәлер, моғайын, – тип дауам итә Тамара Ивановна.
Ире менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Андрей менән Людмила уҡытыусы һөнәре алып, мәктәптә эшләйҙәр, хәҙер икеһе лә хаҡлы ялда. Бөгөн тормош иптәше Рәмил Рәхимйән улы яҡты донъяларҙа юҡ инде, әммә юбиляр яңғыҙ түгел – яҡындары һәм туғандары һәр ваҡыт янында булырға тырыша.
– Тормошомда ҡайғылар ҙа, шатлыҡтар ҙа етәрлек булды. Ә шулай ҙа мин ғүмеремдең һәр көнө өсөн рәхмәтлемен. Иғтибарлы балаларым, өс ейән-ейәнсәрем һәм алты бүлә-бүләсәрем бар. Мин – бәхетле кеше, – тип тамамлай Тамара Ивановна.
Ошо көндәрҙә ул юбилейы уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итә. Тамара Ивановнаға үҙенең күңел йылыһы, яҡшы кәңәштәре менән туғандарын һәм яҡындарын оҙаҡ йылдар һөйөндөрөүен теләйбеҙ!

Автор: