Эльмира Рафаҡ ҡыҙы 1975 йылдың 29 сентябрендә Яңы Мөслим ауылында тыуған. 1982–1990 йылдарҙа Яңы Мөслим мәктәбендә, 1990 – 1994 йылдарҙа Мәсәғүт педагогия училищеһында, 1995– 2001 йылдарҙа БДУ-ла уҡый. 1994 йылдан – Әләгәҙ мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы.
Эльмира Рафаҡ ҡыҙы тураһында һөйләгәндә, иң беренсе тәьҫорат – ул иҫ киткес ижади энергиялы педагог. Кабинеты – ысын белем оҫтаханаһы, унда һәр мөйөш йылы һәм уңайлы. Бында әкиәт геройҙары йәшәй, стеналарҙа баһа-япраҡтар менән ағастар “үҫә”, ә балаларҙың эштәре бөйөк сәнғәт әҫәрҙәре кеүек итеп ҡуйылған. Педагогтың дәрестәрендә мөғжизә атмосфераһы булдырыла. Беҙ, коллегалары, уның дәрестәрендә идеялар алабыҙ, уның энтузиазмы менән илһамланабыҙ, уның ысын ижадсы булыуына йәнә инанабыҙ.
Ошо тышҡы еңеллек һәм ижад артында ғәйәт ҙур хеҙмәт, профессионализм һәм аҡыл тора. Эльмира Рафаҡ ҡыҙы – белем хазинаһы һәм тәжрибәле остаз. Ул заманса уҡытыу методикаһын камил белә, һәр ваҡыт яңы белем биреү тенденциялары менән таныш, үҙенең эшләнмәләрен йәш белгестәр менән йомарт уртаҡлаша. Күптәребеҙ өсөн ул һәр ваҡыт аҡыллы кәңәше, һүҙе һәм эше менән ярҙам иткән, бер ҡасан да ярҙамдан баш тартмаған кеше булып ҡала. Уның аналитик белешмәләре, асыҡ дәрестәре һәм методик берләшмәләрҙәге сығыштары – һәр ваҡыт юғары кимәлдә уҙған ваҡиға.
Педагогтың төп таланты – балаларҙы яратыу. Эльмира Рафаҡ ҡыҙы өсөн уның һәр уҡыусыһы үҙенсәлекле шәхес булып тора. Уҡыусыларының ата-әсәләре балаларының ышаныслы ҡулдарҙа булыуына ныҡ ышана. Ә уҡытыусыһын күргән балаларҙың шатлыҡтан йөҙҙәре балҡый! Был ихлас һөйөү – педагог өсөн иң яҡшы награда һәм уның хеҙмәтен юғары баһалау.
Эльмира Рафаҡ ҡыҙы, Һеҙҙең менән бергә эшләү – ҙур хөрмәт һәм даими рәүештә яҡшыға ынтылыу өсөн стимул. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ энергия, рәхмәтле уҡыусылар теләйбеҙ!
Оло хөрмәт һәм ихтирам менән Мәсетле районының башланғыс кластар уҡытыусылары.
* * *
Ҡәҙерле Эльмира Рафаҡ ҡыҙы, беҙҙең Эльмирабыҙ!
Мәсәғүт педагогия училищеһын 1994 йылда тамамлаған бөтә курсташтарың исеменән һине шундай матур һәм ҡояшлы ғүмер байрамың – 50 йәшлек юбилейың менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Ярты быуат – ул һан ғына түгел, ә мәғәнә, мөхәббәт, профессиональ еңеүҙәр һәм, әлбиттә, тирә-яҡтағыларға бүләк иткән йылылыҡ менән тулы тормош. Беҙҙең өсөн һин мәңгегә студент йылдарының иң сағыу, аҡыллы һәм изге күңелле ҡыҙы булып ҡаласаҡһың.
Беҙ әле лә училищелағы дәрестәрҙе, конспекттар яҙып уҙғарған йоҡоһоҙ төндәрҙе, ҡәтғи, әммә ғәҙел уҡытыусыларыбыҙҙы, беренсе практикабыҙҙы һәм педагоглыҡҡа онотолмаҫ бағышлауҙы иҫкә алабыҙ. Беҙ был юлды бергә үттек, һәм унда һәр ваҡыт һин булдың, беҙҙең ышаныслы дуҫыбыҙ һәм коллегабыҙ.
Бөгөн һиңә ҡарап һоҡланабыҙ: һин – иҫ киткес профессионал, аҡыллы педагог, матур, яратҡан ҡатын һәм һөйкөмлө әсәй! Ошо йылдар эсендә беҙҙең уҡыу йортонда алған белемде – изгелек, ихласлыҡ, үҙ эшеңә тоғролоҡ һәм балаларға сикһеҙ һөйөүҙе һаҡлайһың.
Күркәм юбилей көнөңдә һиңә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, энергия һәм оптимизм күп йылдарға етһен. Күҙҙәрең һәр ваҡыт бәхеттән балҡып торһон, ә йөрәгең уҡыусыларыңдың уңыштарынан һәм яҡындарыңдың һөйөүенән шатлыҡ менән тулһын. Һинең өйөңдә матурлыҡ, именлек һәм үҙ-ара аңлашыу хакимлыҡ итһен.
Беҙ һине бик ныҡ хөрмәт итәбеҙ! Юбилейың менән!
Изге теләктәр һәм һөйөү менән 1994 йылда Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлаған курсташтарың.
* * *
Әләгәҙ ауылынан ЭЛЬМИРА РАФАҠ ҡыҙы ЗӘЛӘЕВАны ысын күңелдән тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Тормошоң тик ҡыуаныслы мәлдәр, ихлас аралашыуҙар, яҡшы хәбәрҙәр менән тулһын. Алдағы көндәрең сәскәләр кеүек сағыу, матур, һоҡланғыс булһын. Күңелеңдә гармония һәм тыныслыҡ йәшәһен, йәшлек дәртен һүндермәй оҙон-оҙаҡ ғүмер ит. Һәр көндө яҡшы кәйефтә ҡаршылап, шатлыҡ-һөйөнөстәргә төрөнөп йәшә. Ғүмереңдең һәр миҙгеле иң яҡшыһы булһын!
Изге теләктәр менән Зинәтуллиндар һәм Минибаевтар.