Мәсетле районы 1930 йылдың 20 авгусында барлыҡҡа килә. Исеме беренсе административ үҙәккә, Дыуан-Мәсетле ауылына, бәйле. Шул уҡ йылда район үҙәге Ләмәҙтамаҡ ауылына, ә 1931 йылда Оло Ыҡтамаҡҡа күсерелә һәм ул әле лә шунда ҡала. Район үҙәген күсереүҙең сәбәбе – административ органдарҙы урынлаштырыу өсөн хеҙмәт биналары етмәүҙә. Оло Ыҡтамаҡ ауылы был йәһәттән иң ҡулай урын булып сыға.
Район Советының беренсе рәйесе – Сабир Ваһапов. Һуңынан ул КПСС-тың Баш-ҡортостан өлкә комитеты беренсе секретары вазифаһын башҡара. Ҡыҙыу һуғыш йылдарында Шәрәфи Мусин (1941–1943, һуңынан фронтҡа китә) һәм Тимерғәле Ғәликиев (1943–1945 йылдың ғинуары, һуңынан КПСС-тың Мәсетле район комитетының беренсе секретары) эшләй. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа районды фронттан ҡайтҡан Фәхерйән Сәләхов етәкләй (1945–1948), артабан ул да Өфөгә ебәрелә.
Барыһынан да оҙағыраҡ район Советы рәйесе вазифаһын Тимерйән Байрамов башҡара (1966–1976), ә “үҙгәртеп ҡороу” иғлан ителгәндән һуң Нәҡи Әмиров, Анатолий Крючков, Атлас Камалов, Илдар Мөхөтдинов эшләй. Һуңынан район хакимиәте башлығы итеп Юлай Ниғмәтуллин, Юнир Солтанов, Иван Могильников тәғәйенләнә, бөгөн был вазифаны Әнис Әсәҙуллин башҡара.
Райондың барлыҡҡа килеүе СССР-ҙа колхоз хәрәкәте башланыуға, ауыл хужалығын коллективлаштырыуға тап килә. Был колхоздар ойоштороуға башланғыс һала һәм хәҙерге ваҡытта ауыл хужалығы производствоһының структураһын билдәләй.
Мәсетлеләрҙең тыныс хеҙмәтен фашистик Германияның Советтар Союзына ҡапыл һөжүме өҙә. Бөйөк Ватан һуғышына райондан 8740 кеше китә, шуларҙың 3850-һе һәләк була йәиһә хәбәрһеҙ юғала. Баренцево диңгеҙенән Ҡара диңгеҙгә тиклем бар фронт һыҙығында бөтә совет халҡы менән бер рәттән мәсетлеләр ҙә һуғыш яландарында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Улар араһында данлыҡлы осоусы-штурмовик, Советтар Союзы Геройы, Яңы Мишәр ауылынан полковник Ҡотдос Латипов бар. Ә БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Вафа Әхмәҙуллин 1944 йылда гитлерсыларға ҡаршы словак халыҡ ихтилалында әүҙем ҡатнашыусы, “Бейек Татр” партизандар отряды командиры булараҡ билдәле. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күр-һәткән батырлыҡтары өсөн Мәсетле районынан бөтәһе 2580 яугир орден һәм миҙалдар менән наградланған.
Бөгөн Рәсәй яугирҙары йәнә илде нацизмдан һаҡлай, Ватан тыныслығы өсөн көрәшә. Улар иҫәбендә – республикабыҙҙан меңәрләгән кеше: Рәсәй Геройҙары Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов, милли герой Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальондары ирекмәндәре. Улар араһында Мәсетле районы егеттәре бар. Яугирҙарыбыҙ хәрби хеҙмәтте намыҫ менән башҡара, Шайморатов ордендары һәм миҙалдары, Жуков, Суворов миҙалдары, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалдарына һәм башҡаға лайыҡ. Һәр ауылда тиерлек фронтовик-геройҙарға һәйкәлдәр һәм обелискылар ҡуйылған; урамдар һәм мәктәптәр уларҙың исемдәрен йөрөтә.
1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы фронтты аҙыҡ-түлек, кейем менән өҙлөкһөҙ тәьмин иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ҡарттарҙың һәм балаларҙың иңдәренә ауыр йөк булып төшә. Райондың күп кенә ҡатын-ҡыҙҙары, машина-трактор станциялары (МТС) эргәһендә ҡыҫҡа ваҡытлы механизаторҙар курстарын тамамлап, фронтҡа киткән ирҙәрен, аталарын һәм ағаларын тракторҙарҙа һәм комбайндарҙа алмаштыра.
Һуғыш йылдарында мәсетлеләр фронтҡа 1400 пар быйма, ике тоннанан ашыу йөн, 360 бүрек, 714 фуфайка, 1500-ҙән ашыу һарыҡ тиреһе, 300 центнер май оҙата, оборона фондына 5,8 миллион һум аҡса индерә, көнбайыш өлкәләрҙән район территорияһында йәшәү өсөн 700-гә яҡын кеше ҡабул ителә. Оло Ыҡтамаҡ һәм Кесе Ыҡтамаҡ ауылдарында балалар йорттары эшләй башлай. Йөҙәрләгән кешенең ғүмерен өҙгән аслыҡ (бойҙайҙы һуңғы бөртөккә тиклем тапшыралар – барыһы ла фронт өсөн!), һыуыҡ, ауырыуҙарға ҡарамаҫтан, мәсетлеләр һуғыштың ауыр йылдарында сыҙамлыҡ күрһәтеп, Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә.
Хәҙер ҙә Мәсетле районы бөтә ил менән бергә махсус хәрби операцияға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Эшҡыуарҙарҙың, “Ышаныслы тыл” хәрби берләшмәһе ирекмәндәренең, учреждение һәм ойошма етәкселәренең, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтарының, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының, ”Башҡортостан рус-тары соборы” урындағы бүлексәһе һәм татарҙарҙың милли-мәҙәни автономияһы, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының, шулай уҡ халыҡтың тырышлығы менән беҙҙең яугирҙарға алғы һыҙыҡта кәрәк булған тиҫтәләгән берәмек техника, 250 кубометрҙан ашыу ағас материалдары, бер нисә тонна бал, йөҙләгән банка быҡтырылған ит, квадрокоптерҙар, бензин генераторҙары, тепловизорҙар, мунса өсөн буралар, мейестәр һәм башҡа күп нәмәләр йыйып оҙатылды.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтарға һәм ярлылыҡҡа ҡарамаҫтан, район аяҡҡа баҫа. Республика етәкселеге ярҙамында, бигерәк тә ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты беренсе секре-тары Сабир Ваһапов ярҙамында, биш колхозда бәләкәй гидроэлектростанциялар төҙөлә, биш ете йыллыҡ мәктәп асыла, өс әйбер баҙары эшләй.
Артабан хужалыҡтарҙы ҙурайтыу осоро етә, сиҙәм эпопеяһы, ерҙәрҙе мелиорациялау башлана. Ауыл төҙөлөшөн йәйелдереүгә бәйле 243-сө күсмә механик колонна, 8-се ПМК, кирбес заводы, тимер-бетон изделиелар заводы, ә һуңынан төҙөлөш материалдары комбинаты булдырыла. Ауыл хеҙмәтсәндәренең тормошо яҡшыра, ауылдарҙы төҙөкләндереү бара. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ауылдар перспективаһыҙ иҫәбенә инә һәм юҡҡа сыға.
Тормош хеҙмәтсәндәр алдына көндән-көн яңы бурыстар ҡуя. Хужалыҡ иҫәбе, хужалыҡ эсендәге махсуслашыу нигеҙендә малсылыҡ һәм баҫыусылыҡ алып барыу структураһын үҙгәртергә, малсылыҡҡа һәм баҫыусылыҡҡа заманса машиналар һәм механизмдар индерергә, яңы комплекстар төҙөүҙе һәм иҫке фермаларҙы реконструкциялауҙы йәйелдерергә, иген, һөт, ит етештереүҙе арттырырға ҡарар ителә. Был йәһәттән “Мәсәғүт” совхозы, “Ленин”, “Жданов”, “Серп и молот”, “Коммунист”, “Комсомолец” колхоздары эшсәндәре ҙур уңыштарға өлгәшә.
“Мәсәғүт” совхозының малсылыҡ цехын етәкләгән Мазһар Сафин инициативаһы буйынса, совхоздың 1100 һыйырҙан торған һауын төркөмөн элекке кеүек дүрт бүлектә түгел, ә ике бүлектә урынлаштыралар. Һәр машина менән һауыу оҫтаһына һәм малсыға йөкләмә арта, һауым арта һәм өс меңлек сиккә етә. Яңы хеҙмәт ойошмаһы ауыл хеҙмәтсәндәренә аҙнаһына ике көн ял итергә мөмкинлек бирә. Эш хаҡы күтәрелә, мохтаж малсыларҙы торлаҡ менән тәьмин итәләр.
Шул уҡ ваҡытта үҫемлекселек цехын Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы Алмас Нәжипов етәкләй. Ул республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында беренсе булып ун йыллыҡ сәсеү әйләнешенән (ауыл хужалығы культураларын сиратлап сәсеү) баш тарта һәм биш йыллыҡҡа күсә. Тәжрибә уңышлы үтә, яңы технология индереү һөҙөмтәһендә совхоздың иген баҫыуының уңдырышлылығы гектарынан 14 центнерҙан 25 центнерға тиклем арта. Мәсетлеләр, беҙҙең ҡаты климат шарттары өсөн бығаса күрелмәгән уңыш йыйып, башҡа райондарға өлгө күрһәтә. Уңыштары өсөн райондың визит карточкаһына әйләнгән “Мәсәғүт” совхозы бер нисә тапҡыр РСФСР Министрҙар Советының һәм Бөтә Союз профессиональ союздар үҙәк комитетының Ҡыҙыл Байрағы менән бүләкләнә, дүрт тапҡыр Бөтә Союз социалистик ярышында еңеүсе була.
Уңыштар “Мәсәғүт” совхозында ғына түгел, һәр колхозда, совхозда, сәнәғәт предприятиеһында һәм төҙөлөш ойошмаһында, социаль өлкәлә һәм халыҡ мәғарифында, мәҙәниәттә, медицинала сағыла. 9-сы һәм 10-сы биш йыллыҡ йылдарында райондың 11 алдынғыһы Ленин ордены менән бүләкләнә.
Район тарихында 1965– 1985 йылдар ҙур төҙөлөш йылдары булып ҡала. Был 20 йыл эсендә райондың заманса ауыл хужалығы етештереү базаһы һәм төҙөлөш индустрияһы булдырыла. Ул йылдарҙағы район етәкселәре Абрар Саҙретдинов, Анатолий Фуфаев, Тимерйән Байрамов, Зәки Ҡадиҡов, Нәҡи Әмиров хеҙмәтсәндәрҙе ауыл хужалығының производство һәм техник базаһын яңыртыуға, район үҙәген һәм ауылдарын төҙөкләндереүгә, социаль-мәҙәни өлкәнең бөтә яҡтарын яңыртыуға берләштерә алды. Һуңынан “торғонлоҡ” тип аталған был йылдарҙа баҫыусылыҡта һәм малсылыҡта иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшелә.
Бөгөн районда ауыл хужалығы продукцияһын етештереү менән биш яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, 54 крәҫтиән (фермер) хужалығы, һигеҙ ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы һәм 6,5 меңгә яҡын шәхси ярҙамсы хужалыҡ шөғөлләнә. Ауыл хужалығының төп йүнәлештәре – һөт, ит һәм иген етештереүгә йүнәлтелгән үҫемлекселек һәм малсылыҡты үҫтереү. Районда ҡортсолоҡ үҫешкән, бигерәк тә шәхси секторҙа. 107 мең гектар ауыл хужалығы ерҙәре, шул иҫәптән 43431 гектар эшкәртелгән һөрөнтө ерҙәр бар.
1927 йылда Мәсетле районы территорияһында беренсе фельдшер пункты асыла, уның бөтә медицина персоналы дүрт кешенән тора. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу-ға күп кенә ауылдарҙа фельдшер пункттары була, ауылдарҙа дарыуханалар асыла.
Бөгөн мәсетлеләрҙең һаулығы һағында Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре тора. 75 койка-урынлыҡ тәүлек әйләнәһенә стационар, 25 койка-урынлыҡ көндөҙгө стационар, сменаһына 490 кеше ҡабул иткән поликлиника, өс табип амбулаторияһы (сменаһына 120 кеше ҡабул итә), 28 фельдшер-акушер пункты, һигеҙ йорт хужалығы һәм бер күсмә фельдшер-акушер пункты бар.
Республика әһәмиәтендәге ике шифахана эшләй: 1967 йылда Мәсетле район партия комитетының беренсе секретары Абрар Саҙретдинов инициативаһы буйынса “Ҡарағай” һәм 1944 йылда ата-әсәләре менән балалар өсөн республика пульмонология шифаханаһына нигеҙ һалына.
Белем биреү ҙә заман талаптары менән бергә бара: районда бөтәһе 22 мәктәп һәм 24 балалар баҡсаһы, ике өҫтәмә белем биреү учреждениеһы – Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе – эшләй. Мәғариф системаһы учреждениеларында 409 педагог балаларға белем бирә.
Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә “Александр Невский” казак хәрби-патриотик клубы ҙур эш алып бара. Йәштәр үҙәге һәм Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалы базаһында 700-ҙән ашыу егет һәм ҡыҙҙы үҙ эсенә алған “Бергә” төбәк йәмәғәт йәштәр ирекле хәрәкәте, Рәсәй “Беренселәр хәрәкәте” балалар һәм йәштәр хәрәкәте, “Йәш армиясылар” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте әүҙем эшләй.
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн районда 117 спорт ҡоролмаһы, шул иҫәптән 23 спорт залы, урам тренажерҙары менән майҙансыҡтар, хоккей ҡумталары, футбол майҙансыҡтары, йүгереү юлдары кеүек 73 яҫы ҡоролма бар.
Райондың мәҙәни тормошондағы тәүге ҙур ваҡиға – 1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә Мәсетле районының 60 үҙешмәкәр артисының район мәҙәниәт йорто директоры Нурый Мирсаев етәкселегендә ҡатнашыуы. Өфөлә һайлап алыу турын уңышлы үтеп, Мәсетле хоры район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе һәм үҙешмәкәр композитор Хәй Ибәтовтың “Беҙ – мәсетлеләр” йыры менән баш ҡалала сығыш яһай. Ошо сығыштан һуң БАССР Министрҙар Советы район мәҙәниәт йортона пианино бүләк итә.
Районыбыҙ Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары Рифҡәт Исрафилов, Роберт Заһретдинов, Башҡортостандың халыҡ артистары Ратмир Бәҙретдинов һәм Мулланур Ниғмәтуллин, БАССР-ҙың атҡаҙанған артистары Зилара Әйүпова, Нәзирә Закирова һәм Рикза Әмиров, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов кеүек билдәле шәхестәре менән дан тота.
Рухи ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн бөгөн районда 37 клуб учреждениеһы, 29 китапхана, Балалар сәнғәт мәктәбе, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм ҡумыҙ музейы эшләй. Райондың үҙенең “Урал” телестудияһы бар һәм “Мәсетле тормошо” гәзите донъя күрә.
Хәҙерге Мәсетле районы үткәндәрҙәге көсөргәнешле һәм илһамлы хеҙмәт йылдарын, район халҡының идеяларын һәм ижади ынтылыштарын сағылдыра. Уның бөгөнгө ҡаҙаныштары Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация менән туранан-тура бәйле. Юлдар, күперҙәр, газ селтәре, социаль мәҙәни-көнкүреш өлкәһе объекттарын интенсив төҙөү, тәбиғәтте һаҡлау саралары – республика Башлығының һәм Хөкүмәтенең район иҡтисадын күтәреү, мәсетлеләрҙең хеҙмәт һәм көнкүреш шарттарын яҡшыртыу буйынса уйланылған эҙмә-эҙлекле сәйәсәте һөҙөмтәһе, урындағы дәүләт власы органдары хәстәрлеге. Һуңғы йылдарҙа социаль өлкәне үҫтереүгә, районыбыҙ халҡының йәшәү шарттарын яҡшыртыуға дәүләт средстволары күләме һиҙелерлек артты.
Заманса сауҙа учреждениелары, йорттар, социаль инфраструктура объекттары төҙөлә. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү” федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында өс ҡатлы 42 фатирлы торлаҡ йорт төҙөлдө һәм файҙаланыуға тапшырылды. Ҡорғат ауылы өйҙәренә газ үткәрелде, Оло Ыҡтамаҡ ауылында ашығыс ярҙам станцияһы менән яңы дауахана бинаһы төҙөлдө. Оло Ыҡтамаҡ ауылында 140 урынлыҡ заманса балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды. 2022 йылда 2006 йылда ябылған иҫке кинотеатр урынында “Октябрь” 3D-кинозалы эшләй башланы. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты нигеҙендә биш мәҙәниәт һәм ял паркы, үҙәк майҙан, автоҡаласыҡ төҙөкләндерелде, спорт ҡоролмалары ҡуйылды.
2024 йылда Ләмәҙтамаҡ ауылында Ләмәҙ йылғаһы аша яңы күпер һалынды. Яңы Мөслим ауылында мәҙәниәт йорто төҙөлә. 2025 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты нигеҙендә Оло Ыҡтамаҡ ауылында һыу алыу ҡоролмаһы төҙөлә башланы.
2024 йылдың июлендә Күп функциялы үҙәктең яңыртылған офисы асылды.
Республика етәкселегенең даими иғтибарына һәм хәстәрлегенә мәсетлеләр производствола, мәҙәниәттә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, мәғарифта һәм спортта яңы уңыштар, тыуған районыбыҙ һәм Башҡортостаныбыҙ хаҡына тырыш хеҙмәт менән яуап бирә.