Атайыбыҙ Данис Әүхәҙи улы сығышы менән Дыуан-Мәсетле ауылынан. Әсәйебеҙ Дания Сәйет ҡыҙы Һалҡын шишмә ауылында донъяға килгән, ауыл бөгөн юҡ. Атай-әсәйебеҙ Оло Ыҡтамаҡ ауылында таныша, уларҙың мөхәббәт тарихы бында башлана.
Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында уҡып йөрөгән, хәрби комиссариатта эшләгән 28 йәшлек Данис Әүхәҙи улы Ғилметдиновты әле генә асылған Яуыш һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә тарих һәм география уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрәләр. Йәш уҡытыусы ең һыҙғанып эшкә тотона.
Район дауаханаһының хирургия бүлегендә анестезиолог булып эшләгән Дания Сәйет ҡыҙы менән танышып, өйләнә. Бер-бер артлы өс ҡыҙҙары донъяға килә. Уларҙы хәстәрләп, һөйөп-наҙлап үҫтерәләр, матур итеп тәрбиә бирәләр.
Бына 50 йыл инде Яңы Яуыш ауылы улар өсөн көс урыны булып тора: бында улар йорт һалып инә, әсәй һәм атай булыу шатлығын татый, үҙҙәрен яратҡан эшенә бағышлай. Тыуған өй беҙҙең өсөн – тыуған ауыл, беҙ үҫкән, йылылыҡ һәм бәхет бүләк иткән ата-әсә йорто.
Атайыбыҙ бар ғүмерен мәктәпкә бағышланы. Төп эшенән тыш, мәктәп балаларын ғына түгел, ауыл йәштәрен дә йәлеп итеп, бейеү түңәрәктәре ойошторҙо. Коллектив бик күп смотрҙарҙа ҡатнашып, һәр ваҡыт еңеүҙәр яуланы. Яуыш йәштәре район исеменән республика күләмендә үткәрелгән бал бейеүҙәре конкурсында сығыш яһап, лауреат булып, диплом һәм бүләктәр алып ҡайтты. Ауыл һәм районда үткәрелгән төрлө сараларҙа яуыштар һәр саҡ әүҙемлек күрһәтте, еңеүҙәр яуланы. Шуның өсөн дә атайыбыҙ Башҡорт АССР-ының Почет грамотаһы менән наградланды.
Дания Сәйет ҡыҙының да эше тынғыһыҙ ине – фельдшер булып Яңы Яуыш ауылы халҡы һаулығы һағында торҙо. Төрлө хәлдәр булды, барыһына ла ул ярҙам итергә тырышты. Әсәйебеҙ тураһында ауылдаштары: “Ихлас һәм намыҫлы кеше”, – тиҙәр, уларға күпме изгелек эшләгәнен иҫтә тоталар.
Дания менән Данис Ғилметдиновтарҙы ауыл халҡы үҙ итә, ихтирам күрһәтә. Атайыбыҙҙың уҡыусылары һәр ваҡыт уның менән бәйләнештә. Хәл белешеп, кәңәшләшеп торалар. Ул һәр береһенә йылы һүҙ таба, йөрәк йылыһын да өләшергә әҙер.
Яңы Яуыш ауылынан һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ ДАНИЯ СӘЙЕТ ҡыҙы һәм ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ ДАНИС ӘҮХӘҘИ улы ҒИЛМЕТДИНОВТАРҙы ысын күңелдән алтын туйҙары менән ҡотлайбыҙ.
3 ноябрь – ғаиләбеҙ өсөн мөһим дата. Беҙҙе тәрбиәләп, белем биреп, үҙ аллы тормош юлына әҙерләгәнегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Тормошобоҙҙоң һәр көнөндә яныбыҙҙа булып, ауыр мәлдәрҙә ярҙам иттегеҙ, уңыштарыбыҙға ихлас һөйөндөгөҙ. Һеҙҙең һөйөүегеҙ менән беҙ бәхетле булып үҫтек, үҙ ғаиләбеҙҙе булдырҙыҡ. Ошо хәстәрлегегеҙ, ярҙамығыҙ, аҡыллы кәңәштәрегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур. Һеҙ – яратҡан өләсәй һәм олатай, беҙҙең балаларҙы үҫтерергә ярҙамлашып, йөрәк йылыһын һәм иғтибарығыҙҙы бүләк итәһегеҙ.
Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, ҡәҙерлеләребеҙ, бер-берегеҙгә тоғро, ихтирамлы булыуығыҙға, аңлай белеүегеҙгә һоҡланабыҙ. Һеҙгә киләсәктә яҡындарығыҙ янында бәхетле ҡартлыҡ, ныҡлы таҙалыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Һеҙҙе яратып ҡыҙҙарығыҙ Юлиә, Светлана, Әлиә, кейәүҙәрегеҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.