Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
11 Июнь 2025, 16:00

Тиңләр инек һеҙҙең ғүмер юлын алтындан да ҡиммәт байлыҡҡа

Ғүмер юлыбыҙҙа беҙ күпме кешене осратабыҙ? Бик күп... Ошондай осрашыуҙарҙың береһе хәл иткес булыуы ла ихтимал. Әләгәҙ ауылынан быйыл алтын туйҙарын билдәләгән был парҙың да шулай була.

Тиңләр инек һеҙҙең ғүмер юлын алтындан да ҡиммәт байлыҡҡа
Тиңләр инек һеҙҙең ғүмер юлын алтындан да ҡиммәт байлыҡҡа

1975 йылдың матур һәм ҡояшлы көндәренең береһендә, 6 июндә, Альвера Хәмит ҡыҙы һәм Рәлиф Шәрәфетдин улы Мөхәмәҙуллиндар туй үткәрә һәм күркәм ғаилә ҡора. Сығышы менән улар икеһе лә Әләгәҙ ауылынан. Йәштәр егет армия хеҙмәтенән ҡайтҡас таныша, ике йыл дуҫлашып йөрөйҙәр.
Рәлиф Мөхәмәҙуллин Өфө ҡалаһында техник училище тамамлағандан һуң, 1971 йылда яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында электромашинист булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Шул уҡ йылдың майында уны Совет армияһы сафына саҡыралар. Германияла танк ғәскәрҙәрендә ауыр танк йөрөтөү буйынса өлкән техник-водитель булып хеҙмәт итә.
1973 йылда өлкән лейтенант дәрәжәһендә демобилизациялана. Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында Ауыл хужалығын механизациялауҙы ойоштороусылар курсында уҡый, шулай уҡ Башҡортостан ауыл хужалығы институтында “Иҡтисад һәм ауыл хужалығын ойоштороу” буйынса һөнәр ала.
Дипломлы белгес ул йылдарҙағы райондың иң эре хужалығы булған “Мәсәғүт” иген совхозына ауыл хужалығы машиналары буйынса механик итеп тәғәйенләнә. Бер йылдан күп көс талап иткән процестарҙы механизациялау буйынса инженер, ә һуңынан хужалыҡтың баш инженеры вазифаһын башҡара.
Рәлиф Шәрәфетдин улының дөйөм хеҙмәт стажы 40 йылдан ашыу тәшкил итә, шуның 30-ын ауыл хужалығына бағышлай. Намыҫлы хеҙмәте өсөн йәмәғәт ойошмаларының миҙалдары һәм билдәләре, грамоталар, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Бөрө медицина училищеһын тамамлаған Альвера Хәмит ҡыҙы Ҡорғат ауылында фельдшер булып эшләй. Туйҙан һуң тыуған ауылына ҡайта һәм үҙенең профессиональ юлын Әләгәҙ дауаханаһында дауам итә. Ул бөтә ғүмерен медицинаға бағышлай, намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеме бирелә.
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да Мөхәмәҙуллиндар ғаиләһе ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ярҙамсы хужалыҡта мал, өйрәк аҫрайҙар. Ғаилә башлығы бал ҡорттарын ҡарау, балыҡ тотоу, бәшмәк йыйыу менән мауыға. Альвера Хәмит ҡыҙы сәскәләр үҫтерергә, тәмле ризыҡтар әҙерләргә ярата. Улар ике бала тәрбиәләп үҫтерҙе, юғары белем алырға ярҙам итте. Ҡыҙҙары Эльвина – банк хеҙмәткәре, улдары Ренат – инженер-төҙөүсе, оҙаҡ ваҡыт төньяҡ Яҡутияла эшләй, хәҙер Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Ата-әсәһе уларҙа әҙәплелек, яуаплылыҡ һәм тәүәккәллек тәрбиәләгән, хәҙер биш ейән-ейәнсәренә, шулай уҡ ике йәш ярымлыҡ бүләһенә лә шундай уҡ тәрбиә бирәләр.

Әләгәҙ ауылынан ҡәҙерле әниебеҙ АЛЬВЕРА ХӘМИТ ҡыҙы менән әтиебеҙ РӘЛИФ ШӘРӘФЕТДИН улы МӨХӘМӘҘУЛЛИНДАРҙы алтын туйҙары – 50 йыл бергә йәшәүҙәре менән ҡотлайбыҙ.
Яратҡан әти-әниебеҙ! Беҙҙе, балаларығыҙҙы, йылы, бөхтә өйөбөҙҙә һәм таҙа йортобоҙҙа шау сәскәләргә күмелеп ултырған баҡсалар менән ҡаршы алаһығыҙ. Беҙҙе хәстәрләп, күңел йылыһы биреп бешергән ҡайнар аштарығыҙ, күпереп бешкән бәлештәр, сәк-сәк, өсмөйөштәр телде йоторлоҡ тәмле була.
Һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һеҙ беҙҙең өсөн был донъяла иң ҡәҙерле, иң изге кешеләр. Иҫән-һау, барыбыҙға терәк булып, матур итеп йәшәүегеҙ беҙгә лә көс, ғорурлыҡ, бәхет биреп тора. Бөгөн беҙ барыбыҙ ҙа тыуған йортобоҙҙа йыйылып, һеҙҙе ошо мөһим ваҡиға менән тәбрикләйбеҙ. Ныҡлы һәм татыу ғаилә ҡороп, ярты быуат буйына шатлыҡ-ҡыуаныстар менән бүлешеп, ҡулға-ҡул тотоноп тормош һуҡмағынан бергә атлайһығыҙ. Мөхәббәтегеҙ һәм тоғролоғоғоҙ барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора. Мөхәббәттең һәм ғаилә нигеҙенең ныҡлы булыуын үҙ өлгөгөҙҙә иҫбатлайһығыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ энергия һәм яңы бәхетле мәлдәр теләйбеҙ. Көндәрегеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулы һәм имен булһын. Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын. Оҙаҡ йылдар беҙҙе ҡыуандырып, бергә бәхетле, матур ғүмер итегеҙ! Барыһы өсөн дә мең-мең рәхмәт һеҙгә, әти-әниебеҙ!
Иң изге теләктәр менән, һеҙҙе яратып һәм хөрмәт итеп балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ һәм бүләгеҙ.

Автор: