Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
5 Сентябрь 2025, 10:55

Үҙ булмышын журналистикала тапты

Исеме район журналистикаһы менән тығыҙ бәйләнгән Минзәлә Ниғмәтуллина урындағы киң мәғлүмәт сараларын үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Гәзит редакцияһында башланған профессиональ юлы уны “Урал” телестудияһының баш мөхәррире вазифаһына килтерҙе.

Үҙ булмышын журналистикала тапты
Үҙ булмышын журналистикала тапты

Минзәлә Хизбулла ҡыҙы 1955 йылда Тайыш ауылында тыуған. Ғаиләлә ул икенсе бала була. 1978 йылда Горький исемендәге төҙөлөш техникумын уңышлы тамамлай. Дипломлы белгес бер ни тиклем ваҡыт һөнәре буйынса эшләй. Артабанғы тормошон ошо һөнәргә бағышлар ҙа ине, әммә яҙмыш уны ҡырҡа икенсе өлкәгә илтә. Ире менән Себер тарафтарына барырға йыйынғанда, партия райкомы уны “Коммунист” район гәзите редакцияһына эшкә йүнәлтә. Шулай итеп Минзәлә Хизбулла ҡыҙының журналистика өлкәһендә карьераһы башлана.
Бер нисә йыл ул урындағы радиола корреспондент-диктор булып эшләй. Райондың өлкән кешеләре уның көслө һәм асыҡ тауышының радиоалғыстар аша нисек яңғырағанын яҡшы хәтерләй.
Журналист карьераһын дауам итеп, Минзәлә Хизбулла ҡыҙы район гәзите редакцияһына кире ҡайта һәм ауыл хужалығы бүлеген етәкләй. Ул йылдарҙа аграр өлкәлә эш тулы ҡеүәттә бара: совхоздарҙа һәм колхоздарҙа күп һанлы халыҡ эшләй. Журналист эше фермаларға һәм баҫыуҙарға даими командировкаларҙан, механизаторҙар, һауынсылар һәм быҙау ҡараусылар менән аралашыуҙан тора.
Тәжрибәле журналист менән бергә эшләгән йылдарын иҫкә төшөрөп, ул йылдарҙағы гәзиттең йәш хәбәрсеһе Гөлнара Саҙиҡова былай ти:
– Минзәлә Хизбулла ҡыҙы әүҙем һәм инициативалы булды, үҙенең эшен яҡшы белә ине. Ул йәш журналистарға эш тәжрибәһен ҙур теләк менән уртаҡлашты.
Уның менән эшләгән йылдары тураһында Зөһрә Ғәниева ла йылы хәтирәләр менән иҫкә ала:
– Район гәзите редакцияһында хеҙмәт эшмәкәрлегемде ике меңенсе йылдар башында башланым. Ул ваҡытта Минзәлә Хизбулла ҡыҙы коллективта иң тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙең береһе ине. Ауыл хужалығы бүлеге мөдире булараҡ, ул райондың аграр секторындағы эштәр торошон киң яҡтыртты. Колхоз һәм совхоздарҙың бөтә етәкселәре менән шәхсән таныш булды. Иртән үк фермаларға, хужалыҡ баҫыуҙарына сыға, ә эш көнө тамамланыуға бай йөкмәткеле күләмле материалы мөхәррир өҫтәлендә ята ине. Механизаторҙар, малсылар, һауынсылар, эшселәр – уларҙың эш көндәре тураһында Минзәлә Хизбулла ҡыҙы оҫта һөйләй белде. Ә дисциплина һәм тәртип – уның төп сифаттары.
2011 йылдан 2018 йылға тиклем тәжрибәле журналист “Урал” телестудияһында эшләй, унда үҙенең потенциалын тулыһынса тормошҡа ашыра. Ул баш мөхәррир вазифаһын биләй, телеканалдың мәғлүмәт сәйәсәтен формалаштырыуға үҙ өлөшөн индерә. Бында ул коллектив менән оҫта етәкселек итә, уның эшен кәрәкле йүнәлештә алып бара. Телестудия район тормошоноң бөтә яҡтарын яҡтырта: социаль мәсьәләләр, сәйәсәт, ауыл хужалығы, спорт, мәҙәниәт, мәғариф, медицина.
– Минзәлә апайым – асыҡ, изге күңелле кеше, – ти уның хаҡында ике туған ҡустыһы Миҙхәт Зияитдинов. – Башлаған һәр эшен аҙағына тиклем атҡара. Ул үҙенең эшенә, шулай уҡ ғаиләһе хаҡында хәстәрлеккә күп көс һала.
Бөгөн Минзәлә Ниғмәтуллина тыуған ауылы Тайышта хаҡлы ялда тормоштан ләззәт алып, ире менән шатлыҡтарын уртаҡлашып йәшәй. Ошо көндәрҙә ул матур юбилейын билдәләне.
Минзәлә Хизбулла ҡыҙының урындағы киң мәғлүмәт саралары үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.

* * *

Хөрмәтле коллегабыҙ – “Мәсетле тормошо” гәзите ветераны МИНЗӘЛӘ ХИЗБУЛЛА ҡыҙы НИҒМӘТУЛЛИНАны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Бергә эшләү осоронда Һеҙҙең турала тик яҡты һәм яҡшы хәтирәләр генә ҡалды. Хаҡлы ялда ла тормошоғоҙ әүҙем һәм ҡыуаныслы булһын, көндәрегеҙ файҙалы һәм уңышлы уҙһын. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, сағыу ваҡиғалар теләйбеҙ. Яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ Һеҙҙе күңел йылыһы һәм хәстәрлеге менән ҡыуандырһын.
Тыуған көнөгөҙ һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарығыҙ ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялығыҙҙың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарына аҡ нур һипһен
Тыуар таңдарығыҙ балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәренең
Йәшәгеҙ булып гүзәл аҡҡошо!
“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы һәм типография коллективтары.

* * *

Тайыш ауылынан ҡәҙерле туғаныбыҙ МИНЗӘЛӘ ХИЗБУЛЛА ҡыҙы НИҒМӘТУЛЛИНАны юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, күңел тыныслығы, муллыҡ теләйбеҙ. Туғандарың һәм яҡындарың һәр ваҡыт эргәңдә булһын. Һин беҙҙең тормошобоҙҙа иң ихлас һәм изге күңелле кеше, шуның өсөн дә беҙ һиңә бик рәхмәтлебеҙ. Барлыҡ уй-хыялдарың тормошҡа ашһын, балаларың һәм ейәндәрең уңыштары менән һөйөндөрөп, хөрмәт итһен. Бәхетле бул, ҡәҙерлебеҙ, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшә.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға,
Һинән ғәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән туғандарың Зифа, Сафуан, Вәғиз, Гүзәл һәм беҙҙең балалар.

Автор: