Раил Нәжип улы, Янғантау урта мәктәбен тамамлағандан һуң, район хәрби комиссариаты линияһы буйынса ДОСААФ ойошмаһында водитель һөнәрен ала һәм Совет Армияһына саҡырыла. Хәрби хеҙмәтен Хәрби-һауа көстәре ғәскәрҙәрендә Украинаның Харьков өлкәһендә Зил-157 машинаһы водителе булып үтә. Хәрби хеҙмәттән һуң Өфө ҡалаһының Киров районы буйынса эске эштәр бүлегендә водитель булып эшкә урынлаша. Тырыш, намыҫлы хеҙмәткәрҙе 1983 йылда Елабуға махсус милиция мәктәбенә уҡырға ебәрәләр, унда Эске эштәр министрлығының оператив хеҙмәткәрҙәрен әҙерләйҙәр. Физик яҡтан сәләмәт, сыҙамлы Раил ике йыл уҡыған ваҡытта самбо, саңғы, гер күтәреү, шахмат буйынса спортсы-разрядсы була. Мәсетле районы эске эштәр бүлегендә эшләгәндә, үткәрелгән ярыштарҙа беҙҙең бүлек һәр ваҡыт призлы урындар яуланы.
Уҡыған сағында, отпускыла булған ваҡытта, ул шул уҡ райондың Торналы ауылынан буласаҡ ҡатыны – туғандарына ҡунаҡҡа килгән Рәшиҙә Дәүләт ҡыҙы менән таныша.
Раил Нәжип улы, Елабуға мәктәбен тамамлағандан һуң Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегенең енәйәти эҙләү бүлегендә оператив хеҙмәткәр булып эшләй башлай, шулай уның карьера үҫеше башлана. 1992 йылда ул өлкән оператив хеҙмәткәр, енәйәт эҙләү бүлеге начальнигы, район эске эштәр бүлеге начальнигының беренсе урынбаҫары була. Район эске эштәр бүлеге начальнигы булмағанда, ул уның бурыстарын даими үтәне. Хеҙмәт эшмәкәрлегендә енәйәттәрҙе асыҡлау һәр ваҡыт юғары кимәлдә булды.
Абхазия менән Грузия араһында мөнәсәбәттәр боҙолғас, 1990 йылда СССР Эске эштәр министрлығы Раилды тәртип һаҡлау өсөн бер нисә айға ошо ҡыҙыу нөктәгә ебәрҙе.
Раил Ғәләев һәр ваҡыт яуаплы, башҡарма һәм намыҫлы хеҙмәткәр булды, үҙенең ҡул аҫтындағыларҙан да тәртип талап итте. Эске эштәр министрлығы органдарында 30 йыл тирәһе хеҙмәт иткәндән һуң подполковник дәрәжәһендә отставкаға сыҡты. Күп ведомство наградаларына лайыҡ, шул иҫәптән “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” I, II, III дәрәжә миҙалдары, “Милиция отличнигы”, “Енәйәт эҙләү хеҙмәте ветераны” билдәләре һ. б.
Раил Ғәләев үҙенең туғаны Венерҙы ла ошо хеҙмәткә саҡыра, ул шулай уҡ Мәсетле районы эске эштәр бүлеге подполковнигы дәрәжәһенә тиклем хеҙмәт итте.
Раил Нәжип улы яҡшы ғаилә башлығы. Ҡатыны Рәшиҙә менән өс балаға – улы Рәмзил (1986 йылғы), ҡыҙы Альбина (1987) һәм улы – Айҙарға (1989) белем алырға ярҙам иттеләр. Бөтә балалары ла, атаһы кеүек, юрист һөнәрен һайланы. Өлкән улы Рәмзил Мәсетле район эске эштәр бүлегендә эшләне, хәҙер ул МХО-ла, офицер. Улы Айҙар Мәсетле район судында суд приставы булып эшләне, офицер, шулай уҡ МХО-ла. Ҡыҙы Альбина – банк хеҙмәткәре. Бөтә балаларының да үҙ ғаиләләре бар, ейән-ейәнсәрҙәре олатай-өләсәйҙәрен ҡыуандыра.
Раилдың ҡатыны Рәшиҙә ғүмер буйы сауҙа өлкәһендә – район ҡулланыусылар союзында эшләне, сауҙа ветераны.
Ошо көндәрҙә Раил Нәжип улы Ғәләев үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләргә йыйына.
Вәрис ВӘЛИЕВ,
Эске эштәр министрлығы ветераны.