Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
5 Октябрь , 09:00

Олпат юбилейға ныҡлы аҙымдар менән

Ошо көндәрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Ғәбделфәрит Вәхитовҡа 90 йәш тула. Олпат юбилейын ул күтәренке рухта һәм оптимизм менән ҡаршы ала.

Олпат юбилейға ныҡлы аҙымдар менән
Олпат юбилейға ныҡлы аҙымдар менән

Ғәбделфәрит Вәхит улы 1934 йылдың 5 октябрендә Мәсетле районының Тимерәк ауылында тыуған. Уға мәктәптә әллә ни уҡырға тура килмәй, сөнки Бөйөк Ватан һуғышы башлана, атаһы яуҙа һәләк була.
Ғәбделфәрит Вәхитов фабрика-завод өйрәнсектәр мәктәбендә уҡып сыға, һуңынан өс йыл армияла хеҙмәт итә. Хеҙмәттән ҡайтҡас, тыуған ауылында колхозда эшләй.
1958 йылда Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуып үҫкән Лида Абдрахман ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Ике йылдан йәш ғаилә Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп килә.
Ғәбделфәрит Вәхит улы “Ағиҙел” сәнәғәт комбинатында хеҙмәт юлын дауам итә, быйма баҫа, пилорамала ағас киҫә, балта оҫтаһы була. Пенсияға сығыр алдынан бер нисә йыл йыһаздар эшләй. Алдына ҡуйылған бурысты намыҫлы башҡара, бөтә эштәргә лә яуаплы ҡарай. Юбиляр тырыш хеҙмәте өсөн “Почет билдәһе” ордены менән наградланған.
Тормош иптәше менән ҡыҙҙары Миндинур менән Лилиәне, улдары Рәфисте тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙер хәстәрлекле өләсәй менән олатай алты ейән-ейәнсәренең һәм дүрт бүлә-бүләсәренең уңыштарына шатланып ғүмер кисерә.
– Уңған, тыныс, изге, шат күңелле, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Уның менән рәхәтләнеп һөйләшергә мөмкин, сөнки ул һәр саҡ тыңлай белә, фәһемле кәңәштәрен бирә, – тип һөйләй уның хаҡында балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре.
Ғәбделфәрит Вәхитов ҡатыны Лида Абдрахман ҡыҙы менән ғүмер буйы ҙур хужалыҡ тота, баҡсала емеш-еләк һәм йәшелсәләр үҫтерәләр. Улар балаларын да, ейән-ейәнсәрҙәрен дә баҡса эштәренә өйрәткән. Вәхитовтар ғаиләһе бик татыу йәшәй, бер-береһен ихтирам итә.
Екатерина ӘМИРОВА.

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ирем, атай-олатайыбыҙ ҒӘБДЕЛФӘРИТ ВӘХИТ улы ВӘХИТОВты юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Бөгөн һиңә 90 йәш тулды. Һинең аҡыллы ҡараштарың, оҫта ҡулдарың һәм изге йөрәгең беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле. Һин йөрәк йылыңды һәм һөйөүеңде йәлләмәй өләшәһең. Хәстәрлегең өсөн рәхмәт. Беҙ һине яратабыҙ, һинең менән үткән көндәр-ҙең һәр минуты ҡәҙерле. Ныҡлы сәләмәтлек, көс, яҡшы кәйеф теләйбеҙ. Һәр тыуған яңы көнгә ҡыуанып, шатлыҡ-бәхеттә ғүмер кисер.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Ҡотлау менән ҡатының Лида, кейәүең Рәмил, ҡыҙың Миндинур, ейәнсәрең Диана, ейәнең Булат.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле атайыбыҙ, яратҡан олатайыбыҙ ҒӘБДЕЛФӘРИТ ВӘХИТ улы ВӘХИТОВты – 90 йәшлек юбилейы, яратҡан әсәйебеҙ һәм һөйөклө өләсәйебеҙ ЛИДА АБДРАХМАН ҡыҙы ВӘХИТОВАны уҙып киткән 85 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, асыҡ аң, көс-дәрт, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Күңелегеҙ менән йәш булып ҡалығыҙ. Ошо күркәм ғүмер байрамығыҙҙа һеҙгә һөйөүегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ярҙамығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм һоҡланабыҙ.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр.
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ һеҙ,
Атай-әсәй, һәр саҡ гөрләшеп.
Яҙҙар һайын ҡайтҡан пар аҡҡоштар
Осһон әле һеҙҙән көнләшеп!
Изге теләктәр менән балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ, бүләләрегеҙ.

Автор: