Ошо юлдарҙы Оло Ыҡтамаҡтың хөрмәтле медицина хеҙмәткәре Рәмилә Кәрәм ҡыҙы Ғафарова ғорурланып әйтә ала. Шөкөр, йәшәү йылдары бай йөкмәткеле, бар көсөн, белемен халыҡ һаулығын ҡайғыртып йәшәгән, хеҙмәт иткән. Күркәм юбилейын ҡаршы алды ул.
“Ғүмерем ярҙамсыл, ихлас, тоғро һәм яҡшы күңелле кешеләр менән аралашып үтте. Беҙҙең халыҡ ифрат ҡунаҡсыл, саф күңелле бит ул”, – тип һоҡлана юбиляр. Бөгөн ул – хөрмәтле һәм ҡәҙерле әсәй, өләсәй, ҡәйнә. Хәстәре, һөйөүе барыһына ла етә. Юморға бай, шаян, тапҡыр һүҙле булыуы менән дә үҙенә ылыҡтырып тора. Урамға сыҡһа, йомошто тиҙ генә үтәп керермен тимә. Дуҫ-иштәре, уны ҡәҙерләп торғандар бихисап: аҙым һайын туҡтала ул, көтөлмәгән нәмә әйтеп көлдөрөп ҡыуандыра.
Рәмилә Кәрәм ҡыҙы Ләмәҙтамаҡта 9-сы класты тамамлап, ауырлыҡһыҙ Белорет медицина училищеһына уҡырға инә. Тәүге уҡытыусыбыҙ Зәйтүнә Ахуноваға төплө белем биргәне, эште еренә еткереп, эстетик зауыҡлы башҡарырға өйрәткәне өсөн рәхмәтле. Әсәһе ауыр эштәр башҡарып, аслыҡ кисергәс, йыш ауырый. Ауыл фельдшеры Луиза көттөрмәй килеп етә, сирлене дауалай, хәлен еңеләйтә. Уның йомшаҡ ҡулдары, яғымлы йөҙө, белемле булыуы үҫмер Рәмиләне тамам әсир итә. Мин дә уның кеүек булһам ине, тип уйлай. Буласаҡ профессияны шулай һайлай маҡсатлы тырыш ҡыҙ.
1971 йыл дипломлы белгес Борғатья ауылында эшкә төшә. Уның ҡарамағында – 573 кеше, бер йәшкә тиклемге балалар ғына – 15-20. Халыҡ уға, әллә ниндәй докторға ҡарағандай, ышанып, ихтирам менән килә. Йәш ҡыҙға шул ҡыйыулыҡ өҫтәй, эшен яратып халыҡҡа хеҙмәт итә. Бергә йәшәгән Хөрмә әбейе үҙ ҡыҙылай күреп, ҡурсалап ҡына тора. Әле лә әбейҙең балалары бәйләнеште өҙмәй, әйтерһең, үҙ туғандары.
Бер йыл эшләгәс, уҡытыусы, директор, крайҙы өйрәнеүсе Марат Ғафаров зәңгәр күҙле һылыу, артығын һөйләмәҫ етди ҡыҙҙы кәләш итеп ала. Ул эшендә, тормошонда ныҡлы терәк – атай һәм тоғро ир булды. Һөйөклө ҡатынының юбилейҙарына матур шиғыр юлдары бағышланы. Тормош юлдашы Марат Фазылтдин улын райондаштары милләте, теле өсөн янып йөрөүсе ил ағаһы итеп белде. Сөнки ул бөтә ғүмерен, бар һәләтен мәғариф эшенә бағышланы. Күп йылдар райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы уҡытыусыларының методик етәксеһе булып эшләне. Йәш уҡытыусыларға практик, теоретик яҡтан ярҙам ойоштора, күрһәтмәләр бирә, алдынғы эш тәжрибәһен үҙләштерергә ярҙам итә. Район үҙәге башҡорттарының “Әй” клубы ағзаһы булараҡ та милләтебеҙҙе һаҡлау, йолаларыбыҙҙы, кәсептәребеҙҙе тергеҙеү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша ул. Кеше үҙенең тамырҙарын белһә, тыуған ерендә үҙен хужа итеп тоя, милләте менән ғорурлана ала. Бик күп ғаиләләр Марат Фазылтдин улының шәжәрә өлкәһендә эҙләнеүҙәре ярҙамында үҙ нәҫел-нәсәптәрен юллай алдылар. Ул “Шәжәрә”, “Мәсетле районының арҙаҡлы шәхестәре”, “Әйле ырыуы тарихы” һәм башҡа брошюраларҙы район типографияһында баҫтырып сығарҙы. Ә тарихи материалдарҙы, факттарҙы табыу өсөн күпме архив туҙандарын эсеп, төн йоҡолары иҫәбенә эҙләнеп ултырырға кәрәк. Ул мәғариф өлкәһендә тәүге нигеҙ таштарын һалып, хәҙер донъялыҡтан киткән бик күп уҡытыусыларҙың тормош һәм хеҙмәт юлын яҡтыртҡан мәҡәләләр яҙҙы. Мәктәп тарихын өйрәнеүселәргә был бик кәрәк мәғлүмәт.
Сабыр, күндәм Рәмилә Кәрәм ҡыҙы ике ҡәйнә менән татыулыҡта, яҡты йөҙ күрһәтеп ғүмер итә. Эшендә лә маҡталып тора, ике саҡырылыш депутаты медицинала социалистик ярышта ике йыл рәттән 2-се һәм 3-сө урындар яулай. Күкрәгенә “Коммунистик хеҙмәт алдынғыһы” тигән значок беркетәләр.
1986 йыл ғаилә район үҙәгенә күсеп килә, йорт төҙөп туйлайҙар. Фельдшер вазифаһын “Райсельхозтехника” ойошмаһында дауам итә. Рейсҡа сығыусыларҙың сәләмәтлеген тикшерә. Дарыу кәрәкһә, промзона халҡы үҙәккә йөрөй. Тынғыһыҙ фельдшер халыҡты хәстәрләп, беренсе секретарь Владислав Ғиниәтуллиндан аптека пункты асырға һәм тәғәйен уколдар һалырға рөхсәт ала. Дауахананың баш табибы Фәрит Каев тырыш ҡатындың эшен юғары баһалай һәм ярты ставка эш астыра.
Илдә тарҡалыуҙар башланғас, Баш-ҡорт гимназияһында балалар менән күп яҡлы дауалау курстары алып бара.
– Хеҙмәтем яуаплы ла, ауыр ҙа, күңелле лә ине. Эшемде бар йөрәгем менән яратҡас, ҡыйынлыҡты тойманым да, 2017 йылға тиклем эшләнем. Был эштә кешелекле булһаң ғына, сирленең эс-бауырына кереп тыңлай белһәң генә эшләп була, – ти Рәмилә Кәрәм ҡыҙы.
Гиппократ антына тоғро ҡатынға кәңәш, ярҙам һорап шылтыратыусылар, килеүселәр туҡтамаған әле. Халыҡ медицинаһын өйрәнә, Рим Әхмәтовтың дарыу үләндәре менән дауалау ысулдары өмөтһөҙ сирлеләрҙе лә аяҡҡа баҫтырыуы үҙе бер мөғжизә түгелме ни?!
Рәмилә Кәрәм ҡыҙы бөгөн дә халыҡ һаулығы һағында. Ярҙамға һәр саҡ әҙер. Һәр кем тормошта үҙ урынын тапһын, балалар ата-әсәләрен ярҙамынан ташламаһын, сәләмәтлектә, тыныс донъяларҙа йәшәргә яҙһын тигән теләктә ул.
Балалыҡ дуҫыма сәләмәтлек, бөгөнгөләй шат күңел, балаларының, яҡындарының хәстәрлеген тойоп, бәхетле йәшәү насип булһын.
Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА.