Сөләймәновтар хеҙмәт юлдарын Аҡҡын ауылы янында төҙөлгән совхозда береһе – шофер, икенсеһе ашлыҡ елгәреүсе булып башлай. Совхоз тарҡалғас, Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп китеп, ПМК-ла эшләйҙәр. Бернисә йылдан ауылға ҡайтып, 1979 йылда йорт һалып инәләр. Ул бөгөнгө көндә ауылды йәмләп тора.
Сөләймәновтар ғаиләһе бер ул, өс ҡыҙ үҫтереп, уларға оло тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам итте. Барлыҡ балалары үҙ ғаиләләре менән татыулыҡта ғүмер кисерә.
“Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән”, – тип халыҡ юҡҡа әйтмәй. Мәүжиҙә лә, Фәсхетдин дә татыу, ярҙамсыл, ишле ғаиләләрҙә күрше йәшәп, бергә уйнап үҫкәндәр.
Бибисара һәм Йәғәфәр Сөләймәновтар бик уңған, изге күңелле кешеләр ине. Йәғәфәр ағай – һуғыш ветераны, партия сафында булды, малсылыҡта эшләне. Бибисара инәй – мәктәптә йыйыштырыусы.
Мәүжиҙәнең атаһы Әҡсән Зәбихуллин фермала эшләне, ҡатыны Нәфисә инәй һауынсы ине. Мәүжиҙә ете бала араһында иң өлкәне булып үҫте.
Мәүжиҙә менән Фәсхетдин Сөләймәновтарҙың балалары ла үҙҙәренә оҡшап уңғандар. Оло улы Фаил ҡатыны Сәриә менән Оло Ыҡтамаҡта ғүмер кисерәләр. Фаил – электрик, Сәриә балалар баҡсаһында эшләй. Өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Икенсе ҡыҙҙары Рузидә – Мәскәү ҡалаһында, Рәсәй Социаль фондында консультант булып эшләй, ире менән ике бала тәрбиәләй.
Розалия менән Лилиә исемле ҡыҙҙары Өфө ҡалаһында төпләнделәр. Лилиә – Өфөләге “УЗПК” йәм-ғиәтендә инженер-конструктор, Розалия – “Техномаш” йәмғиәтендә логистика буйынса менеджер. Икеһе лә – ике бала әсәһе.
Мәүжиҙә ғүмер буйы колхозда хеҙмәт итеп, 55 йәшендә хаҡлы ялға сыҡты. Фәсхетдин колхозда шофер, һуңынан мәктәптә ҡарауылсы, газ ҡаҙанлығы операторы булды, 60 йәшенән – пенсияла.
Тырыш ғаиләнең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Йорттары ялт итеп тора, һәр саҡ бөхтә, зауыҡ менән йыйыштырылған. Өҫтәлдә – тәмле аш, йылы икмәк, күмәс; йорт тирәһе бөтөн. Тәҙрә төптәрендә гөлдәре шау сәскәлә ултыра. Урам тултырып ҡош-ҡорт ҡарап, мал үрсетеп, гөрләтеп донъя көтәләр. Балалары ла ата-әсәһе янына йыш ҡайтып тора.
Был матур ғаилә пары бөгөн дә күңел йылыһын, һөйөү хистәрен һүрелтмәй йәшәй. Сөләймәновтар бәхетле ғаилә тормошоноң серен сабырлыҡта, үҙ-ара аңлашып йәшәүҙә күрә. Барлыҡ эште бергәләп эшләйҙәр. Балаларын да хеҙмәттә тәрбиәләнеләр, ейәндәре лә эш белеп үҫә. Бер-береһенә булған һөйөүе, хөрмәте, тоғролоғо балалары өсөн өлгө булып тора.
Ғаилә – тормош башы, һөйөү һәм шатлыҡ сығанағы. Ата-әсәһенең ярҙамы, аҡыллы кәңәштәре, өгөт-нәсихәттәре – һәр бала өсөн ҡыуаныс. Сөләймәновтар был йәһәттән балаларына ныҡлы терәк булып, үрнәк күрһәтеп йәшәй.
Морондоҡ инәләре
Зәлифә ҒӘЛИМОВА, Тайыш ауылы.
* * *
Тайыш ауылынан һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ МӘҮЖИҘӘ ӘҠСӘН ҡыҙы һәм ҡәҙерле атай-олатайыбыҙ ФӘСХЕТДИН ЙӘҒӘФӘР улы СӨЛӘЙМӘНОВТАРҙы ысын күңелдән матур байрамдары – алтын туйҙары менән ҡотлайбыҙ.
Һөйөклөләребеҙ барыбыҙҙы ла ҡыуандырып, һоҡландырып, 50 йыл ғүмер һуҡмағынан матур пар булып атлай. Нәҡ улар беҙгә дөрөҫ йәшәү һәм ысын һөйөү өлгөһө булып тора. Ҡәҙерлеләребеҙгә тағы ла оҙон-оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер итеүҙәрен, сәләмәтлек, уңыштар, бәхет теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙе бик ныҡ яратабыҙ!
Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ, киленегеҙ, кейәүҙәрегеҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, киленегеҙ, бүләгеҙ.