Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
1 Ноябрь , 11:40

Үҫеп килеүсе быуын сәләмәтлеге һағында – 80 йыл

Быйыл районыбыҙ ынйыһы – Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһына – 80 йыл. Дауалау учреждениеһын республикала ғына түгел, унан алыҫта ла яҡшы беләләр.

Үҫеп килеүсе быуын сәләмәтлеге һағында – 80 йыл
Үҫеп килеүсе быуын сәләмәтлеге һағында – 80 йыл

Оло юбилей айҡанлы район Мәҙәниәт һарайында байрам уҙҙы. Унда шифахананың ышаныслы һәм берҙәм коллективы вәкилдәре, ветерандар, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.
Коллективты һәм хеҙмәт ветерандарын мөһим дата менән район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин ҡотланы.
– Шифахана районыбыҙҙың ысын ғорурлығы булып тора. Беҙ, мәсетлеләр, уның менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. 80 йыл эсендә шифаханала дауалауҙың һөҙөмтәле методикаһы әҙерләнде һәм ул уңышлы ҡулланыла, ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирә. Балалар ата-әсәләре менән Башҡорт-остан Республикаһының иң яҡшы шифаханаларының береһендә матур ял итһен һәм һаулығын нығыта алһын өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылды, – тип билдәләне ул.
Әнис Ҡасим улы үҙ сығышында һөнәри оҫталыҡ, намыҫлы хеҙмәт һәм граждандар һаулығын һаҡлауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән өсөн шифахана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Шифахана коллективы исеменә Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы директоры Анастасия Бәҙәмшинанан, Дыуан медицина округы буйынса штаттан тыш баш белгес, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимовтан, Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Рауил Хәлфиндан, Мәсетле районы ветерандар советы рәйесе Зилә Рәхимҡолованан, “Аҡбуҙат” республика психоневрология шифаханаһының баш табибы Гөлшат Имаеванан, Өфө ҡалаһы “Дуҫлыҡ” шифаханаһының баш табибы Светлана Кәримованан рәхмәт һүҙҙәре һәм изге теләктәр яңғыраны.
1998 – 2012 йылдарҙа шифахана менән етәкселек иткән Мәсетле районының почетлы гражданы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Фәрит Каев үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ул республика Президенты Мортаза Рәхимовтың шифахананы реконструкциялауҙа ҙур ярҙам күрһәтеүен билдәләне.
Шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, юғары категориялы уҡытыусы Людмила Андриевских баш табиптың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары вазифаһында эшләү йылдары тураһында һөйләне. Ул 33 йыл ғүмерен шифаханаға биргән. Тарих һаҡлаусы һәм һуңынан шифахана музейын ойоштороуға нигеҙ булған материалдар һәм фотоһүрәттәр уның ярҙамында тупланған.
Байрамдың абруйлы ҡунаҡтарының береһе – Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһынан 87 йәшлек Леонард Фазлыев. 1947 йылда 10 йәшендә Мәсетле шифаханаһында булған. Ул үҙен һауыҡтырыуға күп көс һалғандарҙың барыһына ла рәхмәтле. Ир һаман да шифахананы йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала.
Шул уҡ көндө ата-әсәләре менән балалар өсөн Мәсетле шифаханаһы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләнеләр.
Шәфҡәт туташы Рита Аҙнабаева “БР Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” почет билдәһенә лайыҡ булды, производство һәм хеҙмәт бүлмәләрен йыйыштырыусы Лилиә Хизбуллина БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде, шәфҡәт туташы Эльза Шакироваға БР һаулыҡ һаҡлау министрының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Мәсетле районы хакимиәтенең Почет грамотаһын массаж буйынса шәфҡәт туташы Зөлфиә Ҡәләмоваға, сестра-хозяйка Фәниә Манаеваға, ашнаҡсылар Ирина Секерина һәм Рәфилә Зариповаға, бухгалтерҙар Наталья Макаева һәм Гөлсинә Вәхитоваға, өлкән тәрбиәсе Зөлфиә Кәримоваға, кадрҙар буйынса төп белгес Гүзәл Саттароваға тапшырҙылар. Мәсетле районы хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән физиотерапия буйынса шәфҡәт туташы Зөлфиә Ғилметдинова һәм медицина регистраторы Елена Ғиләжева бүләкләнде (һүрәттә).
Шулай уҡ тантаналы шарттарҙа Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы наградалары тапшырылды. Баш табип Анастасия Бәҙәмшина РФ Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының “Иң яҡшы социаль партнер” күкрәк билдәһенә лайыҡ булды, ә профсоюз ойошмаһы рәйесе Лилиә Ғәлиева – “Социаль партнерлыҡты үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн” билдәһенә.
Шифахана етәкселегенең Почет грамотаһына Анна Филимонова, Юлия Микушина, Ира Хәйүмова, Елена Свечникова, Илмира Мөхәмәтдинова, Альбина Ғибәҙуллина, Гөлназ Ишмөхәмәтова, Хафиза Шәйәхмәтова, Злата Швецова, Елена Кобякова, Алия Нурдәүләтова, Лилиә Ғәлимйәнова, Айгөл Ғилманова лайыҡ булды.
Шифахана етәкселегенең Рәхмәт хаты Роза Йәрмиеваға, Наталья Дудинаға, Ирина Григорьеваға, Фәнис Хөсәйеновҡа, Рима Ғәниеваға, Резеда Әхкәмоваға, Гөлнара Вәлиеваға, Лариса Ғәниеваға, Гөлнур Ғиниәтуллинаға, Альбина Зиннуроваға тапшырылды.

Тарихтан
Балалар шифаханаһы 1944 йылдың 24 июнендә колхоз-ара ял йорто нигеҙендә ойошторолған. Ул республиканың төньяҡ-көнсығышында балалар өсөн тәғәйенләнгән 50 урынлыҡ тәүге һауыҡтырыу учреждениеһы була.
Шифахананың тәүге пациенттары – ҡамауҙа ҡалған Ленинград ҡалаһы балалары. Шифахананың беренсе баш табибы Ленинградтан эвакуацияланған Амалия Айзина була. Директор итеп Абдрахман Хафизов тәғәйенләнә.
Һуңынан хеҙмәткәрҙәр районыбыҙҙың һуғыш ваҡытында йонсоған балаларын һауыҡтырыуға тотона. Шәфҡәт туташтары бөтә ауылдарҙы, йорттарҙы йөрөп сыға һәм хәлһеҙ балаларҙы шифаханаға килтерә. Бында уларҙы йыуындыралар, сәстәрен киҫәләр, кейемдәрен алмаштыралар. Ул ваҡытта төп дауалау сифатында яҡшы туҡланыу булған.
Шәфҡәт туташтары, бала ҡараусылар һәм тәрбиәселәр ярҙамында шифахана үҙ хужалығын булдыра: ферма төҙөй, мал аҫрай, иген һәм йәшелсәләр үҫтерә, ә шифахана тирәләй емеш-еләк баҡсаһы барлыҡҡа килә.
Артабанғы йылдарҙа шифахана әүҙем үҫешеүен һәм урындар һанын арттырыуын дауам итә. 1959 йылда ул пульмонология тип үҙгәртелә һәм сменаһына 50 түгел, ә 100 баланы ҡабул итә башлай. Һыу, йылытыу, канализация системалары эшләнә, ашхананың яңы бинаһы, ике ҡатлы йоҡо корпусы, яңы залдар төҙөлә, кәрәкле транспорт һатып алына. Төрлө йылдарҙа шифаханала Николай Баутин, Рәшит Ғарипов, Галина Нужная һәм Александр Скрябин етәксе була.
Шифахана Фәрит Каев етәкселегендә яңы тормош башлай. Республика Президенты Мортаза Рәхимов ярҙамы менән 1999 йылдың июнендә шифахананың яңы корпусы төҙөлә башлай. 2001 йылдың октябрендә дүрт ҡатлы заманса йоҡо корпусы, яңы һыу һәм ләм менән дауалау бүлмәләре асыла. Шифахана койка-урын һаны буйынса сменаһына 200 кеше ҡабул итеүгә иҫәпләнә. 4 йәштән 10 йәшкәсә балаларҙы ата-әсәләре менән һауыҡтырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор: