Гөлсирә Мазһар ҡыҙы Шафиҡова Яңы Мишәр ауылында тыуып үҫкән.
– Тәбиғәттең иң һоҡланғыс мәле ине. Алмағастар, муйылдар ҡарҙай сәскәгә күмелгән, әйтерһең, ял итергә күктән аҡ болоттар төшкән, тип хәтерләр ине инәйем, – ти шағирә хәтирәләргә бирелеп.
Тулҡынланып торған ҡап-ҡара сәсле, бәләкәй йүгерек ҡыҙыҡайҙың хәбәрҙәрен ололар көлөп һөйләй торған булғандар.
– Ҡайҙа ашығаһың? – тиһәләр, бәләкәй Гөлсирә:
– Йән тартмаһа, ҡан тарта, Рәйсә әбейемдәргә китеп барам, – тип яуаплаған икән.
Миңлеәхмәт бабаһының өйө уның өсөн икенсе бала саҡ йорто була. Уҡытыусы Тимерхан ағаһы китапҡа һөйөү тәрбиәләп, китапханасы һөнәренә юл аса.
Тыуған ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай, һуңынан Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә уҡый. Өфө китапхана техникумында белем алыуын дауам итә, уны 1976 йылда тамамлай. Тыуған районында мәҙәниәт бүлеге инспекторы, китапханасы, Йонос ауыл китапханаһы мөдире булып эшләй. Хәҙер хаҡлы ялда.
Беҙ, уҡыусылар, Гөлсирә Шафиҡованы шиғырҙар авторы булараҡ беләбеҙ. Улар ябай кешене борсоған нимәләр тураһында: ваҡыттың тиҙ үтеүе, мөхәббәт һәм дуҫлыҡтың ихласлығы, йыл миҙгелдәренең һоҡланғыс мәлдәре, тыуған яҡтарҙы һағыныу, киләсәккә өмөт менән ҡарау... Уның ижадына нескә юмор, сағыу образлылыҡ, көтөлмәгән боролоштар һәм сағыштырыуҙар хас.
1997 йылдан Гөлсирә Шафиҡова республиканың Яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы булып тора. Беренсе китабы 1992 йылда донъя күрә – “Тере мендәр” шиғри йыйынтығы була ул.
“Шиғыр нисек тыуа?” тип күптәр ҡыҙыҡһынған һорауға Гөлсирә Мазһар ҡыҙы былай тип яуап бирә:
– Әҫәр яҙыу өсөн күңел тетрәнеүе кәрәк, минеңсә. Һөйөү, һоҡланыу, нәфрәтләнеү, ғорурланыу хистәре тынғылыҡ бирмәһә, уларҙы башҡаларға ла ишеттергең килһә, күңелдә уйҙар тыуа, улар тылсымлы тере һүҙгә әйләнә.
Ғалим, әҙәбиәт белгесе, тән-ҡитсе Әнғәм Хәбиров Гөлсирә Шафиҡованың ижадына байҡау яһап, былай, ти: “Гөлсирә Шафиҡованың шиғырҙарының күҙгә бәрелеп торған өҫтөнлөгө, йәлеп итеү көсө – ҡыҫҡалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Был – үҙмаҡсат түгел, әлбиттә. Иң мөһиме – аҙ ғына һүҙ менән дә мейегә һеңеп ҡалырҙай отошло фекер әйтә алыу. Гөлсирә ошондай һәләткә эйә шағирәләр сафында. Миҫал өсөн ике генә строфанан торған “Һуңғы сағыулыҡ” тигән шиғырҙы килтерәйек:
Эй, Көҙбикә! Һин хәс миңә оҡшаш –
Буяу яҡҡан күркәм ҡатын-ҡыҙ!
Сәсең – һары, күҙ ҡабағың – йәшел,
Ирендәрең сейә – ут ҡыҙыл.
Тетрәндергес һуңғы сағыулығың
Булған өсөн ваҡытлыса, ҡыҫҡа.
Балҡыр инек, күңел һоҡландырып,
Буяуҙар бит уңа. Ваҡыт – ҡыҫҡа.
Үҙ аллы ике һүҙҙе ялғау һөҙөмтәһендә көҙҙөң бикәгә әйләнеп киткәнлеген ишеткәнем юҡ ине әле быға тиклем. Көтмәгән ерҙән бына тигән яңы поэтик образ тыуған да баһа. Ул Гөлсирәнең табышылыр, моғайын. Лирик героиня үҙен ҡайһылай оҫта итеп Көҙбикә менән сағыштырған! Бында юҡ-барға һүҙ уйнатыу юҡ – бөтәһе лә үҙ урынында, һәммәһе лә самалы, барыһы ла үҙ ролен уйнай.
“Гөл кеүекмен”, “Мин – тамсы”, “Дуҫыма”, “Ғүмер”, “Үҙ һүҙем”, “Ҡайынҡайым” тигән шиғырҙар ҙа ошо юҫыҡта яҙылған. Улар уҡыусыны аҡылға, яҡшылыҡҡа өндәй”.
Гөлсирә Мазһар ҡыҙының ижады Рәшит Әхтәри һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәби премиялар менән билдәләнгән. Ул әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара. Мәктәптәрҙә һәм китапханаларҙа йыш ҡына үҙенең уҡыусылары менән осраша, әҙәби конкурстар ойоштороуҙа ҡатнаша.
Шиғыр яҙыуҙан тыш, Гөлсирә Мазһар ҡыҙы фото һәм кино төшөрөү менән шөғөлләнергә хыяллана. Ошо хыялдарҙың береһен тормошҡа ашыра: ул тәбиғәт, тыуған ауыл урамдары, яратҡан бесәйе йәиһә яҡындары янындағы ваҡыт кеүек тормоштоң мәлдәрен бик оҫта фотоға төшөрә. “Тирә-яҡ донъя” фотоконкурсында ҡатнаша.
Ижад шишмәгеҙ артабан да урғылып аҡһын, Гөлсирә Мазһар ҡыҙы!
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.
* * *
Ҡәҙерле ҡатыным, еңгәбеҙ, туғаныбыҙ ГӨЛСИРӘ МАЗҺАР ҡыҙы ШАФИҠОВАны саф йөрәктән юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Ул – Рәсәй, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы, Рәмзилә Хисаметдинова, Рәшит Әхтәри исемендәге премиялар лауреаты, ололар һәм балалар өсөн матур китаптар авторы, әҙәби һәм фотоконкурстарҙа еңеүсе, уңған ҡатын, хәстәрлекле әсәй, туғандарының күңелен яҡтыртыусы, сәхнәләрҙә үҙ һүҙен еткереүсе, көлдөрөргә лә, уйландырырға ла белеүсе. Тыуған яғыбыҙҙа беҙҙе яҡты йөҙ, алсаҡ күңел менән ҡаршылаусы, нәҫелебеҙҙе һаҡлаусы ла ул. Беҙ, Күгәрсен районының Мораҡ ауылында, Ағиҙел, Нефтекама ҡалаларында йәшәүсе туғандары, еңгәбеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Юбилейы менән ҡотлап, уның артабан да сәләмәт булыуын, ижад ҡомары һүрелмәүен, етмештә лә дәртле, әүҙем булыуын теләп ҡалабыҙ!
Һине ысын күңелдән хөрмәт иткән тормош иптәшең Фәтих, Рәшит, Лида, Сәғит, Фәйрүзә, Сажиҙә, Борис, Айгөл, Риза Шафиҡовтар һәм уларҙың балалары.
* * *
Алмағастар сәскәләнгән йәмле бер көндә Яңы Мишәр ауылында беҙҙең һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ ГӨЛСИРӘ МАЗҺАР ҡыҙы ШАФИҠОВА донъяға килгән. Бөгөн уға 70 йәш тулды.
Әсәй, һин – беҙҙең тормошобоҙҙо күк йөҙөндәге ҡояш кеүек яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ. Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙҙең, балаларыңдың, игелегендә, изгелегендә иҫән-имен оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Эй, ҡәҙерле әсәйебеҙ,
Бер үҙеңә – өс бала.
Өс бала, өс яҙмыш
Күңелеңә һыя ала.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән улың Юнир, киленең Гөлнара, ҡыҙҙарың Гөлназ, Зөлфиә, кейәүҙәрең Денис, Илгиз, ейән-ейәнсәрҙәрең Эмир, Эмилия, Анелия, Илнара, Илнур, Аэлита, Данияр.