Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
5 Сентябрь 2025, 14:50

Юбилейың менән, Розалия апай!

Һикһән йәш – ул ябай дата ғына түгел, ул шатлыҡ һәм ҡайғы, еңеү һәм ауырлыҡтарҙы үҙ эсенә алған тотош дәүер, ә иң мөһиме – ҙур тормош тәжрибәһе һәм төплө аҡыл. Үҙенең 80 йәшлек юбилейын Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Розалия Әхтәрова билдәләй.

Юбилейың менән, Розалия апай!
Юбилейың менән, Розалия апай!

Беҙҙең хөрмәтле апайыбыҙ, дәү әнейебеҙ Ҡарлыхан мәктәбен тамамлағандан һуң, уҡыуын Красноуфимск медицина училищеһында дауам итә. Фельдшер һөнәрен алып, Баязит Йосоп улы менән яҙмыштарын бәйләп матур ғаилә ҡоралар һәм 54 йыл татыу ғүмер кисерәләр. Ике белемле ҡыҙ, бер малай үҫтереп, оло тормош юлына оҙаталар.
Ҡәҙерле туғаныбыҙ тормошонда күп төрлө һынауҙар булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улы Артур һәм еҙнәбеҙ, дәү әтейебеҙ был яҡты донъяларҙы ҡалдырып баҡыйлыҡҡа күсте. Әммә яратҡан туғаныбыҙ яҙмышына төшкән ошо ауырлыҡты лайыҡлы кисерҙе, һынманы, бирешмәне.
Апайыбыҙ, дәү әнейебеҙ хаҡлы ялға сыҡҡансы Оло Ҡыҙылбай ауылында 33 йыл фельдшер булып эшләне, ауылдаштарының ҙур ихтирамына ҡаҙанды. Уның һөнәрен ҡыҙы Лилиә дауам итә, ә Әнисә ҡыҙы Трехгорный ҡалаһында мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.
Апайыбыҙ бик туған йәнле кеше, беҙгә ҙур терәк, кәңәшсе һәм дуҫ, уның һәр ваҡыт яҡты, нурлы һәм йәмле йорто үҙенә тартып тора. Ул уңған инәй, ҡартәней – ете ейәнен, өс бүләрен ҡарарға ярҙам итә, аҡыллы кәңәштәрен бирә. Үҙе лә оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, 90 йәшлек бер туған Рәйфә апаһын да тәрбиәләп ҡарай.
Гүзәллекте яратҡан һөйөклөбеҙ ихатаһын да, өйөн дә күркәм һәм матур тота, һәр нимәгә өлгөргән, заман менән бергә атлаусы яҡыныбыҙ менән ғорурланабыҙ, унан үрнәк алабыҙ.
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле апайыбыҙ, дәү әнейебеҙ РОЗАЛИЯ МӘҮЛИХАН ҡыҙы ӘХТӘРОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Тырыш, уңған, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ. Тыныс, имен тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп ғүмер кисер, атыр таңдарың өмөт менән тулы булһын. Йәшеңә йылдар өҫтәлһә лә, көс-дәртең күп йылдарға етһен, йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу китмәһен.
80 йәшлек юбилейың менән ҡотлайбыҙ,
Бәхеттәр, шатлыҡ теләйбеҙ.
Таҙалыҡ та күп булһын,
Ғүмерҙәр оҙаҡ барһын.
Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ,
Һин зирәкһең, намыҫлыһың.
Һинең менән һоҡланабыҙ,
Һин үҙең дә бик яуаплыһың!
Иң изге теләктәр менән ике туған һеңлеләрең Асия, Люциә һәм беҙҙең балалар Розалия, Фларида, Флюр.

Автор: