Гөлнәзирә Тәбриз ҡыҙы 1949 йылдың 3 ноябрендә Мәсетле районы Төрөпкилде ауылында тыуа. Атаһы Тәбриз Вафа улы бухгалтер булып эшләй, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Әсәһе оҫта тегенсе була. Биш баланың иң өлкәне булараҡ, Гөлнәзирә туғандарын хәстәрләп, ата-әсәһенә ярҙамсы булып үҫә.
1957 йылда Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенә уҡырға инә. 1967 йылда уны көмөш миҙал менән тамамлай һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтының математика факультетына уҡырға инә.
Тырыш уҡыусы мәктәп йылдарында уҡ саңғы ярыштарында ҡатнаша. Ғатауллин Шакирйән Нурый улының иң шәп саңғысыһы була, һәр саҡ призлы урындар яулап тренерын шатландыра.
Студент йылдарында ла спорттан айырылмай. Факультетта үткәрелгән ярыштарҙа алдынғылар рәтендә була.
Дипломлы белгес Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенә эшкә ҡайта һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы балаларға математика фәненән төплө белем бирә.
Гөлнәзирә Тәбриз ҡыҙының үҙ фәнен яҡшы белеүе, һәр саҡ камиллыҡҡа ынтылыуы, иң тәү сиратта үҙ-үҙенә талапсанлығы, белемен уҡыусыларға аңлайышлы еткерә алыуы балаларҙы һоҡландыра, математика фәнен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята. Тырыш уҡытыусының бик күп уҡыусылары төрлө тармаҡтарҙа уңышлы эшләп йөрөй.
Гөлнәзирә Тәбриз ҡыҙы етәкләгән кластар мәктәптә өлгәш һәм белем сифаты буйынса һәр саҡ алдынғы булып, барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаштылар.
– Класс етәксебеҙ беҙҙең һәр беребеҙҙе шәхес итеп күрҙе. Фәһемле, ҡыҙыҡлы класс сәғәттәрен, кәңәштәрен һаман да иҫләйбеҙ. Ул биргән тормош һабаҡтары беҙгә һәр саҡ ярҙам итте, рухи көс бирҙе, тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, маҡсатлы йәшәргә өйрәтте, – тип рәхмәт әйтә Вәлимә Вәрис ҡыҙы.
Отставкалағы капитан Мансур Ахунов уҡытыусыһы тураһында матур иҫтәлектәр менән уртаҡлаша:
– Гөлнәзирә апа беҙгә математиканан төплө белем бирҙе, уйларға, фекерләргә өйрәтте, шуға ла хәрби училищела уҡыуы миңә еңел бирелде. Остазыма бик рәхмәтлемен.
Мәктәптә эшләгән йылдарын Гөлнәзирә Тәбриз ҡыҙы һағынып иҫкә ала. Һәләтле уҡытыусы Ғәлимов Әкрәм Лотфулла улы етәкселегендә улар спектаклдәр ҡуялар, концерттарҙа сығыш яһайҙар.
Ул – актив агитатор, һайлау комиссияһында, ҡатын-ҡыҙҙар советында эшләй. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенең партия ойошмаһын етәкләй.
Гөлнәзирә Тәбриз ҡыҙының һеңлеләре Мәрйәм һәм Наилә лә уҡытыусы һөнәрен һайланылар.
– Апайым беҙгә һәр саҡ өлгө, терәк булды. Ҡатмарлы формулалар һәм һандар донъяһының серен асты, фәһемле кәңәштәр биреп ярҙам итте. Апайым бер ваҡытта ла тормошҡа зарланмай, эшсән, түҙемле, сабыр, эшһөйәр кеше ул. Кешегә ауыр һүҙ әйтмәй, кәңәштәре менән кәйефте күтәреп ебәрә белә, – тип хәтерләй Мәрйәм апай.
Гөлнәзирә Тәбриз ҡыҙы класташы Алексей Әхмәҙуллин менән татыу ғаилә ҡороп өс балаға ғүмер бирҙеләр. Улар һәр береһе тормошта үҙ урындарын табып, матур йәшәйҙәр.
Бөгөн Гөлнәзирә апай тормош иптәше менән гөрләтеп донъя көтәләр. Баҡсаларында матур сәскәләр, еләк-емеш үҫтерәләр, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүләләрен шатланып көтөп алалар.
Ҡәҙерле уҡытыусыбыҙ, остазыбыҙ Гөлнәзирә Тәбриз ҡыҙы – ауылыбыҙҙың хөрмәтле ағинәйе. Изге доғалары менән йәштәргә нәсихәттәр уҡып ғүмеренең алтын көҙөн ҡаршылай.
Хөрмәтле уҡытыусыбыҙ Гөлнәзирә Тәбриз ҡыҙы Әхмәҙуллинаны күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, балаларығыҙҙың изгелеген күреп, ҡыуаныста-шатлыҡта йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Оло хөрмәт менән Гөлназ ЙӘНТҮРИНА.
* * *
Ҡотош ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәй-өләсәйебеҙ ГӨЛНӘЗИРӘ ТӘБРИЗ ҡыҙы ӘХМӘҘУЛЛИНАны 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, алдағы көндәреңдә лә сәләмәт булып, беҙҙең шатлыҡтарға һөйөнөп, күңел тыныслығында, ҡайғы-хәсрәт күрмәй йәшәргә яҙһын. Беҙ һине бик яратабыҙ, барыһы өсөн дә рәхмәт әйтәбеҙ. Һәр иртә ҡыуаныслы хәбәрҙәр, шатлыҡлы мәлдәр менән тулып торһон.
Сал сәстәрең бигерәк күркәм,
Күҙҙәреңдә – ғорур сабырлыҡ.
Яғымлы һүҙ, тыйнаҡ аҡыл –
Барыһы ла үрнәк алырлыҡ.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Шатлыҡ менән үтһен һәр көнөң,
Ҡоростоҡо булһын таҙалығың,
Ҡояштыҡы булһын ғүмерең!
Ҡотлау менән тормош иптәшең, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм бүләң.