Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
6 Ноябрь 2024, 11:40

Ярты быуат бергә

50 йыл бергә ғүмер иткән парҙарға ҡарап, улар өсөн ихлас ҡыуанаһың. Улар һикәлтәле оло тормош юлында бер-береһенә терәк, дуҫ һәм кәңәшсе булып йәшәй. Шундай ғаиләләрҙең береһе – Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Корлыхановтар.

Ярты быуат бергә
Ярты быуат бергә

Надежда Павловна һәм Николай Иванович сығыштары менән Силәбе өлкәһенең Нязепетровск районынан. Бер ауылда тыуып үҫкәндәр. Бер-береһен бала саҡтан беләләр. Күрше урамдағы ҡыҙҙың ҡасандыр уның ғүмерлек юлдашы булырын Николай уйына ла килтермәй.
Студент йылдарында каникул ваҡытында улар бер компанияға йыйыла. Николай ябайлығы һәм шаян булыуы, бик күп көлкөлө хәлдәр һәм көләмәстәр белеүе менән ҡыҙҙың иғтибарын йәлеп итә. Ошондай аулаҡта йәштәр араһында һөйөү хисе ярала ла инде.
Һуңғы курста өйләнешәләр. 1975 йылда, Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтын тамамлағандан һуң, ғаилә башлығын Оло Ыҡтамаҡ ауылына эшкә ебәрәләр. Йәш педагог Надежда ла уның артынан юллана.
Николай Иванович үҙенең хеҙмәт юлын “Сельхозэнерго” производство берекмәһендә инженер булып башлай, бер йылдан уны ошо ойошмала баш инженер итеп тәғәйенләйҙәр.
Юғары белеме булмаған йәш уҡытыусыға мәктәптә урын табылмай, Надежда Павловна почтаға телефонсы булып урынлаша. 1977 йылда “Светлячок” балалар баҡсаһы асыла һәм педагог тәрбиәсе итеп алына, өс йыл шунда эшләй. 1981 йылдан алып пенсияға сыҡҡансы 1-се һанлы Оло Ыҡтамаҡ мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡыта, һигеҙ йыл башланғыс кластар буйынса директор урынбаҫары була. Ул 30 йылдан ашыу ғүмерен үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә арнай. Башланғыс мәктәптең ете сығарылыш класы балаларына белем бирә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та эшмәкәрлеген дауам итә: ете йыл “Ромашка” балалар баҡсаһында буласаҡ беренселәрҙе мәктәпкә әҙерләй.
1979 йылдан Николай Иванович 20 йылдан ашыу “Серп и молот” колхозында эшләй, шуның 14 йылын ошо хужалыҡ менән етәкселек итә. 2000 йылдан Мәсетле районының ауыл хужалығы идаралығында ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү һәм сифаты буйынса баш дәүләт инспектор булып эшләй. 2003 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы “Энергосбыт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең участка инженеры, һуңынан участка начальнигы була. Шулай итеп Корлыхановтар ғаиләһе Мәсетле ерендә нығынып ҡала.
Уларҙың хеҙмәте күп наградалар менән баһаланған: Николай Иванович – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Мәсетле районының почетлы гражданы, хеҙмәт ветераны, Надежда Павловна – Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы һәм хеҙмәт ветераны.
Корлыхановтар ғаиләһе ике бала тәрбиәләгән. Улар – дүрт ейән-ейәнсәргә бәхетле олатай һәм өләсәй.
– Тормошта барыһы ла була, – ти Николай Иванович. – Иң мөһиме – төрлө хәлдәрҙе тыныс ҡабул итергә, намыҫыңды һаҡларға кәрәк. Оҙаҡ йылдар бәхетле парлы ғүмерҙең нигеҙе бер-береңде ихтирам итеүҙә һәм һөйөүҙә, тип иҫәпләй ул.
Был ғаилә хеҙмәте менән матур. Надежда Павловна – ҡунаҡсыл, әҙәпле, хәстәрлекле тормош иптәше, әсәй һәм өләсәй, аралашыусан, ыңғай, яуаплы һәм тоғро дуҫ. Ул бик матур йырлай, “Рябинушка” ансамбле составында сығыш яһай. Николай Иванович – сабыр, хәстәрлекле ир, атай һәм олатай. Уны шаян, юморға бай кеше булараҡ беләләр. Балыҡ тотоу менән мауыға.
Ир менән ҡатын бер ҡасан да эшһеҙ ултырмай. Йәйгеһен улар баҡса үҫтерә, ҙур булмаған хужалыҡ алып бара, төрлө ҡайнатмалар, салаттар әҙерләй.
6 ноябрҙә Надежда Павловна менән Николай Иванович Корлыхановтар ғаилә тормошоноң алтын юбилейын билдәләй. Илле йыл – ул оло бер ғүмер, әммә, ир менән ҡатындың әйтеүенсә, ваҡыт бик тиҙ уҙған. Улар бәхетле, яҡты тормош мәлдәрен генә хәтерендә һаҡлай, ҡайғы-хәсрәтте, ауырлыҡтарҙы һәм проблемаларҙы намыҫ менән еңеп сыҡҡан. Ә тормош уларҙы бер нисә тапҡыр ныҡлыҡҡа һынап ҡарай. Улар бергә күп нәмә күргән, байтаҡ эштәр башҡарған. Үҙенең икенсе яртыһын өҙөлөп яратҡан һәм ҡәҙерләгән кешеләр генә оҙаҡ йылдар бергә була ала.
Наталья РУСИНОВА.

Автор: