Уҡытыусыбыҙҙың хаҡлы ялға сығыуына 20 йылдан күберәк ваҡыт үтеп киткән, әммә беҙ уны осратҡан һайын бала сағыбыҙға әйләнеп ҡайтҡандай булабыҙ, тәжрибәһеҙ, үҫмер уҡыусыларға әйләнәбеҙ…
Әминә Шакир ҡыҙы Свердловск өлкәһе Араҡай ауылында тыуған, Оло Аҡа ауылында уҡыған. Сыуаш АССР-ы Ҡанаш педагогия училищеһын ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Сыуаш дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетында белем алыуын дауам итә. Хеҙмәт юлын да ошо тарафтарҙа башлай.
Өс йылдан Мәсетле районына ҡайта. Башта Оло Аҡа мәктәбендә, һуңынан Степной ауылының башланғыс мәктәбендә уҡыта.
1976 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем уның эш урыны иренең тыуған ауылы Һабанаҡта була.
Беҙҙең класты алғанда ул Һабанаҡ мәктәбенең бер нисә быуын балалар уҡытып сығарған иң тәжрибәле профессионалдары иҫәбендә ине. Педагогтың наградалары араһында бик күп рәхмәт хаттары, почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр бар.
Беҙҙең класта күптәр Әминә Шакир ҡыҙының дәрестәре тураһында ата-әсәләре, өлкән ағалары һәм апалары һөйләгәндән сығып башланғыс мәктәптән үк белә ине. Ул ваҡытта уҡ мәктәп коридорында Әминә Шакир ҡыҙының һомғол буйын күреп, уның бөхтәлегенә, талапсанлығына, дөрөҫ һүҙҙәр һайлап әйтә белеү оҫталығына һоҡландыҡ.
Класыбыҙ шуҡ, инициативалы һәм ҡайһы берҙә бик әүҙем булды. Беҙҙең дәртте кәрәкле йүнәлешкә йүнәлтеү өсөн күнекмәләр һәм тәжрибә талап ителде. Класс етәксебеҙ был хәлдән оҫта сыға ине. Уның белеп етәкселек итеүе һөҙөмтәһендә класта һәр ваҡыт дисциплина булды һәм ул үҙе бар нәмәлә беҙгә өлгө булып торҙо: мәктәпкә һәр ваҡыт иртә килә, кейеме – бөхтә, ә эш өҫтәлендә – тәртип.
Уның дәрестәре һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы уҙа – Әминә Шакир ҡыҙын тыңлаған һайын тыңлағы килә. Ул – үҙ эшенең оҫтаһы, шуға күрә рус теле һәм әҙәбиәте яратҡан предметыбыҙға әйләнде. Әҙәби геройҙар миҫалында илебеҙ тарихын, яҙмышын белдек. Үҙенең предметын төплө белгән педагог яҙыусылар һәм шағирҙар тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләй, шуның менән беҙҙе уларҙың ижадына ғашиҡ итә.
Тәү ҡарашҡа ҡәтғи булып күренгән уҡытыусыбыҙ беҙҙең өсөн борсола – һәр беребеҙҙең холҡон өйрәнеп, иғтибарҙы нимәгә йүнәлтергә кәрәклеген белә: берәүгә яҙыу өҫтөндә эшләргә, икенсегә күберәк уҡырға, өсөнсөбөҙгә диктанттарҙа иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итә.
Ул һәр ваҡыт профессионал булып ҡалды, бер ҡасан да тауышын күтәрмәне, хаталарға тактик күрһәтеп, эшлекле кәңәштәр бирҙе.
Күңелендә нимә булғанын беҙ бер ҡасан да белмәнек, әммә һәр һүҙебеҙҙе һәм ҡылығыбыҙҙы уҡытыусыбыҙҙың үҙ йөрәге аша үткәргәнен тойҙоҡ. Әминә Шакир ҡыҙы һуғыш йылдары шиғырҙарын һәм йырҙарын күҙ йәштәре аша тыңлай, үткәрелгән сараларға тулҡынланып әҙерләнә, һәр һүҙен үлсәп әйтә. Һәм беҙҙән ул өлкәндәргә ихтирамлы мөнәсәбәт, кеселәргә өлгө булыуҙы, вәғәҙә ителгәнде һәр ваҡыт үтәүҙе, пунктуаль булыуҙы, Ватанды яратыуҙы, уның тарихын белеүҙе талап итте.
Уҡытыусыбыҙҙы күреп һөйләшеү беҙҙең өсөн һәр ваҡыт ҡыуаныслы ваҡиғаға әйләнә. Элеккесә тормошобоҙ менән ҡыҙыҡһына, уңыштарыбыҙ өсөн шатлана. Остазыбыҙ менән осрашҡан һайын тулҡынланыу кисерәбеҙ, шатланабыҙ, үҙебеҙҙе башҡа уҡыусыларынан айырылып тора итеп тоябыҙ, сөнки беҙ уның һуңғы сығарылыш класы булдыҡ. Яратҡан уҡытыусыбыҙ беҙгә белем биреү өсөн күп сабырлыҡ, тырышлыҡ, күңел йылыһын һәм һөйөүен һалды.
Һәм бөгөн беҙ, Әминә Шакир ҡыҙы менән осрашып, “Ул – беҙҙең уҡытыусы!” – тип ғорурланып әйтәбеҙ.
* * *
Һабанаҡ ауылынан хөрмәтле класс етәксебеҙ ӘМИНӘ ШАКИР ҡыҙы ЙОСОПОВАны юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Беҙ Һеҙгә сабырлығығыҙ һәм хеҙмәтегеҙ, профессионализм һәм тәжрибәгеҙ, аҡыл һәм һөйөүегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Һеҙ үҙ ғүмерегеҙҙе уҡыусыларға бағышланығыҙ, уларға үҙ юлдарын табырға ярҙам иттегеҙ, рус прозаһы һәм шиғриәте донъяһын астығыҙ. Класс етәксеһе булараҡ, яҡшы тормош һабаҡтары бирҙегеҙ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың хәстәрлеген тойоп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Һәр көн шатлыҡ һәм ышаныс, яҡшы кәйеф һәм дәрт менән тулы булһын!
Һабанаҡ мәктәбенең 2001 йылғы сығарылыш класы.