Рафаил Яхъя улының исеме районыбыҙ тормошо һәм мәҙәниәте менән ныҡлы бәйле, ә кино сәнғәте үҫешенә индергән өлөшө – баһалап бөткөһөҙ.
Үҙ эшенә тоғро уҙамандың хеҙмәт юлы – сағыу ваҡиғаларға бай тотош бер эпопея. Златоуст ҡалаһында йәшәгән 17 йәшлек Рафаил Яхъя улы электрик һөнәрен үҙләштереп, үҙен яуаплы һәм маҡсатҡа ынтылыусан хеҙмәткәр итеп күрһәтә. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан йәш егет өс ауылда радиотапшырыуҙарҙы тәьмин итә, һуңынан Яраҫтау ауылында нефть быраулай, Салауат ҡалаһында электр двигателдәре йыя.
Яҙмыш уны Балаҡатай районы Яңыбай ауылынан Миндиямал Өмөтбай ҡыҙы менән осраштыра. Йәштәр ныҡлы ғаилә ҡора. Күпмелер ваҡыт Ниғмәтулиндар Златоуст ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Әммә һуңынан Рафаил Яхъя улы ғаиләһе менән тыуған ауылы Һабанаҡҡа ҡайта.
Нәҡ ошонда, тыуған яғында, ул тағы ла илһамланыбыраҡ тормош көтә башлай. 33 йыл дауамында бик күп ауылдаштарына, яҡташтарына ҡыуаныс өләшеп, байрам бүләк итеп, Салйоғот һәм Һабанаҡ ауылдарында киномеханик булып эшләй. Хеҙмәт йылдарында ул профессионал булыуы, изгелеклелеге һәм киносеанстарҙа байрам атмосфераһын тыуҙыра белеүе менән айырылып тора һәм шуға ла уның хеҙмәте юғары баһалана. Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте, тырышлығы өсөн Рафаил Яхъя улы “Рәсәй Федерацияһының почетлы кинематографисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Был уның талантын һәм үҙ эшенә тоғролоғон лайыҡлы таныу ул.
Рафаил Яхъя улы, бөгөн беҙ Һеҙгә хеҙмәтегеҙ, үҙ эшегеҙгә тоғролоғоғоҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге һәм йылыһы, яҡындарығыҙ хәстәрлеге теләйбеҙ! Һәр яңы көн тормошоғоҙға шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерһен!
Район мәҙәниәт бүлеге һәм Мәҙәниәт һарайы коллективтары.