Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
10 Апрель 2025, 15:55

Педагогик хеҙмәт ветеранына – 85 йәш!

Бөгөн педагогик хеҙмәт ветераны, яратҡан әсәй һәм өләсәй, Яңы Мөслим ауылынан күркәм ҡатын Роза Әмирова 85 йәшлек юбилейын билдәләй.

Педагогик хеҙмәт ветеранына – 85 йәш!
Педагогик хеҙмәт ветеранына – 85 йәш!

Роза Әхмәтсолтан ҡыҙы 40 йыл ғүмерен мәктәпкә, балаларға, яратҡан эшенә бағышланы. Ошо йылдар дауамында ул бары тик бер урында эшләне – Яңы Мөслим мәктәбендә география фәнен уҡытты. Хеҙмәт юлы башында музыка дәрестәрен алып барҙы. Матур итеп гармунда уйнай белә һәм һоҡланғыс тәбиғи тауышҡа эйә.
Күп йыллыҡ хеҙмәте һәм балаларҙы уҡытыуҙа, тәрбиәләүҙәге уңыштары өсөн “БР халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһе, РФ Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Әммә уның өсөн иң юғары награда – уның хәлен белешеп торған коллегалары һәм уҡыусыларының ихтирамы һәм һөйөүе, ҡунаҡҡа килеүҙәре, байрамдарға һәм осрашыуҙарға саҡырыуҙары.
Роза Әхмәтсолтан ҡыҙы – һөнәрендә генә түгел, ғаилә тормошонда ла уңышҡа өлгәшкән ҡатын. Ире Рафаил Хажиморат улы менән ярты быуаттан ашыу татыу йәшәнеләр. Һөйөү менән һуғарылған ғаилә усағы – һәр ваҡыт яҡты, уңайлы, таҙа һәм тыныс.
Ир менән ҡатын матур балалар үҫтерҙе, уларға белем алырға ярҙам итте. Бөгөн улар тормошта үҙ ғаиләләрен булдырған. Улдары Илдар “Башнефть-Добыча” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә оператор булып эшләй, Әлфиә ҡыҙҙары – үҙәк район дауаханаһында акушер, Гөлназ ҡыҙҙары әсәһе юлын һайлаған – Оло Ыҡтамаҡ лицейында уҡытыусы.
Роза Әхмәтсолтан ҡыҙына тормош юлында ҡайғыһын да кисерергә тура килә: алты йәшлек улы ҡаты сирҙән вафат була, 10 йыл элек тормош иптәше баҡыйлыҡҡа күсә. Әммә ул тормошҡа өмөтөн һүндермәй, рух ныҡлығын һаҡлап ҡала. Бөгөн балалары һәм ейәндәренең хәстәрлеген, һөйөүен тойоп йәшәй.
Роза Әмирова һәр көндө асыҡ сырай менән ҡаршы ала, киләсәккә оптимизм менән ҡарай. Әүҙем тормош алып бара, күп хәрәкәт итергә тырыша. Тәҙрә төбөндәге гөлдәре лә яҡшы кәйеф бүләк итеп, йыл әйләнәһенә шау сәскәлә ултыра. Аш-һыу әҙерләргә ярата, балаларын һәм яҡындарын хуш еҫле бәлештәре, тәмле аштары менән һыйлай.
Роза Әмирова киң күңелле, изгелекле, ҡунаҡсыллығы менән айырылып тора. Быны уның менән таныш булған һәр кем билдәләй. Күршеләре уға хөрмәт күрһәтә һәм һәр ваҡыт ярҙам итә.
Өлкән йәштәге хөрмәткә лайыҡ юбилярға ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Яңы Мөслим ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әнкәйебеҙ РОЗА ӘХМӘТСОЛТАН ҡыҙы ӘМИРОВА-ны ысын күңелдән юбилейлы тыуған көнө – 85 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Рәхмәт, әнкәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Кәңәштәрең кәрәк ауыр саҡта,
Тормош йәмле тик һин барында.
Ҡасан ҡайтһаҡ ҡапҡа асыҡ була,
Ҡаршылайһың асыҡ йөҙ менән.
Ауыр саҡта еңел булып китә
Һинең әйткән йылы һүҙҙәрҙән.
Барыбыҙҙың матур теләктәре
Күңелеңде, әнкәй, күтәрһен.
Бәхет, сәләмәтлек, шатлыҡ менән
Алдағы ғүмереңде үткәр һин!
Ҡотлау һүҙҙәре менән һине яратып балаларың, ейәндәрең, кейәүҙәрең, бүләләрең.

* * *

Яңы Мөслим ауылынан хөрмәтле, яратҡан уҡытыусыбыҙ РОЗА ӘХМӘТСОЛТАН ҡыҙы ӘМИРОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һеҙ тормош юлығыҙҙы еңел булмаған, әммә изге һәм бик мөһим эш менән бәйләнегеҙ. Хеҙмәтте, тормошто яратыуығыҙ, үҙ эшегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙ, кешелекле булыуығыҙ, балалар менән тиҙ уртаҡ тел таба белеүегеҙ Һеҙҙе тағы ла матурыраҡ, күркәмерәк итә. Һеҙгә оҙаҡ йылдарға етәрлек ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, бәхетле ғүмер, үҙегеҙҙе яҡшы тойоп, тормошоғоҙ шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына тороуын теләйбеҙ. Күңелегеҙ менән шәп, дәртле булып ҡалығыҙ!
Ҡотлау менән Яңы Мөслим мәктәбен
1969 йылда тамамлаусылар.

* * *

Яңы Мөслим ауылынан бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә, уларға белем биреүгә бағышлаған хөрмәтле коллегабыҙ – педагогик хеҙмәт ветераны РОЗА ӘХМӘТСОЛТАН ҡыҙы ӘМИРОВАны күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле юбилярға ныҡлы сәләмәтлек, яҡшы кәйеф, балалары, туғандары һәм дуҫтары хөрмәтендә бәхетле оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелегеҙ.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп Һеҙҙең ғүмерегеҙ!
Изге теләктәр менән Яңы Мөслим мәктәбенең
ветеран уҡытыусылары.

Автор: