Октябрина Акулова – тыйнаҡ ҡатын. Уның тормошо, тәү ҡарашҡа, ғәҙәти булып күренә. Әммә тап ошондай ябай тормош юлын үткән, рух ныҡлығын, эшһөйәрлеген һәм тыуған илгә һөйөүен һаҡлаған кешеләр илебеҙҙең нигеҙен тәшкил итә.
Октябрина Федоровна 1935 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылында ҙур ғаиләлә алтынсы бала булып тыуған. Уның ата-әсәһе, уртаҡ маҡсатта хеҙмәткә үҙ өлөшөн индереп, колхозда эшләй. Атаһы һуғышҡа тиклем колхозды етәкләй.
1942 йылда ғаилә башлығы һуғышта һәләк була. Был уларҙың иңенә ауыр һынау булып ята, һәм ғаилә Себергә, Высокий Яр ауылына, күсергә ҡарар итә. Октябрина Федоровна балалары менән яңғыҙ ҡалған әсәһенең улар өсөн атай ҙа булып, төп ышаныстары булғанын хәтерләй. Ҡатын уны әле лә һағышланып иҫкә ала. Башҡортостандан Себергә ҡаты һуғыш шарттарында тауар вагонында күсеп барыу-ҙары ғаиләне тағы ла нығыраҡ берләштерә.
Высокий Яр ауылындағы мәктәптә ете класты тамамлағандан һуң, Октябрина дүрт дуҫ ҡыҙ менән бергә медицина белеме алыу өсөн Томск ҡалаһына юллана. Был ун биш йәшлек ҡыҙ өсөн ҡыйыу аҙым була. Мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләү тураһында хыяллан-һа ла, һайлау мөмкинлеге аҙ булғанлыҡтан, медицина мәктәбенә уҡырға инә һәм уны 1954 йылда уңышлы тамамлай.
Октябрина Федоровнаның хеҙмәт эшмәкәрлеге Ҡурған өлкәһе Мишкино ауылындағы дауаханала башлана. Һуңынан ҡыҙ тыуған Оло Ыҡтамаҡ ауылына ҡайта һәм үҙенең хеҙмәт юлын поликлиникала физиотерапевт сифатында дауам итә. 1986 йылда Березовскийға күсеп китә, унда ете йыл шәфҡәт туташы булып эшләй. Артабан Октябрина Федоровна Мәсетле районына кире ҡайта һәм балалар шифаханаһына эшкә урынлаша, уға 17 йыл ғүмерен бағышлай.
1990 йылда, 55 йәшендә, хаҡлы ялға сыға. Уның медицина өлкәһендәге хеҙмәт стажы 38 йыл тәшкил итә.
Оло йәшкә еткән инәй тыныс тормоштан һәм хаҡлы ялдан ләззәт алып, баҡсаһын тәрбиәләп, хәстәрлек күреп йәшәй. Уның фекеренсә, оҙон ғүмерҙең сере – ябай йәшәү рәүеше һәм тәбиғи туҡланыу.
Октябрина Акулова буласаҡ тормош иптәше менән тыуған ерендә таныша һәм 57 йыл бәхетле ғүмер кисерә. 1957 йылда ҡыҙҙары Надежда тыуа, ул хәҙер балалары менән Өфөлә йәшәй.
Үткән йылдарҙы иҫкә төшөрөп, Октябрина Федоровна тыуған ауылының нисек үҙгәргәне тураһында һөйләй:
– Мин бала саҡта ни бары биш урам булды, ҡом юл ине. Ә хәҙер ауыл танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, ул ҡалаға оҡшаны. Тыуған еребеҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ, именлек һәм бәхет булыуын теләйем.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.